«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Ҡара алтын», йәнһеҙ сүллек һәм бәйғәмбәр иле



21.08.2010 «Ҡара алтын», йәнһеҙ сүллек һәм бәйғәмбәр иле

«Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәт – уның бәйғәмбәре» («Лә иләһә иллаллаһ, Мөхәммәд әр-рәсүлуллаһ») тигәнде был илдә бик йыш ишетергә тура килә. Ул таң менән мәсет манараларынан яңғырай башлай ҙа төнгө намаҙғаса әллә нисәмә тапҡыр ҡолаҡтарҙы наҙлай. Сәғүд Ғәрәбстанына сәйәхәт ҡылыусылар, донъяның башҡа илдәрендәге курорттарҙан айырмалы рәүештә, төндәр буйына кәйеф-сафа ҡороп йөрөй алмаясаҡ. Бында тотошлайы менән шәриғәт ҡанундары хакимлыҡ итә. Төп халыҡ үҙ илен «Ғәрәп утрауы» тип йөрөтә.

Бында нефть йылғалары «аға»
1938 йылдың мартында Сәғүд Ғәрәбстанында үтә лә бай нефть ятҡылыҡтары табыла, әммә Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланыу сәбәпле уны эшкәртеү тотҡарланып, тик 1946 йылда ғына эш алға китә. Өс йылдан иһә илдә нефть индустрияһы яйға һалына һәм тиҙ үҫеш ала, дәүләт «сәскә ата». Разведкаланған запастар 260 миллиард баррель (планеталағының 25 проценты самаһы) тәшкил итә һәм донъяла тәүге урында тора. Етмәһә, был күрһәткес, башҡа нефть сығарған илдәрҙән айырмалы рәүештә, арта ғына бара. Иң әүҙем һатып алыусылар – АҡШ, Япония, ҡытай, Көньяҡ Корея, Сингапур.
Сәғүд Ғәрәбстанының иҡтисады нефть табыу менән тығыҙ бәйле. Илдә нефть менән газ милли байлыҡ һанала, әлбиттә. Улар иң ҙур килем сығанағы ла. Аныҡ һандарға туҡталғанда, Сәғүд Ғәрәбстанында көн һайын һигеҙ миллион самаһы баррель нефть табыла. ARAMCO нефть компанияһы планетала иң эре нефть продукттары етештереүсе предприятие булараҡ таныш.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа сәнәғәт өлкәһендә эшләүсе кешеләр һаны ла арта. Был, моғайын, «нефтяник»тарҙың хеҙмәтенә түләүҙәрҙең юғары булыуы арҡаһындалыр ҙа. Мәшғүллеккә бәйле бер мәғлүмәт иғтибарҙы йәлеп итә: иҡтисадта эшләүселәрҙең 35 проценты – сит ил кешеләре. Шунлыҡтан ил етәкселеге ситтән эшсе алыуҙы сикләү сәйәсәтен башлаған. Компаниялар үҙ ватандаштарын эшкә алыуҙы йылына биш проценттан да кәметмәҫкә тейеш. 24 профессия иһә сит илдекеләр өсөн тыйылған, йәғни бында уларҙы ошо һөнәрҙәр буйынса эшкә алмаясаҡтар.
Эйе, нефть арҡаһында әс-Сәғүдийә иле бик бай. Әммә һәр кемдең дә нефть фонтаны бар тиергә ярамай. Шулай ҙа ярлылыҡ бында башҡа илдәр­ҙәге фәҡирлектән ҡырҡа айырыла.

