«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Иғтибар! Эфирҙа – “Тыуған яҡ" тауышы!



11.04.2014 Иғтибар! Эфирҙа – “Тыуған яҡ" тауышы!

Ҡоролтай алдынан Зимфира Искәндәр ҡыҙы Стукова менән таныштыҡ. Күҙҙәре янып торған бик дәртле ханым Сафакүл райо­нының Баҡай ауылында тыуып үҫкән. Белеме буйынса математика уҡытыусыһы булһа ла, өҫтәмә рәүештә уҡып, башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен дә алған.
Зимфира Искәндәр ҡыҙы – төбәк башҡорттары араһында бик билдәле шәхес. Ни өсөн тигәндә, өлкә радиоһында бына 16 йыл инде үҙенең программаһын алып бара. "Тыуған яҡ" исемле был проектҡа үҙе мәҡәләләр йыя, йырҙар һайлай.
Бынан тыш, ул "Аманат" фольклор төркөмөн етәкләй. Коллективта йырсы, бейеүсе һигеҙ ҡатын йыйыл­ған. Улар үҙ тамашасыларына йыр-моң ғына өләшеп ҡалмай, һәр сығышты айырым тема буйынса әҙерләй. Салауат Юлаевҡа, "Ҡурған башҡорттары" китабының исем туйына, башҡорт композиторҙары ижадына арналған программаларҙы халыҡ бик яратып ҡабул иткән. Әхирәттәр көй-моңдарыбыҙ онотолмаһын өсөн боронғо халыҡ йырҙарын репертуарҙарына ҙур теләк менән индерә. Әйткәндәй, Зимфира Искәндәр ҡыҙы өлкәнең күп кенә урынына экспедицияларҙа ҡатнаш­ҡан, шуға күрә эшендә лә фольклор­ҙы күп файҙалана.
Башҡорт телен күтәргән, халҡыбыҙҙың ижадын, йыр-моңон күрһәткән эшмәкәрлек, әлбиттә, билдәләнмәй ҡалмаған. Зимфира ханым төрлө дәрәжә Маҡтау грамоталарына, дипломдар­ға лайыҡ. Үҙе белдереүенсә, V ҡорол­тай­ҙа ҡатнашыу мөмкинлеге уға ҙур бүләк булған.
– Беҙ Ҡурғандан туғыҙ кеше килдек, – тине ул. – Ҡоролтайҙың эшләүе халыҡ өсөн бик кәрәк, беҙ, башҡорттар, унда тупланабыҙ, көнүҙәк проблемаларҙы асабыҙ, аҙаҡтан уларға күмәкләшеп яуап эҙләйбеҙ. Бындай сараларҙан һуң яҡшы уй-хистәр менән дәртләнеп ҡайтабыҙ. Төрлө ерҙән килгән туғандар-таныштар, милләттәштәр менән аралашыуға ни етә һуң?!
Зимфира Искәндәр ҡыҙы Ҡурған өлкәһе мәктәптәренең эшенә бәйле борсолоуын да белдерҙе.
– Беҙ, делегаттар – барыбыҙ ҙа башҡортса уҡыған, ғаиләһендә үҙ телен­дә аралашҡан һәм балаларына белем биргән кешеләр. Үҙем Баҡай мәктәбендә уҡып, уны 1973 йылда тамамланым. Беҙҙең сығарылыштан һуң мәктәп рус телендә белем биреүгә күсте. 1981 йылда башҡорт телен уҡытыу тергеҙелде, ләкин сәғәттәр генә индерелде.
Хәҙерге заманда мәктәптәр бөтә, Баҡайҙа ла уҡытыу башланғыс клас­тарҙа ғына алып барыла. Кешеләр эш юҡлыҡтан ситкә – Башҡортос­танға, Силәбе өлкәһенә, Себергә күсә, балалар һаны әҙәйә. Иң яҡшы белемле йәш кешеләр ситкә киткәс, Ҡурған өлкәһе ысын мәғәнәһендә тарҡалып бара. Беҙҙең менән бергә өҫтәмә белем алған башҡорт теле уҡытыусылары – 33 кешенең барыһы ла тиерлек ситкә күсенеп китергә мәжбүр булды. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен һаҡлап ҡалыу, йәштәргә эш биреү, тормош шарттарын яҡшыртыу – бына ошо мәсьәләләр көн үҙәгендә тора.
Күп ерҙә эшләргә тырышҡан Зимфира Искәндәр ҡыҙы әйтеүенсә, был тормошта бик күп ҡыҙыҡ, яңы эштәр бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға