«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Тылсым таяғына эйә дирижер



04.04.2014 Тылсым таяғына эйә дирижер

Башҡорт дәүләт фи­лармонияһында «Дири­жерҙар парады» үтте. Классик музыканы яратыусылар был сараны оло түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Шулай булмай ни, бер юлы нисәмә дирижер сығыш яһаһын әле! Бындай күркәм тамашаны РФ-ның атҡаҙанған, БР-ҙың халыҡ артисы, Милли халыҡ инструменттары оркестры Рәмил Ғәйзул­линдың ойоштороуы икеләтә ҡыуаныс. Республиканың күренекле дирижерҙары Оксана Буланкина, Алһыу Хәсбиул­лина, Ринат Халиҡов, Миң­левәли Сафин, Юрий Селез­нев, Линар Дәүләт­баев, Дамир Әбүбәкиров, Виктор Линник, Василий Слягузов, Евгений Токар­чук, Юрий Никифоров, Влади­мир Тур­ченко, Рөстәм Әхмәт­йәнов Милли халыҡ инструменттары оркестры менән етәкселек итте. Һәр бер дирижерға үҙенсәлекле стиль хас, музыканттар һәр виртуоз менән уртаҡ телгә килеп уйнаны, классик көйҙәрҙе төрлө балҡыштар­ҙа яңғыратты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға