11.04.2014 Үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар
Сибай филармонияһы 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Башҡорт йыр-моң донъяһында билдәлелек яулаған артистарҙың кемеһен генә алып ҡараһаң да, Сибай филармонияһында эш башлаған, имеш. Шаярыу ҡатыш әйтелгән һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар, әлбиттә. Ни өсөн тигәндә, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Гөлсөм Бикбулатова, Сәғиҙулла Байегет, Алһыу Бәхтиева, Гөлдәр Ишҡыуатова, Лилиә Ишемйәрова, Фәрүәз Урманшин кеүек сағыу сәхнә «йондоҙҙар»ыбыҙ тәүге аҙымдарын нәҡ ошонда яһаған, ҡанаттарын нәҡ Сибай ерендә нығытҡан. Әлеге көндә лә, халыҡты яңынан-яңы тамашалар менән ҡыуандырыу менән бер рәттән, таланттарҙы үҫтереү юҫығында уңышлы эш алып барыла. Һөйөнөслөһө шул: былтыр “Сулпан” балалар театры менән берләшеп, концерт-театр берләшмәһе исеме аҫтында сығыш яһаған коллектив ошо көндәрҙә 20 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Был уңайҙан тамашасыларға сағыу программа ла тәҡдим ителәсәк.
Түңәрәк даталы байрамын коллектив ниндәй уңыштар, кәйеф менән ҡаршылай? Яңылыҡтар бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында берләшмәнең ишеген шаҡыныҡ.
Сәғәт иртәнге 9:30. Эш көнө башланыуға ярты сәғәт ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, коридорҙа тын түгел. Ҡайһы берәүҙәр алдараҡ килеп, хеҙмәт көнөн башлап та өлгөргән. Берләшмә директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов эш буйынса ҡала хакимиәтендә булып сыҡты. Аңлашыла ла, беренсенән, филармонияның юбилейына етди әҙерлек бара, икенсенән, ҡала кимәлендә үткән “Сибай таланттар ҡабыҙа” фестиваленең ҡыҙған ваҡыты. Хужа килгәнсе, тигән уй менән художество етәксеһе менән әңгәмә ҡорабыҙ.
– Алдағы көндәрҙә тамашасы хөкөмөнә бер нисә программа тәҡдим итәсәкбеҙ. Унан тыш, билдәле артистарҙың гастролдәре көтөлә, – ти, пландар менән уртаҡлашып, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина. – 18 апрелдә үтәсәк “Мәҙәниәтле милләт – илдә зиннәт” тамашаһы филармониябыҙҙың юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына арнала. Учалы филармонияһы менән берлектә үткәргән сарабыҙ ҙа үҙенсәлекле генә булмаҡсы. Киләсәктә күркәм традицияны республиканың башҡа ижади коллективтары менән дауам итербеҙ, тигән ниәттәбеҙ.
Артабан әңгәмәбеҙ филармония тарихына, артистар составына төшөп китә.
– Сибай филармонияһы рәсми рәүештә 1994 йылда асыла. Тәүге директор вазифаһын Фәтих Хөснөтдинов, унан һуң Ринат Ишмуллин башҡара. Шулай уҡ беренселәр рәтенә ул ваҡыттағы художество етәксеһе Әлмира Ҡыуатова, бейеү ансамбле етәксеһе Гөлназ Аҡназарова ла инә, – ти Нәсимә Әхмәт ҡыҙы. – Ғөмүмән, хеҙмәтенә ижади ҡараған артистар йыйылған. Ғаилә парҙары ла күп кенә. Күптән түгел йәш артистар Эльза Ҡотлоғәлләмова менән Азат Юлдыбаев сәстәрен сәскә бәйләне. Төп маҡсатыбыҙ халҡыбыҙ мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалыу булһа, рус телле тамашасылар ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмай. Ниндәй генә программа булмаһын, күңелле ял сәғәттәре бүләк итеүҙән тыш, халыҡты уйға һалырға, күңел ҡылдарын тирбәтергә тырышабыҙ.
– Яңыраҡ ҡына яҡташтарыбыҙҙы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” театрлаштырылған тамашаһы менән ҡыуандырҙыҡ. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдар етемһерәп тороп ҡалды. Эш урындары булмауы, йәштәрҙең унда төпләнеп ҡалмауы төп сәбәптәр булып тора. Актуаль тема. Халыҡтың һорауы буйынса ҡабатлап та күрһәттек, – тип һүҙгә ҡушыла сценарий авторы Мотал Рәмов.
Сәғәт ун тулыуға филармония бинаһы тағы ла йәнләнеп китте. Художество етәксеһе бүлмәһенә әле берәү килеп инә, әле икенсеһе. Йөҙҙәрендә нур уйнаған артистарға ҡарап, һәр көн эшкә атлығып килеүҙәренә һоҡланмайынса сара юҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Сулпан” театрының баш режиссеры Сәлихйән Әфләтүновҡа мөрәжәғәт итәм.
– Филармонияға ҡушылыуыбыҙ мөмкинлектәребеҙҙе арттырҙы, – ти ул. – Кәрәк саҡта беҙ уларҙың йә улар беҙҙең артистарҙы йәлеп итә ала. Музыкаль яҡтан биҙәү йәиһә бейеү ҡуйыу булһынмы – музыканттар һәм хореографтар ярҙамға килә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта ҡуйылып ятҡан Әлфис Ғаязовтың “Аждаһаны еңер мөхәббәт” пьесаһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаров, “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө, йәш йырсы Рифат Йәмлихин, хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин ҡатнаша. Сибай балаларын һөйөндөрөүҙән тыш, республика, күрше өлкәләргә лә гастролгә сығабыҙ.
Ысынлап та, үҙгәртеп ҡороу – мәҙәни учреждениеларҙы эреләтеү яҡшы нәмә булмаһа ла, һәр үҙгәрештең ыңғай яғын күрергә тырышалар бында. Директор менән әңгәмәлә иһә коллективтың бөгөнгө һулышы, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге проблемалар, ҡала халҡының мәҙәни кимәле хаҡында һүҙ барҙы.
– Оптималләштереү яҡшы тормоштан түгел, әлбиттә. Штатты ҡыҫҡартыу, сығымдарҙы ҡыҫыу кеүек кире яҡтары бар. Ыңғай яҡтарына килгәндә, эш хаҡы күтәрелә, мөлкәттәр берләшеүе лә файҙаға. Театрҙың гаражы булмаһа, филармония өсөн тегеү, столяр цехтары ҙур мәсьәлә булып тора ине. Исемебеҙ үҙгәрһә лә, һәр кем үҙ бурысына тоғро ҡала. Яңыраҡ үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” программаһында “Сулпан”дың бер нисә артисы ҡатнашты. Был иһә уларға яуаплылыҡ та, ышаныс тойғоһо ла өҫтәй, – ти Вәкил Барый улы.
– Тәжрибәле артистарҙы алмаштыра алырлыҡ талантлы йәштәр бармы? – тигән һорау ҙа бирәм әңгәмәсемә.
– Һәләтле йәштәребеҙ бар, әммә бөгөн улар эшкә килә һалып бармай. Бигерәк тә был мәсьәлә балалар театры йүнәлешендә күҙәтелә. Бейеү ансамбленең дә яртыһы тиерлек – пенсия йәшенә етеп барыусылар, – ти директор был хаҡта. – Уҙған йыл урындағы сәнғәт колледжы өсөнсө сығарылыш актерлыҡ бүлеге студенттарын сығарҙы. Күпселеге башҡа юлдан китә. Мәҙәниәт өлкәһендә эш хаҡының аҙ булыуы, торлаҡ проблемаһы ла йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Быйыл был мәсьәләләрҙең аҙ ғына булһа ла хәл ителеренә өмөт ҙур. Киләһе йылдан ошо уҡ колледжда хореография бүлеген асыу эштәре лә алып барыла.
Вәкил Йосопов әйтеүенсә, тамашасылар һанының арта барыуы күҙәтелә. Шулай ҙа күпселек оло һәм урта быуындың йөрөүен иҫәпкә алғанда, уйланырға урын бар. Ә бына һуңғы тиҫтә йылда унға яҡын артистың атҡаҙанған исеменә лайыҡ булыуы – ҡаҙаныштарҙың береһе. Тағы ла шуныһы: артистар Нәсимә Ғиззәтуллина, Азат Нәбиуллин, Айтуған Дәүләткирәев, Фәйзулла Ғөбәйҙуллин, Ильяс Сафин, Гөлназ Нәҙершина, Рәйсә Бүләкәнова, кассир Гөлсинә Ниғмәтуллина, директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Хәлиҙә Һибәтуллиналарҙың 20 йыл бер урында эшләүе һоҡландыра.
Тамашасылар араһында билдәлелек яулаған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов һәм “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө етәксеһе Ринат Ғайсин менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге лә тейҙе.
– Ике йыл элек, Сибайға ҡайтҡас та, үҙемдең бригаданы булдырып, республика һәм күрше өлкә райондары буйлап концерттар менән йыш йөрөйбөҙ. Шәхсән үҙем репертуарға етди ҡарайым. Унда мотлаҡ халыҡ, билдәле композиторҙарҙың йырҙары булырға тейеш. Халыҡ йөрөй. Әгәр ҙә тамашасылар араһында балалар булһа, беҙҙең өсөн ҡыуаныс. Сөнки үҫеп килеүсе быуындың халҡыбыҙ моңон аңына һеңдереп үҫеүе яҡшы, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Альберт Салауатов.
– 2003 йылда, студент саҡта уҡ, Илнур Үтәев менән “Тархан” төркөмөн ойоштороп ебәрҙек. Башта уҡ һайлаған йүнәлештән тайпылмаҫҡа тырышабыҙ. Рухлы, патриотик йырҙар йырлағанға күрә төркөмдөң исемен дә есеменә тап килтереп алдыҡ. Бөгөн төркөм дүрт кешене – минән тыш, Фаил Йортбәковты, Зәлиә Нурлыны, Айнур Әминевты үҙ эсенә ала. Ағымдағы йылда пландарыбыҙ күп кенә. Шуларҙың береһе – Бөйөк Еңеү көнөнә “Спасибо деду за победу” проекты. Маҡсатына килгәндә, балаларға был байрамдың әһәмиәтен төшөндөрөү, – ти Ринат Ғайсин.
Концерт программаһын сәхнәгә сығарыу артистарҙан ғына тормай шул. Уларға сценарий авторы, режиссер, рәссам, дизайнерҙарҙың хеҙмәте лә ҡушыла. Һуңғыларына килгәндә, уларға халыҡ тамашаны күңелендә сағыу төҫтәр менән ҡалдырһын өсөн бар көстәрен һалырға тура килә. Рәссам-дизайнерҙар Лүзә Байегетова, Гөлнур Ниғмәтуллина, Динар Мөхәмәтйәнов һәм Рәсимә Хөсәйенованың эше баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер эш күбәйгән. Һәр эштең үҙ ауырлығы булған кеүек, беҙҙең хеҙмәттең дә үҙ нескәлектәре бар, ти улар.
20 йыл, бер уйлаһаң, күп ваҡыт та түгел кеүек. Әммә Сибай филармонияһы ошо осорҙа үҙ йөҙөн булдырҙы, үҙ тамашасыларын тапты. Ул ғына түгел, үрҙә әйткәнемсә, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә тос өлөш индереүен дауам итә.
Данил ӘБДЕЛҒАЗИН,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.