«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Рөстәм Сөләймәнов: «Оркестр менән мин күңелем, күҙҙәрем аша идара итәм…»



25.10.2013 Рөстәм Сөләймәнов: «Оркестр менән мин күңелем, күҙҙәрем аша идара итәм…»

Рөстәм Сөләймәнов: «Оркестр менән мин күңелем, күҙҙәрем аша идара итәм…»Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа музыка тыңларға яратабыҙ. Ә музыка эсендә ҡайнап йәшәүҙе күҙ алдына килтерәһегеҙме? Моң даръяһы – үҙ ҡанундары менән йәшәгән иҫ киткес тауыштар донъяһы. Ҡыллы, тынлы, һуҡма уйын ҡоралдарын үҙ иркенә буйһондороп, бөтәһен дә бер тында, ғәжәйеп аһәңле моң тыуҙырып уйнатыусы ул – дирижер. Ул композиторҙың һәм үҙенең фәлсәфәһен башта йөҙгә яҡын музыкант­ҡа, ә улар менән бергәләп тамашасыларға еткерә белергә, үҙ энергияһы менән бер нисә йөҙ кешене арбай алырға тейеш. Сағыу талант та, нескә зауыҡ та, сикһеҙ түҙемлек тә, туҡтауһыҙ хеҙмәт тә талап иткән был ҡатмарлы һөнәргә эйә булған кешеләр республикабыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуларҙың береһе – замандашыбыҙ, талантлы йәш музыкант, Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Рөстәм Сөләймәнов.
Рөстәм музыкаль ғаиләлә тыуғанға күрә бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ булып үҫә, бигерәк тә классик музыканы үҙ итә. Атаһы – опера йырсыһы Сәлих Сөләймәнов нәҫелендә скрипкасылар күп. Рөстәм дә бәләкәйҙән телевизорҙан симфоник музыканы иҫе китеп тыңлай һәм 5 йәшендә Баймаҡтан Өфөгә күскәндә үк, ата-әсәһенә шарт ҡуя: мине скрипка класына уҡырға бирәһегеҙ.
Был ваҡиғаларға инде өс тиҫтә йыл үтеп тә киткән – ошо ваҡыт арауығында Рөстәм урта махсус музыка мәктәбен, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап өлгөрә, артабан Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһының опера–симфоник ди­рижерлыҡ итеү бүлегендә мәшһүр музыкант, профессор Рауил Мартынов класында белем алып, үҙенең иң төп хыялын тормош­ҡа ашыра.
Музыкант булараҡ, Рөстәм Юрий Темирканов етәкселек иткән Санкт-Петербург филармонияһының Дәү­ләт академия оркестрында үҫә, был коллектив менән Европа, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Азия илдәрендә гастролдәр менән йөрөй. Юғары оҫталыҡ мәктәбе, ижади офоҡтарҙың киңәйеү мәле, тип иҫкә ала ул ошо осорҙо.
Әммә сит илдәрҙә йөрөүҙе Рөстәм тормошондағы бер баҫҡыс тип кенә һанай, тыуған республикаһы, яратҡан Милли симфоник оркестр уны үҙенә һәр саҡ тарта. Өфөгә йәш дирижер яңы идеялар һәм өмөттәр менән ҡайта. Башҡорт музыка сәнғәтен пропагандалау, башҡорт композиторҙарының әҫәр­ҙәрен донъя классикаһы ме­нән бер рәттән башҡарыу­ҙы үҙенең бурысы итеп ҡабул итә.
Тиҫтә йылға яҡын республикала эшләү дәүерендә дирижер Милли симфоник оркестр менән Заһир Исмәғилев, Ләйлә Исмәғилева, Рөстәм Сабитов, Рафаил Ҡасимов, Нур Дауытов, Салауат Сәлмәнов, Данил һәм Азамат Хәсәншиндар, Салауат Низаметдинов һәм башҡа башҡорт композиторҙарының әҫәр­ҙәрен тамашасыға еткерә һәм Башҡорт музыкаһы антологияһы компакт-дискыларына яҙҙыра.
Рөстәм Сөләймәнов Милли симфоник оркестр менән, билдәле башҡорт, рус һәм сит ил музыканттарына ҡушылып, 300-ҙән ашыу классик музыка концерты, 700-ҙән ашыу балалар өсөн музыкаль программа үткәрә, халыҡ-ара фестивалдәрҙә, төрлө күркәм сараларҙа ҡатнаша.
Быйылғы йыл Рөстәм өсөн бигерәк тә емешле булды. Яңы коллектив – Йәштәр симфоник оркестры барлыҡҡа килде һәм март айында музыка һөйөүселәрҙе үҙенең исем туйына саҡырҙы. Был коллективтың нигеҙе – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары, ә уның етәксеһе, рухи лидеры – дирижер Рөстәм Сөләй­мәнов. Үҙенең барлыҡ һәләтен, күңелен һалып, бай тәжрибәһен файҙаланып, был эшкә ең һыҙғанып тотондо. «Тап ошо йәштәр – Милли симфоник оркестрҙың өмөтлө киләсәге», – тип ҡыуана ул.
Күптән түгел тағы бер оло проект тормошҡа ашты. Рөстәм Сөләймә­нов етәкләгән Милли симфоник оркестр республика Президенты булдырған иң күләмле гранттарҙың береһенә лайыҡ булып, Конгресс-холл янындағы майҙанда ҙур уңыш менән асыҡ һауала «Башҡортос­танда тыуғандар» тип исемләнгән классик музыка концерты үткәрҙе. Моң байрамына өлкән быуын вәкилдәре лә, йәш-елкенсәк тә байтаҡ йыйылды, күптәр ғаиләләре менән килде. 7 меңгә яҡын тамашасының күңеленә хуш килде был иҫ киткес тамаша. Ә грантҡа бүленгән 15 миллион һум аҡса концертты ойоштороуға ғына түгел, оркестр­ҙың матди-техник базаһын нығы­тыу­ға йүнәлтелде – музыканттарға яңы уйын ҡоралдары, костюмдар һатып алынды.
– Был проектты үткәргәндән һуң үҙемдең ҡайһы бер һорауҙарыма яуап таптым, – тип уртаҡлаша Рөстәм. – Беренсенән, классик музыка жанр булараҡ үлмәгән. Икенсенән, бындай проекттарҙы йышыраҡ үткәрергә, асыҡ һауалағы концерттарҙың төрлө формаларын эҙләргә – заманса балет, мюзикл ҡуйырға, сағыу перфоманс ойошторорға һәм халыҡҡа сығарырға кәрәк. Кешеләр бындай тамаша­лар­ға һыуһаған, беҙҙең Өфө тамашасыһы уларҙы ҡабул итергә әҙер.
Ғөмүмән, оркестры булған ҡала ғына ысын мәғәнәлә мәҙәниәт усағы исеменә дәғүә итә ала, сөнки симфоник музыка – сәнғәттең иң юғары үҫешкән төрҙәренең береһе. Республикабыҙҙың Милли симфоник һәм Йәштәр симфоник оркестр­ҙарының концерт программаларын тыңлағанда ғәжәп мөхит, музыканттарҙың тупланып, берҙәм, әүҙем ижад итеүе күҙгә ташлана. Тамашасы алдында юғары яуаплылыҡ тойғоһо һәм оркестрҙың көслө лидеры, юғары кимәлдәге дирижеры булыу ғына коллективты оло ҡаҙаныштарға еткерә ала. Һис шикһеҙ, Рөстәм Сөләймәнов был сифаттарға эйә.
– Маэстро, дирижерлыҡ итеү – нимә ул? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Минең фекеремсә, етәксе-дирижер өсөн төп шарт – туҡтауһыҙ камиллашыу. Классик һәм заман әҙәбиәте, һынлы сәнғәт, донъя философтары һәм психологтарҙың әҫәрҙәре менән ҡыҙыҡһыныу эшемдә ныҡ ярҙам итә. Сираттағы концертҡа әҙерләнгәндә музыканттарҙың иғтибарын йәлеп итергә, ышанысын яуларға, бергәләп ижад итеү теләген уятырға кәрәк. Хикмәт дирижерлыҡ итеүҙең ниндәйҙер махсус техникаһында ла, ҡул торошонда ла түгел. Ҡул хәрәкәттәре – ваҡыт билдәһе генә, темпты, ритм­ды көйләүсе ҡорал. Оркестр менән мин күңелем, күҙҙәрем аша идара итәм! Тамашасыларға еткерергә теләгән уй­-кисерештәрем, рухи импульстар – барыһы ла күҙҙәр­ҙә сағыла.
– Тыуған республикаңда ижад итеүгә ҡарағанда сит илдәрҙә ҡалып эшләү, бәлки, ҡыҙығыраҡ булғандыр… Һин ысын патриот!
– Ысынлап та, үҙемдең тыуған еремде, иҫ киткес тәбиғәтен, кешеләрен яратам. Элек мин быны бигүк аңлап та етмәгәнмендер, ситкә ынтыла торғайным. Хәҙер киреһенсә – милли музыкабыҙ, башҡорт ауылдары, ҡурай моңдары – барыһына ла күңел тартыла. Халыҡ йырҙары, оҙон көйҙәр, башҡорт эпосы, риүәйәттәренә ғашиҡмын.
Республика Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Рөстәм Сөләймәнов – Башҡортостандың ғорурланырлыҡ улдарының береһе. Дирижерҙың илһамлы ижады, хеҙмәте мәртәбәле Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына ысын мәғәнәһендә лайыҡ.
Ләйлә АРАЛБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға