«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Аһ, серле Һиндостан!



04.10.2013 Аһ, серле Һиндостан!

– Бөгөн һинд киноһын күрһәтәләр!
Совет заманында бындай иғлан береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Ха­лыҡ, көндәлек мәшә­ҡәттәрен иртәрәк тамамлап, кейенеп-яһанып, мә­ҙәниәт йортона ашы­ғыр булды. Ә унан алда, беҙ, ыбыр-сыбыр, көнө буйына тыңлаусан тәртип өсөн киноға бирелгән 20 тинлекте усҡа ҡыҫып, балалар сеансына йүгерә инек.
Һинд киноһы ҡасандыр илдә иң популяр күренешкә әйләнә – кинотеатрҙар һинд мөхәббәте һәм моңло көй-бейеүҙәр донъяһын ҡарарға теләүселәр менән шығырым тула. Ә фильм мәлендә геройҙарға ҡушылып иламаған, һыҡтамаған кеше ҡалмай тиерлек. Сеанс­тан һуң бигерәк тә хисле ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп сыға.
Һиндостан фильмдарының феномены ниҙә һуң? Совет эшселәренең, колхозсыларының үлә яҙып һинд киноһын яратыуының серен нисек аң­лар­ға? Геройҙарҙың йыр­ҙары тулы аһ-зар, ғәҙеллекте улар күп ҡорбан биреп яуларға мәжбүр булды. Байҙар тарафынан иҙелеп, таланып йәшәгән фәҡир, меҫкен Һиндостан халҡын йәлләү ҙә булғандыр, бәлки. Әллә, биш йыллыҡ планды дүрт йылда үтәүҙе талап иткән, Американы ҡыуып, үтеп китергә ҡабаланған түрәләрҙән, ҡаты социалистик реализм культынан бер аҙ ғына арынырға теләп, халыҡ клубтарға, кинотеатрҙарға ашыҡҡанмы? Сөнки был фильмдар моңло көй-моңдар, йәй­ғор төҫөндәге сариҙар, матур ҡатындар, байрам мөхите, бәхетле финалы менән йәлеп итеп, ике-өс сәғәткә булһа ла, тамашасыны хыял донъяһына илтә.
Тәү тапҡыр беҙҙең ил 1949 йылда “Ер балалары” һинд фильмын күрә. Был ҡыҙыҡһыныу Никита Хрущевтың Һиндостанға данлыҡлы сәйәхәтенән һуң башлана. Уға яуап итеп Джавахарлал Неру 50-се йылдар уртаһында СССР-ға килә. Илдәр араһында фән һәм мәҙәниәтте үҫтереү буйынса тығыҙ хеҙмәттәшлек башлана. Ҡыҙғаныс, бөгөн “һинд киноһы” терминының тылсымы юғалды, беҙҙе фильмдарҙағы һоҡланғыс матурлыҡ та әсир итмәй, сөнки Һиндос­тандың киноиндустрияһы ла үҙгәрә, заманға яраҡлаша бара. Шулай ҙа элекке һинд киноһы тураһында һүҙ сыҡһа, һәр кем йылы хәтирәләргә биреләлер. Күптәр улар­ҙы ҡат-ҡат ҡарауҙан да баш тартмайҙыр. Бөгөн беҙҙең кумирҙарыбыҙ – тап беҙ яратҡан, уларға оҡшарға тырышҡан билдәле һинд актерҙары.

