25.10.2013 “Юлдаш”һөйләй, йырлай һәм таланттарҙы асыҡлай
“Юлдаш” йыры” конкурсы иғлан ителгәс тә түҙемһеҙләнеп яңы тауыштар көттөк. Профессиональ йырсылар барыбер ҙә сәхнәгә сыға, ә бына халыҡ араһынан таланттар эҙләү уғата яҡшы эш. Дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған конкурс, “Юлдаш”тар үҙҙәре әйтмешләй, йәштәргә – оло сәхнәгә старт, өлкәндәргә йәшлек хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсегә әүерелде лә китте. Өҫтәүенә, төрлө һөнәр эйәләрен бер майҙанға йыйҙы, таныштырҙы, дуҫлаштырҙы, ҡанат ҡуйҙы.
Быйылғы конкурс февралдән октябргәсә дауам итте.
Беренсе турҙа радио тыңлаусылар СМС-хәбәрҙәр, шылтыратыуҙар, хаттар менән икенсе турға үтеүсе кандидаттарҙы билдәләне, икенсеһендә рәсми жюри ябыҡ ултырышта был турға тәҡдим ителгән яҙмаларҙы тыңланы һәм, ниһайәт, өсөнсө турҙа һығымта яһалды ла, еңеүселәр гала-концертҡа саҡырылды.
Ҡала мәҙәниәт һарайы гөж килде был кистә. Берәүҙәр яҡташтарын, туғандарын дәртләндерергә килһә, байтаҡ тамашасы таныш тауыштарҙың эйәләрен күреү өсөн махсус килгәйне. Хатта концерт башланғанын көтөп йөрөгәндә, бер нисә кешенең йырсылар менән түгел, ә тамашаны кемдәр алып барыуы менән ҡыҙыҡһыныуы ишетелде. “Мин әйтте тиерһең, Әхәт Мортазин буласаҡ!” – тине бер апай өҙөп. ”Йәштәр ҙә сығасаҡ сәхнәгә, үәт, күрерһең, Наил Юнысов та, Марсель Байдәүләтов та алып барасаҡ”, – тине икенсеһе. Өсөнсөһө иһә Миләүшә Ғәлиеваның мөләйем йөҙөн күрергә, ихлас тауышын ишетергә форсат тейеүен белдерҙе. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла хаҡлы булып сыҡты. Фәрүәз Урманшин да, ваҡытында күп радио тыңлаусыны үҙенең “Күстәнәс”е менән һөйөндөргән Рөстәм Ғиззәтуллин да сыҡты сәхнәгә. Ә инде халыҡ араһынан табылған һәүәҫкәр йырсыларҙы тыңлап ҡына түгел, ҡарап һоҡланыу ҙа күңелгә ысын ял бирҙе.
“Юлдаш” хеҙмәткәрҙәре үҙ тамашасыһы менән һәр саҡ уртаҡ тел табып, яҡыная белә. Был юлы ла бағыусылар ярҙамы менән күп кенә кешене ҡыуандырҙылар.
Гала-концертта ҡатнашыусыларға килгәндә, йәштәр сәхнәлә үҙен һыуҙағы балыҡтай тотто, тиергә була. Башҡарылған йырҙар берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, ялҡытҡыс булманы. Әллә тауыштар сағыштырмаса яңы булғанға, әллә моң шулай тәьҫир итте – сығыштарҙың һәр береһе оҙаҡ алҡышланды.
Конкурс география йәһәтенән күптән Башҡортостан сигенән сығып китте. Быйыл ул Себер тарафтарын иңләгән, Италияға барып еткән. Республика райондарын алғанда ла, төрлө яҡтарҙың һәләтле тауыштары яңғырап торасаҡ радионан.
Ярыш булғас, уның еңеүсеһе лә билдәләнә. Шулай ҙа йыр-моңдо ныҡ айыра белгән халыҡ үҙенә оҡшаған йырҙарҙы йыш ҡына тиҙ үк ятлап алып башҡарып йөрөүсән, шулай популярлашып китә инде ул таланттар һәм уларҙың ижад емештәре.
Конкурстың иң юғары баһаһын – гран-приҙы Миәкә районының Боғҙан ауылынан Мөхәммәт Садиҡов алды. Был ағайҙың йәштәрсә дәрт менән башҡарған йыры ҡолаҡта оҙаҡ сыңлап торҙо. Лайыҡлы тауышҡа лайыҡлы баһа булды.
Беренсе урында – Белорет ҡалаһынан Динар Ғәниев.
Икенсе урында – Хәлимә Ҡадирова (Төмән өлкәһе, Надым ҡалаһы), Ленар Солтанов (Баҡалы районы), Мират Хакиев (Стәрлетамаҡ ҡалаһы).
Өсөнсөлә – Әлиә Хажиева (Күмертау ҡалаһы), Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура районы), Ләйсән Йәнбирҙина (Учалы районы), Регина һәм Венера Әхмәровалар (Стәрлебаш районы).
Бынан тыш, конкурсанттар номинацияларҙа билдәләнде. “Тыуған яҡ һандуғасы” номинацияһы бөрйәндәргә бирелде. Улар – Йәғәфәр Нәҙершин (әле Сибайҙа йәшәй) менән Дилә Сәғәҙиева.
Денис Поляков (Белорет районы), Регина Вахитова (Борай районы), Рита Вахитова (Күмертау ҡалаһы) – “Өмөт” номинацияһы.
Үрҙә республиканан ситтә йәшәүсе йыр-моң һөйөүселәр тураһында әйтелгәйне. Төмән өлкәһенең Лянтор ҡалаһынан сағыу тауышлы Мәләүез ҡыҙы Айгөл Шағманова менән Италияның Венеция ҡалаһында эшләп йөрөүсе яҡташыбыҙ Рәфис Хөснөтдинов “Йыр ҡыҫҡарта алыҫ араны” номинацияһында билдәләнде. Уларҙың туған моңдарын яратыуына һоҡланырға ғына ҡала.
“Йырлы тормош” номинацияһында бүләкләнеүсе ҡыҙҙар хаҡында ла “Юлдаш”тар йылы һүҙҙәр әйтте. Нурзилә Хызырова (Әбйәлил районы), мәҫәлән, ҙур сәхнәне яуларға, көсөн һынап ҡарарға райондан Өфөгә күсеп килһә, конкурс башланғанда ауылда тәрбиәсе булып эшләүсе Оксана Хәйретдинова (Салауат районы) район мәҙәниәт йорто етәксеһе булып киткән.
Конкурсанттарға бағыусылар әҙерләгән бүләктәр ҙә тапшырылды.
Әйткәндәй, гала-концерттың икенсе көнөндә тамашасылар “Юлдаш” хит-парадының иң сағыу “йондоҙ”ҙары Рәүилә Мәсәлимова, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Хәсән Усманов, Бибисара Азаматова, Радмир Туйсин, Рәил Өмөтбаев, Зилиә Бәхтиева, Ғайсар Миңлеғолов һәм башҡа башҡарыусыларҙың сығыштарын тыңлап кинәнде. Роберт Юлдашев, уның “Ҡурайсы” төркөмө менән Ҡазандан килгән, дөрөҫөрәге, ҡайтҡан махсус ҡунаҡ Рөстәм Асаевты (беренсе көндә генә булды) устарын ауырттырғансы ҡул сабып оҙаттылар.
Алдарына маҡсат ҡуйып конкурсҡа килеүселәр башҡаларға ла һынауҙар алдында баҙап ҡалмаҫҡа тәҡдим итә. Көтәбеҙ, “Юлдаш”та яңы тауыштар, яңы моңдар көтәбеҙ.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.