«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Регина – еңеүсе!



04.04.2014 Регина – еңеүсе!

Баймаҡ районының данлыҡлы “Ирәндек” ансамбле республикала ла, илебеҙҙә лә киң билдәле. Уның солисткаһы, төрлө халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы Регина Иҫәнбаеваның сығыштарына һәр кем һоҡлана. Һәләтле ҡыҙ 3-сө мәктәптең унынсы класында уҡый.

Регина – еңеүсе!– Бейеү менән ныҡлап дүртенсе клас­та шөғөлләнә башланым. Тәүҙә мәктәптәге түңәрәккә йөрөнөм, унан халыҡ ижады үҙәгендә шөғөлләнә башланым. Бейеүҙәргә бар күңелемде һалырға тырышам, – ти Регина.
Ошо көндәрҙә Регина Иҫәнбаева, РФ Президентының “Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамын күрһәтеү тураһында”ғы Указына ярашлы, “Талантлы йәштәр” премияһының лауреаты булып, махсус диплом алып һөйөндө. Уға шулай уҡ 30 мең һум күләмендә аҡсалата премия ла тапшырылды.
Тәбиғи һәләтен үҫтереп, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, тағы ла юғарыраҡ маҡсаттарға ынтылып йәшәгән Баймаҡ һылыуына киләсәктә лә ҙур-ҙур уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға