«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Романстар оҫтаһы Руслан



04.10.2013 Романстар оҫтаһы Руслан

Романстар оҫтаһы РусланХ. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Руслан Сәйфетдинов Владимир ҡалаһында уҙған романстар башҡарыусылар­ҙың VII Бөтә Рәсәй асыҡ конкурсында ҡатнашып, гран-приға лайыҡ булды. Шулай уҡ “Ҡала романсы” номинацияһында беренсе урын яуланы.
Бәйгелә илебеҙҙең утыҙлаған ҡала-төбәгенән 60-тан ашыу йырсы көс һынашты. Мәртәбәле тамашаны РФ Мәҙәниәт ми­нистрлығы, Владимир өлкәһенең Мәҙәни эштәр буйынса департаменты һәм Владимир төбәк филармонияһы ойоштор­ған.
Юғары башҡарыу оҫталығы, актерлыҡ һәләтенә эйә булған Руслан Сәйфетдинов тамашасыларҙың һәм жюри ағзаларының күңелен “Бисара йырсы”, “Дәрт ташып торғанда”, “Ярҙар”, “Буш һүҙҙәр”, “Ете ҡыллы гитара”, “Матурлыҡты аңларға өйрәтегеҙ” кеүек романстар башҡарып яулай. Йәш йырсыға ижади уңыштар теләп, афарин, тиергә генә ҡала!

Н. АҘНАБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға