28.03.2014 Төркиҙәр яңы йыл ҡаршыланы
Науруз – донъялағы иң боронғо байрамдарҙың береһе. Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта – 21 – 22 мартта төркиҙәр һәм иран халыҡтары ҡояш календары буйынса Яңы йылды билдәләгән. “Яңы йылды нисек ҡаршылайһың, уны шулай үткәрерһең”, – тигән ырым тап ошо көн хаҡында әйтелгән. Республиканың бөтә мөйөштәрендә йәшәүсе төрлө милләт халҡы байрамды лайыҡлы ҡаршылау өсөн Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына йыйылды. Ишек төбөнән үк ҡунаҡтарҙы Бүздәк һәм Сәйетбаба ауылы һәүәҫкәрҙәре йыр-моң, тәмле аш-һыу менән һөйөндөрҙө. Фойела республикала йәшәгән иран, төрки халыҡтар диаспоралары үҙ күргәҙмәләрен ойошторған. Бер оста милли кейемдәге ҡаҙаҡ ҡыҙҙары рәхәтләнеп бейей, икенсе яҡта курдтар аралаша, тажиктар һәм әзербайжандар күңелле көлөшә. Кескәй ейәнсәрҙәрен алып килгән Учалы инәйҙәре күргәҙмәләр янында туҡтап, нимәлер ҡарай, күрһәтә. Ҡырғыҙҙарҙы бергә төйнәгән “Ала-Тоо” үҙәге етәксеһе Соно Әбдимәмәт ҡыҙы Алиеваның да кәйефе күтәренке.
Фойелағы күңелле кәйеф талғын ғына сәхнә түренә – филармонияның Ҙур залына күсте. Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә үткәргән тантанаһын тәбрикләргә мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев килгән. Рәнис Рәйес улы киләһе – юбилейлы Науруздың тағы ла күләмлерәк итеп үткәреләсәгенә ышаныс белдерҙе.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин сығышын доға уҡыуҙан башланы.
– Был байрам төрки халыҡтар өсөн генә шатлыҡлы көн түгел. Яңы йыл, яңы тыуған көн – һәр кешенең, һәр йән эйәһенең байрамы. Мосолмандарҙа һәм йәһүдтәрҙә яңы көндөң башы ҡараңғылыҡта – әсә ҡарынында ярала. Унан һуң килгән яҡтылыҡҡа һәр кемебеҙ ҡыуанырға тейеш. Барығыҙға ла татыулыҡ һәм бәхет теләйем! Киләһе Науруз байрамы ҡыуанысын “Өфө-Арена” спорт һарайында меңәрләгән кеше менән уртаҡлашырға яҙһын, – тине ул үҙ ҡотлауында.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та үҙенең ихлас теләктәрен еткерҙе. Уның байрам бүләге – “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле сығыштары тантанаға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне.
Ҡотлауҙар матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Өфө “Нур” татар дәүләт театры артистары Миңнинур Светова-Ғиззәтуллина, Гөлназ Биктимерова, Айнур Баянов, Рида Фәхрисламова төрлө милләт мәҙәниәте ынйыларын тәҡдим итте. Бүздәктән “Ынйы” һәм Башҡорт дәүләт университетының “Ирәндек” бейеү ансамблдәре дәртле бейеүҙәр менән залдағыларҙың йөрәктәрен елкетте. Ғафури районынан килгән оҫта ҡумыҙсы, өзләүсе Илһам Байбулдиндың сығышы ла алҡыштарға күмелде. Сәхнәгә һәүәҫкәр оҫталар ҙа сыҡты. Тажиктар тамашасыларҙы бейетһә, әзербайжандар һәм ҡаҙаҡтар йыр-моңона ураны, курдтар милли уйын ҡоралы – саста илаһи көйҙәр теҙмәһен ишеттерҙе.
Науруз байрамы тыныс күк аҫтында ғына үтһен, тип таралышты ҡәнәғәт тамашасылар.
М. АСҠАРОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.