29.11.2013 Һайт, ҡара юрға, тайт, ҡара юрға!
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең юбилейын үҙенсәлекле тамаша – «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы менән ҡаршылай
– Ышанырһығыҙмы-юҡмы, әммә сәхнә артында торған артистар әлеге ваҡытта бик ныҡ тулҡынлана, – режиссер, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, бер мәлгә генә пауза яһап, залды ҡарашы менән байҡаны. – Беҙҙең тарафтан өр-яңы, үҙенсәлекле эш башҡарылды... Хәйер, быға хәҙер һеҙ үҙегеҙ шаһит булырһығыҙ...
Һәм, күп тә үтмәне, беҙ, тамашасылар, үтә таныш та, мөғжизәле лә серле донъяға сумдыҡ: Баҙыян менән Бәпәнәй геү килеп улдары Әбләйҙе эҙләй ине, ә уныһы бер ни белмәй, ҡолонларға тейеш бейәне лә ҡарамай, рәхәтләнеп йоҡлап ята! Әлдә ата-әсә Әбләйҙе ваҡытында уятып өлгөрә, сөнки аттарға бүреләр һөжүм итә. Кескәй генә Ҡолонсаҡты яралай йыртҡыстар, шунлыҡтан Әбләйҙең уға хатта ҡарағыһы ла килмәй. Ләкин аяҡҡа баҫа ҡолон! Уны инәһе, данлы Ҡара бейә, кешеләрҙән ҡасырға, азатлыҡты һайларға өгөтләй, тик Ҡолонсаҡ, Әбләй мине бүреләрҙән ҡотҡарҙы, мин уның менән ҡалам, тип иректән баш тарта. Ай үҫәһен көн үҫеп, көн үҫәһен сәғәт үҫеп, ул дан толпарға әйләнә. Ҡара юрға менән Нөгөш буйында уҙғарылған бәйгелә ҡатнашып, беренселекте яулаған Әбләйҙең хыялы тормошҡа аша. Тик бына бәлә тиһәң, бәлә түгел, бәхет тиһәң, бәхет түгел – Мәсем хандың баш бирмәҫ, үҙ һүҙле ҡыҙы Маҡтымһылыуға күҙе төшә лә ҡуя ярлы егеттең. Исеме хан булып та, кеҫә яғы таҡырыраҡ Мәсемдең иһә һылыу ҡыҙына үҙ пландары: йылҡылары яландарҙы тултырып йөрөгән, алтын-көмөштәре тауҙай өйөлгән Нөгөш тигән ҡарт бай менән туғанлашыу уйы тынғы бирмәй. Ә Маҡтымһылыу... Үәт, әй, ҡыҙып китеп, саҡ һеҙгә спектаклдең йөкмәткеһен тулыһынса һөйләп ташламаным даһа!
Һөйләмәҫ ереңдән һөйләрһең дә, әгәр Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы тәүге минуттарҙан уҡ арбап, әсир итһә. Әйтерһең дә, ниндәйҙер тылсымсы бер ҡул һелтәүе менән барыбыҙҙы ла күңелле, уйһыҙ бала саҡҡа алып ҡайтты, ысынбарлыҡты әкиәт иленә әйләндерҙе. Бай телле, гүзәл йырҙар һәм бейеүҙәр менән һуғарылған тамашаны ҡарап бөткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, нисектер бар нәмә бер тында башҡарылған һымаҡ булды, хатта һыуһын да ҡанмағандай тойолдо. Күренештәрҙең йыш алмашыныуы, кейемдәрҙең сағыулығы күҙҙе ҡамаштырҙы, унан бигерәк актерҙарҙың уйыны хайран итте! Инде ҡыланыштары, тауыштары менән күптән таныш артистар мюзиклда өр-яңы яҡтан асылды, әйтерһең дә, гәүһәр таштары яңы ҡырҙары менән нурланды. Бармаҡ менән тейһәң, майы һытылырҙай булып күбәләй өйөлгән, май үргәндән тауышы мөсһөҙ генә сыҡҡан Нөгөштә Хөрмәтулла Үтәшевты танырлыҡ та түгел ине (кеше шул тиклем дә үҙгәрер икән!). Байлығы бөтөп, ыштаны тоҡорайған, кәре киткән Мәсемдең (Алмас Әмировтың) хәнйәр менән бейеүе уның ысынлап та хан икәненә ышандырҙы. Ә инде Руслан Хайсаров башҡарыуындағы Ҡара юрғаға ғашиҡ булмаған гүзәл зат ҡалманы тиһәм, бер ҙә хаталанмам – уның ҡеүәте хатта иң артҡы рәттә ултырыусыларға ла тулҡын булып барып етә ине! Башҡорт өсөн ат ябай йорт хайуаны түгел. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына уны бәндәнең ҡанаты бейеклегенә күтәрмәгән, ул – тоғро юлдаш, дуҫ. Ошо тоғролоҡто, дуҫ хаҡына фиҙакәрлекте Руслан бар тулылығында аса, еткерә алды. Афарин!
Икенсе пландағы актерҙарҙың да үҙ ролдәрен еренә еткереп, илһамланып башҡарыуы ныҡ оҡшаны, улар ниндәйҙер кескәй генә булһа ла үҙенсәлектәре менән дөйөм массанан айырылып, иҫтә ҡалды. Ғөмүмән, Артур Ҡунаҡбаев, Ирада Фазлаева, Суфия Ҡорбанғәлиева, Миңзәлә Хәйруллина, Гөлнара Әмирова, Сәғиҙулла Байегетов, Рәзифә Динмөхәмәтова һәм башҡа артистарыбыҙҙың һәр береһе тураһында айырым әйтерлек, улар күңелдә тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Башҡорт халыҡ эпосы нигеҙендә Таңсулпан Ғарипова яҙған пьесаны сәхнәләштергәндә театрҙа күптән эшләп, тамыр йәйгән оло быуын актерҙары менән үҙҙәрен яңы күрһәтә башлаған йәштәр бер бөтөнгә әүерелгәйне, шул энергия тубы тамашасыны ла үҙ эсенә алды, йөрәктәр бергә типте.
Эпос – монументаль әҫәр. Пьесаның авторы Таңсулпан Ғарипова, драма театры коллективы – режиссер Олег Ханов, рәссам Альберт Нестеров, композитор Урал Иҙелбаев, балетмейстер Сулпан Асҡарова, артистар – ошо мөһабәтлекте күрһәтә алды, бейектә ҡалды. Тик ҡайһы ваҡыт сәхнәләге артыҡ күп сәбәләнеү, шау-шыуҙа әһәмиәтле репликаларҙың йотолоуы бер аҙ зитҡа тейҙе, әммә былар ваҡ нәмә, спектакль бит ул “тере организм”, ҡуйылған һайын яңыра, үҙгәрә, яҡшыра.
... Ошоғаса ла пьесалары менән башҡорт драма сәнғәтенә тос өлөш индергән Таңсулпан Ғарипова рухи һандығыбыҙҙы уйламағанда «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» менән байытты. «Уйламағанда» тиһәм дә, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы заказы буйынса Таңсулпан апай был әҫәргә биш йыл элек үк тотонған, аҡса булмау сәбәпле генә пьеса үҙенең «йондоҙло сәғәт»ен көтөп ятҡан. Быйыл республика Президентының ике миллион һумлыҡ гранты бүленгәс тә әҫәр сәхнәләштерелгән. Ҡуйыусы режиссер Олег Ханов спектаклдең генераль репетицияһы уңайынан уҙғарылған конференцияла, тамашасы менән бәйләнеш булмайынса, эш тамамланды, тип әйтеп булмай, тигәйне. Буласаҡ был бәйләнеш, мотлаҡ буласаҡ. Сөнки был мюзикл – беҙ үҙебеҙ ул. Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, тоғролоҡҡа ынтылған үҙебеҙ. Төклө тояғың менән, «Ҡара юрға»!
Б. ШӘРИПОВА.