20.11.2010 «Гипнотизер» күңелегеҙҙе арбаясаҡ
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы миҙгелдең икенсе премьераһын әҙерләй. Артистар йәш драматург Василий Сигаревтың пьесаһы буйынса «Гипнотизер» спектакле менән тиҙҙән Өфө тамашасыһын ҡыуандырасаҡ. Василий Сигарев – Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле автор.
Ул үҙенсәлекле бер һәләткә эйә: бөтөнләй көтөлмәгән, ғәжәп урындарҙа һәм ситуацияларҙа ысын мөхәббәт таба белә. Был пьесаһында ла шулай. Урта йәштәрҙәге ирле-ҡатынлы парҙың ыҙғыштарында автор... мөхәббәт эҙләй. Гипнотизерҙы саҡыртып, ҡатын иренең аҡсаһын ҡайҙа йәшергәнен белеү менән генә сикләнмәй.
Юморға бай, көлкөлө спектакль, һис шикһеҙ, тамашасы күңеленә хуш киләсәк. Премьера – 27 ноябрҙә. ҡуйыусы режиссеры – Арыҫлан Йәнбәков.