Король, шәриғәт һәм ҡатын-ҡыҙ
«Ҡара алтын», йәнһеҙ сүллек һәм бәйғәмбәр иле
Сәғүд Ғәрәбстаны – абсолют теократик монархия дәүләте. Уның менән короллеккә нигеҙ һалыусы Әбдел Ғәзиз ибн Әбдел Рахман әл-Фейсал әл-Сәғүдәнең тоҡомо идара итә, йәғни ил башлығы вазифаһы мираҫ буйынса күсә килә. Изге ҡөрьән – илдең Конституцияһы. Бында шәриғәт ҡанундары – төп закон. Король ғаиләһенә яҡынса биш мең кеше ҡарай. Хакимлыҡ иткәндә аҡһаҡалдар, өлкән ир туғандар фекеренә, бер нисә хөрмәтле ғаилә ағзалары кәңәштәренә ҡолаҡ һалына. Башҡа юғары органдарҙа ла, мәҫәлән, министрлыҡтар­ҙа королдең ағай-ҡустылары, улдары етәкселек итә. Король – бер үк ваҡытта илдең дини лидеры (имам), ике изге мәсет руханийы, премьер-министр, ҡораллы көстәрҙең баш командующийы, баш судья ла. Барлыҡ никах, милек, мираҫ, енәйәт һ.б. эштәр Ислам буйынса хәл ителә. Бер ҡыҙыҡлы тарих та бар: дини община башында шәриғәт ғалимдары советы тора. XX быуат баштарында ошондай совет илдә телефон һәм автомобиль барлыҡҡа килеүгә ҡаршы сыҡҡан. Бындай яңылыҡтар шәриғәткә тура килмәй, тип иҫәпләгән ғалимдар. Әммә әлеге заман техникаһының уңайлы булыуы тиҙ арала раҫланып, проблема хәл ителгән. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙға автомобиль йөрөтөү тыйыла, тиҙәр.
Сәғүд йәмғиәтендә ир-ат төп ролде «уйнай». ҡатын-ҡыҙ кеше араһына кәүҙәһен баштан-аяҡ ҡаплаған япмаһыҙ сығырға тейеш түгел. Йортта ла улар өсөн айырым урын бар – «харим» (беҙгә билдәле гарем ошо һүҙҙән яһалған) тип атала ул. Бәҙәүи (күсмә ғәрәптәр, бедуиндар) ҡатын-ҡыҙы бер аҙ иреклерәк. Улар йәмәғәт урындарында йөҙҙәрен ҡапламай йөрөй ала, ир-ат менән һөйләшергә лә тартынмай.
Ғәрәп ҡатынының төп бурысы – ирен ҡарау, уның ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү һәм, әлбиттә, балалар тәрбиәләү. Ирҙәргә бер юлы дүрт ҡатынға өйләнергә рөхсәт ителһә лә, бындай «бәхет» байҙарға ғына тәтей. Уныһы ла хәҙер бик һирәк күренеш. Әйткәндәй, никах килешеүе төҙөү киң таралған. Мөхәббәт романтикаһына ғәрәп поэзияһында бик күп дан йырланһа ла, ғаилә ҡороуҙы йыш ҡына егет менән ҡыҙҙың яҡындары ойоштора. Ир теләһә ҡайһы ваҡытта ҡатынын айырыу өсөн судьяға мөрәжәғәт итә ала, ә ҡатын ире тарафынан рәнйетелһә, ире уны насар тәьмин итһә, енси яҡтан иғтибарһыҙлыҡ күрһәтһә, айырыу­ҙы талап итә ала. Статистика буйынса, бында ғаилә тарҡалыу һирәк күренеш. Ғөмүмән, илдә именлек, муллыҡ, сәләмәт тормош хөкөм һөрә.

Изге ҡалалағы изге мәсет
«Ҡара алтын», йәнһеҙ сүллек һәм бәйғәмбәр иле
Исламдың рухи үҙәге Мәккәлә 1570 йылдан алып билдәле булған, 309 мең квадрат метр майҙанды биләгән «әл-Бәйт-әл-Харам» («Изге йорт») мәсете урынлашҡан. Уның 95 метр бейеклектәге 9 манараһы, дүрт ҙур ҡапҡаһы, бынан тыш, 44 инеү урыны бар. Мәсеткә бер юлы 700 меңгә яҡын кеше һыя. Мәсеттең уртаһында – ҡәғбә. Мөйөштәре донъяның дүрт тарафын күрһәтә. Өҫтөнә йылына бер тапҡыр алмаштырылған ебәк ҡара япма ябылған. Уның өҫтөн иһә ҡөрьәндән алынған яҙмалар биҙәй. ҡәғбәнең ишеге 286 кг ауырлыҡтағы саф алтындан ҡойолған. Көнсығыш мөйөшөнә ҡара таш беркетелгән. Мосолмандар уның ожмахтан ҡыуылған Әҙәм ғәләйһиүәссәлләмгә Аллаһы Тәғәләнең бүләге икәнен яҡшы белә. Таш тәүҙә аҡ төҫлө булып, ваҡыт үтеүгә гонаһлылар ҡулынан ҡарайған. ҡәғбә янында Ибраһим бәйғәмбәрҙең аяҡ эҙе һаҡланған таш та бар. Зәм-зәм шишмәһе лә ошонда. Изге шишмә Исмәғил ғәләйһиүәссәлләм бәләкәй саҡта сүллектә сарсап, үлем хәленә еткәндә үксәһе менән ерҙе төйгәс бәреп сыға. Мәккә нәҡ уның янында төҙөлә лә инде. Зәм-зәм һыуы торба буйлап мәсеттең барлыҡ бүлмәләренә лә тиерлек аға. Үтә лә тәмле булыуы менән айырылып тора. Был изге ҡалаға хажға йыл һайын ике миллиондан ашыу кеше килә. Илдең ҡаҙнаһына ла шуға бәрәбәр килем инә.

Донъялағы иң ҙур сәғәт – Мәккәлә
Быйыл Рамаҙан айында Мәккә халҡы ҙур бүләк алды – бында планеталағы иң ҙур сәғәттәрҙең береһе ҡуйылды. Яңы сәғәттең диаметры 43 метр. Ул төҙөлөп ятҡан ҡунаҡхана комплексында урынлаштырылып, нәҡ ураҙа айы башланғанда эшләтеп ебәрелде. Әл-Харам мәсете менән йәнәш кенә ул. Сәғәт – 400 метр бейеклектә, Кинг Ғәбделғәзиз Эндоумент комплексының төп башняһында. Башня үҙе, 601 метр бейеклектә булып, өс айҙан төҙөлөп бөтәсәк. Бөтә Ислам донъяһы ваҡытты Гринвич буйынса түгел, ошо сәғәткә ҡарап билдәләйәсәк. Дизайны буйынса ул Лондондағы Биг-Бенды хәтерләтә.

«Ҡара алтын», йәнһеҙ сүллек һәм бәйғәмбәр иле
Һандар һәм факттар
Илдең тулы исеме – әл-Мәмләкә әл-Ғәрәбиә әс-Сәғүдиә, йәғни Сәғүд Ғәрәбстаны короллеге. Ул көньяҡ-көнбайыш Азияның Ғәрәп ярымутрауында урынлашҡан.
Халҡы 24 миллион 293 мең (2003 йылғы мәғлүмәт), уларҙың 80 проценты ҡалала йәшәй. БМО фаразы буйынса 2025 йылға халыҡ һаны 39 миллион 965 меңгә етәсәк.
Короллектең бөтә майҙанында ла тиерлек даими йылға һәм һыу сығанаҡтары юҡ. Ваҡытлыса ағымдар ҡойма ямғырҙан һуң барлыҡҡа килә. Көнсығышта шишмәләр бар. Грунт һыуҙары ер өҫтөнә яҡын урынлашҡан.
Халыҡтың күпселеге – сәғүд ғәрәптәре (74,2 процент), бәҙәүиҙәр (3,9 процент) һәм Фарсы ҡултығы ғәрәптәре (3 процент). Илдә барлығы 100-ҙән ашыу ҡәбилә һәм ҡәбилә берләшмәләре бар.
Һаулыҡ һаҡлау һәм белем алыу бушлай. Бюджеттың ярайһы уҡ ҙур сығымдары тотонолоуы һөҙөмтәһендә медицина хеҙмәтләндереүе һиҙелерлек юғары кимәлгә еткән. Был ҙур ҡалалар халҡына ла, сүллектә күсмә тормош алып барған ғәрәп ҡәбиләләренә лә ҡағыла. Короллектә юғары уҡыу йорттары һаны арта барып, араларында ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы булыуы ла ыңғай күренеш.
Бында дини полиция эшләй. Шәриғәт гвардияһы һалдаттары урамдар­ҙа, йәмәғәт урындарында даими патруллек алып бара. Хоҡуҡ боҙоусы асыҡланған хәлдә енәйәтенә күрә язаһы ла ҡаралған – штрафтан алып башын сабып өҙөүгә тиклем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға