17.01.2014 «Ҡайҙа ғына булһаң да, үҙ йырыңды, үҙ телеңдә йырларға кәрәк»
йәки Хаж юлы йырсы Хәлиҙә Бигичеваның донъяға ҡарашын үҙгәрткән
5 – 9 февралдә Өфөлә «Изге ай» төркөмө солисы, танылған йырсы, мишәр ҡыҙы Хәлиҙә Бигичеваның «Йырҙарымда – яҙмышым» тип аталған концерттары үтәсәк. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, ул тәүге тапҡыр үҙенең турнеһы менән республикабыҙҙың ҡала-райондарына ла барасаҡ.
Үҙенсәлекле тауышлы, хисле, моңло йырҙары менән популярлыҡ яулаған йырсы үҙ таланты менән Мәскәүҙә йәшәүсе татар-башҡорттарҙың ғына түгел, Татарстан, Башҡортостан тамашасыларының да күңелен арбаған.
Күптән түгел ул республиканың Матбуғат йортонда булып, журналистарҙы үҙе менән яҡындан таныштырҙы, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Оло сәхнәгә юл башы
Мин Түбәнге Новгород өлкәһенең Красный Октябрь районы Чын Вәли ауылынанмын. Беҙ ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Әсәйемдең 12 балаһы булған, өсәүһе төрлө сәбәптәр арҡаһында үлеп ҡалған. Беҙҙең әсәй ҙә, атай ҙа матур йырлай ине. Һәләтебеҙ уларҙан күскәндер. Ағайым Хәйҙәр Бигичевты Башҡортостанда ла, Татарстанда ла белмәгән кеше юҡтыр. Апайым, һеңлеләремдең дә тауыштары моңло.
Түбәнге Новгородта тегенсе һөнәрен үҙләштергәс, Мәскәүгә сығып киттем. Ниңәлер атайыбыҙ барыбыҙҙың да баш ҡалаға барып төпләнеүебеҙҙе теләне. «Красный октябрь» заводында оҙаҡ йылдар эшләнем. Шунда үҙешмәкәр сәнғәт коллективында йырлап йөрөнөм. Төрлө байрамдарҙа концерттар ҡуя торғайныҡ. Тамашасылар сығышымды оҡшата, һағынып көтә ине. Тәүҙә русса йырланым. Әммә минең мишәр икәнлегемде белгән, туған моңдарға һыуһаған милләттәштәрем: «На своем пой!» – тип үтенде. Һуңынан тормош иптәшем менән үҙ аллы «Алтын ай» төркөмө ойошторҙоҡ. Аҙаҡ ул «Изге ай» булып китте.
Ағайым – остазым
Сәхнәгә баҫҡан беренсе аҙымдарымдан Хәйҙәр Бигичевтың бер туған һеңлеһе икәнемде белдермәҫкә, үҙ юлымды табырға, халыҡтың күңеленә инергә, үҙемде танытырға тырыштым. Ағаһы аша йырсы булып китте, тип әйтеүҙәренән ҡурҡтым. Тамашасы Алтынай Хәлиҙә тип исем дә ҡушып ҡуйҙы. Ҡатнаш концерттарҙа башҡа йырсылар Хәйҙәр Бигичевтың һеңлеһе икәнлегемде һиҙә ине инде. Ағайым мин йырлағанда сәхнә артында баҫып тыңланы. Ул торғас, тағы ла ҡаушайым. Ныҡ тәнҡитләмәһә ярар ине, тип ҡурҡам. «Үҙем өсөн генә түгел, мин һинең өсөн дә борсолам», – тигән һүҙҙәрен мәңге онотмам. Биргән кәңәштәренә, баһаларына бөгөн дә рәхмәтлемен. Шул бәхетле минуттарымды хәтергә төшөрөп, һәр концертымда ағайыма бағышланған, ул йырлаған йырҙарҙы йырларға Хоҙай насип итһә ине, тип теләйем. Хәйҙәр ағайымдың яҡты иҫтәлегенә бағышланған концертта «Хәйҙәр» йырын йырлағанда ғына уның туғаны икәнлегемде белделәр. Яҡын кешем менән ысын күңелдән ғорурланам. Бигичев фамилияһына кер төшөрмәҫкә, юғары дәрәжәлә тоторға тырышам. Ул 49 йәшендә генә вафат булып ҡалды, быйыл 65 йәш тулған булыр ине. Алла бирһә, уның юбилейына ҡарата фестивалдәр, концерттар ойошторорға ниәтләнәбеҙ, тыуған йортобоҙҙа музей булдырыу уйы ла бар. Ағайым Башҡортостанды бик яратты. һеҙгә эшкә саҡырғандарында бармауына аҙаҡ үкенде лә.
Ул иҫән булһа, тағы ниндәй йырҙар йырлар ине, хәҙер нисек булыр ине икән, тип уйланам, уның юҡлығы йөрәкте телгеләй. Ниңә һаҡламаны икән уны Хоҙай?! Халҡына, туғандарына бигерәк кәрәк ине бит. Ул әле лә төштәремә инеп, бер ҡасан да ишетмәгән йырҙарҙы йырлай. «Һин юҡ!» – тигән һүҙҙәремә йылмайып: «Бына йырлайым бит, ышанмайһыңмы?» – тип күҙҙәремә ҡарай. Өнөмдә йырҙың һүҙҙәрен, көйөн иҫемә төшөрә алмайым.
Башҡортостан тамашасылары яғымлы
Тамашасыларымды бер тигеҙ күреп яратһам да, айырмаһы бар. Уларҙың дәртлеләре лә, тын да алмай тиерлек тыңлап ултырғаны ла, ҡушылып йырлағаны ла бар. Ижадымды ихтирам итеп концертыма килгәндәр икән, барыһы ла ҡәҙерле. Концертта халыҡты йырлатырға ла, бейетергә лә, илатырға ла тырышам, бөтә көсөмдө бирәм. Ә бына Өфөлә йәшәүсе тамашасыларҙың миңә ҡарата йылы ҡарашын, яратыуҙарын күберәк тоям. Улар миңә яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк, үҙемдекеләр кеүек тойола.
Гастролдәр менән Рәсәй буйлап күп йөрөргә тура килә, төрлө урындарға сығыш яһарға саҡыралар. Ҡайҙа ғына барһаң да, үҙ телеңдә, үҙ йырыңды йырларға кәрәк.
Бер ҡасан да фонограммаға йырламайым
Сөнки тамашасыларымды күҙҙәренә ҡарап, күрәләтә бер нисек тә алдай алмайым. Улар бит һинең ихлас күңелдән йырлағаныңды ишетергә килгән. Ҡатнаш концерттарҙа «минусовка»ға йырлаған өсөн, әлбиттә, мәшәҡәттәр тыуҙырыусы булараҡ, миңә үпкәләйҙәр. Әммә әлегәсә үҙемдең һүҙемде һүҙ итеп, фонограммаһыҙ йырлап йөрөйөм. Сәхнәлә миңә үҙ тауышым менән йырлағанда ғына рәхәт. Тамашасымдың күҙендә йылмайыу, уйланыу күрһәм, шатланам. Йырсылар күп, әммә йырлай белгәндәре аҙ, тигәнде берәүҙән ишеткәйнем. Мин был фекер менән тулыһынса килешәм. Фонограмманың ваҡыты оҙаҡламай бөтөр, тип уйлайым.
Тауышһыҙ йырсы –
ике ҡулһыҙ
Тап шулай тип иҫәпләйем. Артистың иң нескә ҡоралы – ул тауышы, тамағы. Һыуыҡ тейҙереүҙән, вирустарҙан һаҡланырға кәрәк. Боронғонан килгән ысул буйынса һарымһаҡ, һуған ашарға. Танылған йырсы Илһам ағай Шакиров, еҫ килә, тип оялып тормай ине, һәр ваҡыт һуған менән һарымһаҡты үҙе менән йөрөттө. Үҙ тауышы менән йырлаған йырсы барыһын да ҡайғыртты. Мин организмды сыныҡтырыу өсөн йыл буйы һалҡын һыу, ҡар менән ҡойонам. Тамаҡты ла һалҡын һыу менән сыныҡтырам. Гастролдәр ваҡытында ғына сынығыуҙан туҡтап торам. Йырсының иммун системаһы нормала булырға тейеш. Тауыштың төп дошманы нервы икәнлекте лә оноторға ярамай.
Сәхнә кейемдәрен үҙем тегәм
Тәүге һөнәрем тегенсе тип әйткәйнем инде. Минең әбейем матур тегә ине. Ул күрмәгәндә генә мин дә теген машинаһы артына ултырып ҡурсаҡтарыма әйбер тегеп алам. Үҙем һөнәр алып ҡайтҡас, бөтөн туғандарымды, таныштарымды ла тегергә өйрәтеп бөттөм. Әле лә хәтерләйҙәр. Сәхнәләге имиджымды үҙем булдырам. Асыҡ күлдәктәр кеймәйем. Кейемдәргә, уға бер төҫ итеп тегелгән башлыҡтарға, итектәр, туфлиҙарға биҙәүестәрҙе үҙем нағышлайым. Өйөмдә күлдәктәрҙән ҡалған бер генә артыҡ туҡыма ла юҡ. Мин уларҙан шаҡмаҡлап, өсмөйөшләп ҡырҡып, тегеп, түшәк-япмалар эшләп ҡуям. Туҡыма магазинына инһәм, унда сәғәтләп йөрөйөм.
Ағайымдың йырҙары рухи көс бирә
Берәй нәмәгә борсолоп, үҙ-үҙемә урын таба алмағанда, арып, күңелем тулып киткәндә Хәйҙәр ағайымдың йырҙарынан торған дискыны ҡуйып тыңлайым, илайым. Илап, күңел әрнеүҙәрен йәш менән сығарып, таҙарынып алам. Аллаһы Тәғәләгә инаныуым, доғалар миңә йәшәргә көс бирә.
Хыялым күп бала тәрбиәләү ине
Үҙем ишле ғаиләлә үҫкәс, мотлаҡ, минең дә балаларым бер нисәү булыр тип уйлай инем. Ләкин был бәхет миңә насип итмәгәндер, күрәһең. Аллаға шөкөр, бер улым бар. Бөгөн ул – минең терәгем дә, таянысым да, шатлығым да. Әсә булыу өсөн ныҡлы сәләмәтлек кәрәк. Һаулығымда тайпылыштар булғас, икенсегә әсәй булырға йөрьәт итмәнем. Ике бөйөрөмә лә ҡатмарлы операциялар яһатырға тура килде.
Хаж юлы күҙемде асты
Бала сағымдан олатай-өләсәйҙәремдең, атай-әсәйемдең дин ҡанундарын теүәл үтәүен, ураҙа тотоуын күреп үҫтем. Аллаһы Тәғәләгә инаныу тыумыштан килә. Хоҙай барыһын да хәрәкәткә килтерә бит. Хажға барып, унда үтәлергә тейешле бөтә йолаларҙы үтәп ҡайттым. Аллаға шөкөр, тип әйтәм. Хоҙай барыһына ла хаж юлын асмай бит.
Изге урындарға юлланыр алдынан Хоҙай мине аҡса менән дә һынаны. Хаж сәфәре алдынан бай нефть компаниялары вәкилдәре, миллионлаған һум сумма тәҡдим итеп, концерттарға контракт төҙөргә килде. Ике лә уйлап тормай барыһынан да баш тарттым. Хаж, Аллаға ғибәҙәт ҡылып ҡайтыуым минең өсөн барыһынан да өҫтөн ине. Хоҙайыма мең шөкөр итәм, ата-бабаларым күрмәгән юлды миңә үтергә насип итте, көс бирҙе. Нимәһе ҡыҙыҡ, хаждан ҡайтыусылар һауа алмаштырып ҡайтҡас сирләй. Миндә лә был хәл күҙәтелде. һөйләшергә тауышым юҡ, әммә йырлай ала инем.
Тормош һынауҙарһыҙ булмай, әммә улар кешене тағы ла көслөрәк итә
Үҙ парыңды йәштән табып, ғаилә ҡороп, бер-берең өсөн йәшәү – ҙур бәхет. Үҙен генә яратҡанды, ҡәҙерләгәнде теләгән кешене мин, ялҡау, бәхетһеҙ, тип уйлайым. Хоҙай Тәғәлә уларға мөхәббәт тигән хисте бирмәгән. Һине алдамаған, йәберләмәгән, хыянат итмәгән, ҡатын-ҡыҙ булараҡ ихтирам иткән кеше менән йәшәү, минеңсә, ҙур бәхет. Бәхетһеҙ кеше бит ул – ҡояшлы көндә күңелһеҙ, таҙа кәүҙәһе – сирле, байлығы булһа ла – ярлы, парлы булһа ла – яңғыҙ кеше. Былтырғы йыл минең өсөн айырыуса һынаулы йыл булды. Тормош иптәшем менән араларҙы бөтөнләй өҙөргә тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәхнәлә генә беҙ бәхетле, татыу матур пар инек.
Икебеҙ бергә төҙөгән йортто (Мәскәү һауаһы һаулығыма килешмәгәс, уның тыуған ауылына ҡайтҡайныҡ) уға ҡалдырып, бер нәмәне лә алмайынса сығып киттем. 60 йәштә бар өмөттәреңде селпәрәмә килтереп, барыһын да өҙә һуғып сығып китеүе еңел түгел. Алдағыһы Хоҙай ҡулындалыр инде. Күңел әрнеүҙәремде ижадым менән баҫтым. Барыһын да йырҙар, юлдар менән баҫырға теләп, оҙайлы гастролдәргә юлландым. Ихлас күңелемдән Аллаға ышаныуым, Мәккәлә үткән хаж юлдарым, ысынлап та, йәшәү көсө, еңеллек бирҙе. Яралар әле лә төҙәлеп бөтмәгән. Минең шатлығым да, байлығым да – тамашасыларым. Һеҙ булғанда мин йәшәйем, ижад итәм. Йырҙарым – күңел дауам. Өфөлә үткән концерттарымда үҙем ижад иткән йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Бер туған апайым Рәйхана ла сығыш яһаясаҡ. Ҙур сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһаған туғанымдың сығышын ихтирам һәм хөрмәт менән ҡаршы алырһығыҙ, тип ышанам.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.