Радж КАПУР

Һинд киноһының иң сағыу “йондоҙо” һәм меңәрләгән совет кешеһенең яратҡан кумиры булып таныл­ған актер һәм режиссер ул. Совет прокатында 1954 йылдан 1986 йылға тиклем барған, Р. Капур төп ролдә уйнаған “Берәҙәк” фильмының прокат лицензияһын 4 (!) тапҡыр оҙайталар. Нескә күңелле, романтик Радж Капур хаҡында хыялланмаған ҡатын-ҡыҙҙар бик һирәк була. Ул 80-дән ашыу фильмда уйнай, иң күренекле картиналары – “Минең исемем – клоун”, “Бобби”, “Әфәнде 420”, “Ганг аҡҡан илдә” һ.б.
Күренекле режиссер Притхвираджа Капур ғаиләһендә 1924 йылда донъяға килгән Радж тәү тапҡыр 6 йәшендә сәхнәгә сыға. Ғөмүмән, Капурҙар династияһына нигеҙ һалыу­сы Притхвираджа һәм уның ике туғаны Суриндер Капурҙың барлыҡ балалары-ейәндәре тиерлек актер һөнәрен һайлай.
Раджды “һинд Чарли Чаплины” тип йөрөтәләр. Барлыҡ милли характер һыҙаттарына эйә актерҙа тамашасы, тәү сиратта, үҙен күрә, уның бәлә-ҡазаларында үҙ маҡсаттарын, өмөттәрен һәм һыҙланыуҙарын таный. Шуға күрә лә Капурҙы һинд халҡы өҙөлөп ярата, ул башҡа илдәр­ҙә лә ҙур танылыу яулай. Д. Неру, йыш ҡына, Радж Капур минең популярлығымды тартып ала, тип шаяртырға яратҡан тиҙәр. Һиндостандан ниндәй генә ҡунаҡ килһә лә, ябай халыҡ иң тәүҙә: “Ә һеҙ Радж Капурҙы беләһегеҙме?” – тип һорау биргән. Тәүге космонавт Юрий Гагарин да, Һиндостанға барғас, актерҙы: “Иптәш Берәҙәк”, – тип сәләмләгән.
Актер 1988 йылда Д. Пхалке исемендәге премияны (Һиндостанда кино сәнғәте өлкәһендәге иң юғары награда) ил Президенты ҡулынан алған ваҡытта астма өйәнәгенән ҡолай һәм дауаханала йән бирә. Һинд экраны королен һуңғы юлға меңәрләгән халыҡ оҙата. “Радж Капур үлмәне, сөнки бөйөк кешеләр үлемһеҙ. Ул һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк!” – тип яҙа гәзит-журналдар.

Хема МАЛИНИ

Һинд киноһы хаҡында һүҙ алып барғанда, был актрисаны иҫкә алмау мөмкин түгел. “Зита һәм Гита”, “Үс һәм закон”, “Али баба һәм ҡырҡ юлбаҫар” фильмдары аша танылған һылыу, шаян ҡарашлы ҡатынды барыһы ла тәү күреүҙән үҙ итте. Уның хөрмәтенә СССР-ҙа бик күп әсә ҡыҙҙарына Зита һәм Гита исемдәрен бирә. йылмайыуы менән һушты алған актрисаны тыуған илендә “Хыял ҡыҙы” тип йөрөтәләр. Барлыҡ героинялары – ысын күңелдән өҙөлөп һөйгән тоғро ҡатындар, әсәләр. Х. Малини үҙенең мөхәббәтен дә кино төшөрөү майҙансығында осрата һәм ғүмерлеккә бәхетле була. Актер Дхармендра менән Малиниҙың мөнәсәбәттәрен барлыҡ Болливуд ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Улар өйләнешкәс, һинд актрисаларының күпселеге кеүек үк, Хема үҙен ғаилә тормошона бағышлаясаҡ, тип күҙаллайҙар. Ләкин ул балаһы тыуғандан һуң, экранға кире ҡайта. Уның матурлығы хаҡында легендалар йөрөй. Оҫта бейеүсе булараҡ, режиссер­ҙар уға һәр саҡ бейегән ҡатын-ҡыҙ ролдәрен бирә, актриса ғүмере буйы гуруҙарҙан береһенән-береһе ҡатмарлыраҡ бейеүҙәр серенә төшөнә.
Х. Малини – Голливудты ла яулай алған һирәк актрисаларҙың береһе. Ике ҡыҙы бар, улар ҙа актрисалар. 65 йәшлек Хема бөгөн дә тамашасыларҙы һығылмалылығы, һылыу­лығы менән таң ҡалдыра, продюсерлыҡ һәм режиссерлыҡ менән шөғөлләнә. Йәш күренеүемдең сере – бейеүҙә, ти.

Митхун ЧАКРОБОРТИ

Легендар актер 1950 йылда Калькутта ҡалаһында телефон компанияһы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа. Йәш сағында Митхун байҙар­ға ҡаршы наксалиттарҙың – ярлы һул радикалдар хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы була. Тик наксалиттар власть тарафынан аяуһыҙ баҫтырыла. Егеттең бик күп дуҫы язаға тарттырыла, атаһы улын үлемдән ҡотҡарып ҡалыу өсөн Бомбейҙағы туғандарына оҙата. Төрлө хеҙмәттә йөрөгән егет бер мәл актерлыҡ факультеты тураһында иғлан күреп ҡала. Ләкин түбән ҡатламдан сыҡ­ҡанлыҡтан, башта унан баш тарталар. Әммә һәләте һәм төҫ-башы Митхунға имтихандарҙы уңышлы тапшырырға ярҙам итә. Кино институтын ул алтын миҙалға тамамлай.
Уҡыу йылдарында М. Чакроборти “Таныш түгел икәү” фильмында эпизодик роль башҡара. Тик төп ролдәрҙә Рекха менән Амитабх Баччан уйнағанлыҡтан, егеттең бар сағыулығы юғалып ҡала. Тиҙҙән тағы бер нисә фильм була, тик режиссерҙар был һағышлы күҙле егетте саҡырырға һис тә ашыҡмай. Диско стилендәге музыка модаға ингәс, 1982 йылда “Диско бейеүсеһе” тигән фильм, ниһайәт, уға баш әйләндергес уңыш килтерә. Миллионлаған фанаттар армияһы, алдында йүгереп кенә йөрөгән режиссерҙар, иҫәпһеҙ-һанһыҙ фильмдар – тора-бара йырсы һәм бейеүсе Митхун Чакроборти иң һәләтле биш һинд актеры исемлегенә индерелә. Хатта титрҙа ғына уның исеме яҙылыуы фильмға оло уңыш гарантиялай. Быға тиклем булмаған хәл – бер үк ҡалала уның ҡатнашлығы менән 25 фильмдың бер юлы барыуын да хәтерләй кино һөйөүселәр. 90-сы йылдарҙа Митхун кире ролдәрҙә сығыш яһай башлай. Сираттағы матбуғат конференцияларының береһендә ул фанаттарынан кире ролдәре өсөн ғәфү үтенә. Барлығы 200-ҙән ашыу фильм­да төшкән һәм яратҡан эшен әле дауам итә.
Бөгөн ул Һиндостанда бай, хөрмәтле әфәнделәрҙең береһе. Эт яратҡанлыҡтан, бөтә донъя буйлап уға дүрт аяҡлыларҙы килтерәләр. Актер әйтеүенсә, эт – ул кешенең иң тоғро дуҫы.

Амитабх БАЧЧАН

Совет халҡының тағы бер иң яратҡан актерҙарының береһе, нескә күңелле Р. Капурҙан айырмалы рәүештә, амплуаһы – һәр саҡ ярҙамға килеүсе, бер ниндәй ҡурҡыуҙы белмәгән ауыр, уҫал ҡарашлы, аҙ һүҙле рыцарь. Ул 1942 йылда Һиндостандағы күренекле шағир, яҙыусы һәм тәржемәсе Хариванш Рай Баччан ғаиләһендә тыуа. Тәүҙә кино төшөрөүселәр Амитабхтың кәрәгенән артыҡ ҡуңыр тәнле булыуын оҡшатмай. Егеткә дуҫының әсәһе – Индира Ганди ярҙамға килә. Премьер-министрҙың хаты менән тәүге ролгә эйә була ул. Фильм әллә ни уңышҡа өлгәшмәһә лә, төп геройҙы уйнаған А. Баччан милли премияға лайыҡ тип табыла. Актерҙың иң билдәле эштәре араһында – “Үс һәм закон”, “Ҡара принц Аджуба”, “Һуңлаған яза” һәм башҡалар.
1975 йылда төшөрөлгән “Үс һәм закон” фильмында Баччан ҡатыны менән уйнай. Джайя Бхадури – актерҙың хәләл ефете, улар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Абхишек та ата-әсәһе юлын һайлай. Әйткәндәй, Абхишектың ҡатыны Һиндостандағы иң матур һәм талантлы актрисаларҙың береһе – Айшвария Рай.
1984 йылда Амитабх тыуған ҡалаһынан ил парламентына кандидатураһын ҡуя, һайлау­ҙарҙа ҙур айырма менән еңеп сыға. Тик өс йылдан сәйәсәттән ситләшә һәм киноға кире ҡайта. 2000 – 2005 йылда “Кем миллионер булырға теләй?” телеуйынының һинд версияһын алып бара, уны Шахрух Кхан алмаштыра. А. Баччан йырға һәләтен дә самалап ҡарай – поп-дискын сығара. 70-се йылдарҙа “Йондоҙ №1” булып танылған актер бай, кино өлкәһендә уңыш яулаған эшҡыуарға әйләнгән. Бөгөн ул әле лә ҙур экранды ҡабыҙа алған оло быуын актерҙарының береһе, лайыҡлы рәүештә һинд кинематографының терәге тип иҫәпләнә.

РЕКХА (Бханурекха Ганешан)

1954 йылда күп балалы ғаиләлә тыуа, тик ата-әсәһе иртә айырылыша һәм балалар ғаилә йылыһын тоймай үҫә. Әсәһенә ҙур ғаиләне ҡарарға ярҙам итеү өсөн Рекха 12 йәшендә киноға төшөргә килә. Тәбиғәт ҡыҙҙан матурлыҡты ла, һәләтте лә һис тә йәлләмәгән. Барлыҡ көньяҡ ҡыҙҙары кеүек һимереүҙән ҡурҡҡан Рекха һәр саҡ кәүҙәһенең һомғоллоғон ҡайғырта. Иң сағыу фильмдары – “Үс алыу теләге”, "Ҡәҙерле Умрао", “Мөхәббәт өсмөйөшө”. Ул төрлө образдарға еңел инә – бәхетһеҙ ғашиҡ ҡыҙ, фиҙакәр әсә һәм килен, түбәнгә тәгәрәгән ҡатын, хатта енәйәтсе. Оҫта макияж яһай белгән актриса бик күп коллегаһын дөрөҫ буянырға өйрәтә. Уны хөрмәтләп Ханым, Мисс элегантлыҡ, Макияж королеваһы тип йөрөтәләр. Шәхси тормошо ла төрлө була – ҡасандыр ул, барыһынан да йәшереп, Винод Мехра исемле актерға кейәүгә сыға. Тик был хаҡта һораусыларға, юҡ, мин тормошта түгел, тип яуаплай. Икенсе ире – эшҡыуар Мукеш Агарвал үҙ-үҙен үлтерә. Был ваҡиғанан һуң актрисаны күрә алмаусылар “Яуыз тол ҡатын” тип исем таға. Һәр саҡ яңғыҙлыҡты яратҡан Рекха балаһыҙ, бөгөн ул иң яҡын әхирәте һәм ҡустыһы менән йәшәй. Һирәк интервью биргәнлеге һәм кеше менән аралашып бармағанлығы арҡаһында, журналистар уны “һинд Грета Гарбоһы” һәм “Болливудтың иң серле “йондоҙо” тип йөрөтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға