28.03.2014 Мәҙәниәтте юғары кимәлдә тотоу өсөн… ауыҙыңды үлсәп асырға кәрәк
йәки Татарстандың Әлмәт драма театры Өфөләге гастролен ниңә ваҡытынан алда тамамланы?
Баш ҡалабыҙ Өфөнөң “Нур” татар дәүләт театрына күрше республиканың Әлмәт драма театры гастроль менән килгәйне. Беҙгә, йәғни Башҡортостан тамашасыһына, тәҡдим итәсәк спектаклдәре театрҙың юбилейына бағышланды. Беҙҙең республика халҡы ҡунаҡ ҡабул итеп өйрәнгән, “мах” биргән юҡ, был юлы ла ул йәһәттән йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәҫ ине. “Ине” һүҙе яҙылғас, был эштә ниндәйҙер мөһим нәмә бар, тип уйлар аҡыллылар. Эйе. Әлмәт театрын яҡшы ҡаршыланыҡ – зал буш булманы. Тик ҡунаҡтар ғына рәхмәтһеҙерәк булып сыҡты.
Был турала һүҙҙе аныҡлау өсөн ҡәләмдәшем, “Башҡортостан” гәзите журналисы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Бәйләнештә” селтәрендәге яҙмаһын килтерергәлер.
Бына нимә тип яҙа ул: “Кисә Өфөнөң “Нур” татар театрында Татарстандың Әлмәт театры гастроле башланды. Иң беренсе көндө улар “Ҡыйыу ҡыҙҙар” исемле пьесаны ҡуйҙы. Күргәндәрем хаҡында өндәшмәй ҡалыу минең өсөн енәйәткә тиң. Әҫәрҙә башҡорт халҡын шул тиклем мыҫҡыл итәләр. Имеш, башҡорт кешеһе татар байы алдында теҙләнеп тора. Ә бай уны: “Һаҫыҡ, бетле башҡорт”, – тип кәмһетә. Етмәһә, беҙҙең халыҡты иҙелгән, баш эйеүсе булараҡ күрһәтә. Театр – ул кешенең күңелен дауалаусы, халыҡтарҙы дуҫлаштырыусы мәҙәни усаҡ. Тик ниңәлер әлмәттәр башҡорттарҙың баш ҡалаһына килеп, ошо ерҙең хужаларынан көлә. Илебеҙҙә Мәҙәниәт йылы барғанда Әлмәт театрының ут менән шаярыуы, милләт-ара низағ тыуҙырыуы бер кәртәгә лә һыймай. Милләттәштәр, беҙ шымып ҡалырға тейеш түгел! Баш режиссер Ильяс Гәрәевҡа ҡарата етди саралар ҡабул итер кәрәк”.
Ошондай оятһыҙлыҡҡа шымып ҡалыу мөмкинме? Был баш-баштаҡлыҡ тирәләй ҡыҙыу бәхәстәр тоҡанды, Башҡортостан һәм Татарстан Мәҙәниәт министрлыҡтарына мөрәжәғәттәр “осто”, интернетта фекер алышыуҙар башланды, күп халыҡ, шул иҫәптән журналистар ҙа, йәмәғәт һәм театр эшмәкәрҙәре лә ҡушылды. Пьесаның төп нөсхәһе лә табылды. Нимәһе ҡыйын булды: классик Тажи Ғиззәттең был әҫәрендә баяғы театр сәхнәһенән яңғыраған “матур һүҙҙәр” янында “башҡорт” һүҙе юҡ, йәғни режиссер Илдар Хәйруллин уны актерға үҙ белдеге менән таҡҡан булып сыға.
Башҡорт халҡы бөтәһен дә күтәрә, тинеләрме икән ни? Минең тупһама килеп, ҡосағын йәйеп, арҡаға бысаҡ ҡаҙаны ҡәрҙәшем, тиергәме был ваҡиғаға? Хәйер, ундайҙар ниндәй ҡәрҙәш булһын инде?!
Ярай әле, “тамаша”ға ҡул һелтәп ҡуйманылар, ғауға күтәрелә генә яҙып торғанда, БР Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге ижади коллективҡа, автор яҙған текста булмаған һүҙҙәрҙе өҫтәп, этик нормаларҙы боҙған өсөн гастролен туҡтатырға тәҡдим итте. Ул арала Татарстан Мәҙәниәт министрлығынан да ғәфү үтенеү һүҙҙәре килеп төштө.
“Беҙ милли тойғолары кәмһетелгән тамашасыларҙан ғәфү үтенеүҙе бурысыбыҙ тип һанайбыҙ, – тигән һүҙен еткерҙе ведомство башлығының беренсе урынбаҫары Ирада Әйүпова. – Беҙ залда ултырыусыларҙы йәберләргә теләмәгәйнек. Тәнҡитте ҡабул итәбеҙ, был юҫыҡта артабан эшләйәсәкбеҙ”.
Бында йәберләү залдағы тамашасыға ғына түгел, ә тотош халыҡҡа барып тейерлек ине шул. Йәл, театр коллективының башҡорт сәхнәһенә килерҙән алда буласаҡ сығыштарын күңел биреп тыңламауы, “бизмәнгә һалмауы” йәл. Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ, тигән әйтемде Әлмәттә белмәүҙәре йә һанға һуҡмауҙары йәл. Махсус әҙерләнгән “бомба” тип тә ҡарамайыҡ был йүнһеҙлекте. Ә хаҡыбыҙ бар.
Татарстандың провинциаль театрының был аҙымы хаҡында, әлбиттә, ике республика башлыҡтарына ла барып етте. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһағанда Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов менән һөйләшеүе һәм беҙгә бындай спектаклдең кәрәкмәүе тураһында белдерҙе.
Рәсәйҙә, Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылында Әлмәт театры шундай “бүләк” эшләп ҡуйҙы. Һуңғыһы булһын! Беҙ татыулыҡ, берҙәмлек, киң күңеллелек һәм тыныс тормош яҡлы! Ә шулай ҙа бынан ары ҡолаҡты ҡарпайтыңҡырап, күҙҙәрҙе асыңҡырап, ҡоласты самалаңҡырап йәйеп йөрөргә кәрәктер.
Әйткәндәй
Әлмәт театрының баш режиссеры Ильяс Гәрәев оҙаҡ йылдар Туймазы татар драма театрында эшләгән. Тимәк, Башҡортостанды яҡшы белә, тигән һүҙ. Ошонан сығып, шуны әйтергә мөмкин, Гәрәев әфәнде, йәшерен-батырыны юҡ, башҡорт менән татар араһындағы ептәрҙең дә ни тиклем нескә икәнен аңларға тейеш. Бәлки, шәхсән баш режиссерҙың ғәйебе лә юҡтыр. Шул уҡ ваҡытта спектаклде ҡуйыусы режиссер Илдар Хәйруллин хатаһын танымай. “Медиакорсеть” мәғлүмәт сығанағына ышанһаҡ, ул тамашаға реклама яһағандары өсөн башҡорттарға рәхмәт белдерә һәм һүҙ ыңғайы спектаклдең Татарстандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге дәүләт театры репертуарында булыуын да әйтә.
Фекер
Роберт МИҢНУЛЛИН, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты:
– Был хәл беҙҙең өсөн мәсхәрә. Әшәкелек. Тотош коллектив, режиссерҙар, актерҙар ошо хәлгә төштө. Улар, моғайын, уйламағандыр. Шундай фекер йөрөтәләр инде. Башҡорттарҙың реакцияһы дөрөҫ. Был, ысынлап та, халыҡты кәмһетеү. Әгәр беҙгә Башҡортостандан килеп, татарҙар тураһында шулай һөйләһәләр, беҙ нимә эшләр инек?! Бығаса мин әлеге кеүек осраҡ булғанын хәтерләмәйем.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.