«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Республика буйлап марафон елә



07.02.2014 Республика буйлап марафон елә

“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны киң ҡолас йәйә
Ғинуар аҙағында республикала муниципаль берәмектәр араһында мәҙәни марафонға старт бирелде. Уның билдәһе – Мәҙәниәт йылының эмблемаһы төшөрөлгән штандартты иң беренсе булып Бөрө районы алды. Сара һәр бер районда һәм ҡалала ойошторолоп, бөтә республиканы урап сығасаҡ, йәғни бер нисә көнгә һәр ҡала-район Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһына әүереләсәк.
Марафон барышында фестивалдәр, конкурстар, халыҡ байрамдары, акциялар, күргәҙмәләр, флеш-моб һәм башҡа мәҙәни саралар ойошторолорға те­йеш. Ойош­тороу­сы­лар үҙешмәкәр коллективтарҙың ижадын популяр­лаш­тырыу, мәҙә­ниәт­те үҫтереү, республиканың берҙәм социаль-мәҙәни киңлеген булдырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, халыҡ ижады мөхитендә инновацион хеҙмәт алымдарын ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Марафонды Бөрөнән һуң Дүртөйлө, артабан Благовещен райондары ҡабул итте. Ошо көндәрҙә штандарт Борай райо­нына тапшырылды. Планға ярашлы, сара март аҙағына тиклем республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә – Кушнаренко, Илеш, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле, Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Балтас, Яңауыл райондарында, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларында уҙасаҡ.

Л. ҺИҘИӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға