«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Кешенең һәр саҡ мәшғүл булыуы фекерләү ҡеүәһен үҫтерә”, –



22.11.2013 “Кешенең һәр саҡ мәшғүл булыуы фекерләү ҡеүәһен үҫтерә”, –

“Кешенең һәр саҡ мәшғүл булыуы фекерләү ҡеүәһен үҫтерә”, – ти бер юлы өс уҡыу йортонда белем алыусы йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов
Бөрйән районының Әтек ауылында тыуып үҫкән Ғайсар Миңлеғоловтың ижадын йәштәр тәү йырынан уҡ оҡшатты. Һөйкөмлө, бер аҙ оялсан егет үҙ-үҙен белгәндән бирле йырларға ярата. Уҡығанда мәктәп, ауыл клубы, район мәҙәниәт йорто сәхнәләрендә бик йыш сығыш яһай, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Баш ҡала сәхнәһенә, йәш йырсылар менән бер рәттән, 2010 йылдан сыға башлай. “Туған моңдар” телевизион конкурсында – “Өмөт”, “Йәшлек-шоу – 2011” бәйгеһендә “Йыл асышы” номинацияһын ала һәм башҡа конкурстар лауреаты булып таныла.

– Ғайсар, яңылышмаһам, һин дипломлы йырсы?
– Эйе, мин Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамланым. Ә бы­на бала саҡта бешеренергә яраттым, яҡындарымды төрлө тәмлекәстәр менән һыйлай инем. Һәм 9-сы класҡа тиклем ашнаҡсы буласаҡмын тип хыялландым. Әллә әсәйем мәрхүмәнең мин ҡарынында саҡта һәр саҡ халыҡ йырҙарын башҡарыуы тәьҫир иткәнме, әллә байрам сараларында ауылда сығыш яһап, төрлө кон­курстар­ҙа көсөмдө һынап ҡарауым сәбәп булдымы – ҡапыл ғына йырсы булырға теләнем. Мәктәп йылдарында Гөлсөм Бикбулатованың, Хәсән Усмановтың репертуарындағы йыр­ҙарҙы йырларға яраттым.
Сәнғәт училищеһынан һуң Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына көндөҙгө бүлеккә уҡырға индем. Ә Башҡорт дәүләт университетының социология бүлегендә, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ситтән тороп белем алам.

– Бына һиңә мә! Бер юлы бер-береһенә бөтөнләй ҡағылышы булмаған һөнәрҙәргә уҡыуы ауыр түгелме? Ә киләсәктә ҡайһыһын һайлаясаҡһың?
– Еңел түгел, әлбиттә. Шулай ҙа белем алыуға ынтылыш миңә ҡанат ҡуя, һәр һөнәр ҡыҙыҡһыныу уята. Кешенең һәр саҡ мәшғүл булыуы мейенең өлгәш сифатын арттыра, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Һөнәр­ҙәремдең төрлө булыуына ҡарамаҫтан, бала саҡ хыялына тоғро ҡалам – берәй ваҡыт баш ҡалала тик башҡорт аш-һыуын тәҡдим иткән ресторан, туҡланыу урындары селтәрен асырға тигән маҡсат ҡуйғанмын.

– Үҙең йырҙар ижад итәһеңме?
– Үҙем яҙам, Рәил Өмөтбаев, Риф Арыҫлан, Радик Юлъяҡшиндың да йырҙарын башҡарам. Шиғырҙарға килгәндә, Айһылыу Шәйхисламова, Гөлнара Рәшитова кеүек авторҙарҙың ижадына өҫтөнлөк бирәм. Яңы башлап тороусы йырсыларға былай тип әйтергә теләйем – аранжировкаға аҡсағыҙҙы йәлләмәй, яҡшы сифатлы йыр яҙҙыртығыҙ.

– Иманым камил, һиңә ғашиҡ фанат ҡыҙҙарҙың һаны артҡандан-арта бара…
– Шулайҙыр, йырҙарым да күберәк һөйөү темаһына арналған бит, быны “Бәйләнештә” сайтындағы минең ижадыма арналған төркөмдә ҡатнашыусылар һанынан да күрергә мөмкин. Әйткәндәй, бында һигеҙ клоным бар, йәнәһе, мин булып теркәлеүселәр. Шуға күрә минең исемдән аралаш­ҡандарҙың барыһына ла ышанмағыҙ, тип өндәшәм фанаттарыма.

– Ижадыңдағы һуңғы яңылыҡтарға килгәндә…
– Ошо көндәрҙә, йәғни 24 ноябрҙә “Өфө уттары” күңел асыу комплексының “Колизео” клубында “Бәлә­кәсем” тип аталған тәүге концертым уҙасаҡ. Сара йырҙар альбомының презентацияһы булараҡ ойошторола. Моңло, күңелле йырҙарҙан тыш, тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар көтә! Унда сәхнәләш дуҫтарым Рәил Өмөтбаев, Ян Лира, Йәмил Баймырҙин, “Наҙ” төркөмө һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Кон­цертты Әлмир Мөхәмәтйәров, Йәмил Ишмөхәмәтов алып бара. Йәштәрҙе диджейҙар – Фәтих, Яныш һәм Таһиров бейетәсәк. Барығыҙҙы ла көтөм ҡалам!

– Рәхмәт, Ғайсар! Уңыштар һиңә!

Л. ҺИҘИӘТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға