«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Филармония артистарына ни булған?



27.09.2013 Филармония артистарына ни булған?

Филармония артистарына ни булған?Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 75-се миҙгелен асырға әҙерләнә. Тимәк, етмеш бишенсе тапҡыр филармония сағыу концерттары, ҡыҙыҡлы кисәләре менән сәнғәт һөйөүселәрен ҡыуан­дырмаҡсы. Юбилей миҙгеленә исемдең дә ниндәйерәген уйлап сығарғандар бит әле – “Ҡыҙыу миҙгел”! Ойош­тороусылар вәғәҙә итеүенсә, 17 октябрҙә концертта барлыҡ 60 эстрада артисы бер юлы сығыш яһаясаҡ. Яҡтылыҡ эффекттарына, декорацияға ҙур иғтибар бүленәсәк, баҡһаң, режиссер Иршат Фәхретдинов бының менән тамашасыларҙы таң ҡалдырырға иҫәп тота. Ләкин сценарий хаҡында ләм-мим, барыһы ла ниндәйҙер интрига һаҡлай, ахыры.

Эльмир ӘБҮБӘКЕРОВ, йырсы:
– Йәйге ялдан һуң вокал ғына түгел, хореография буйынса ла репетицияларға йөрөйбөҙ. Яңы миҙгелде асыу тантанаһында сценарий буйынса бейеүҙәр күп буласаҡ. Быға тиклем хореография менән шөғөлләнгәнем булды, шуға күрә минең өсөн көндәлек күнекмәләр әллә ни ауыр түгел. Был бит ыңғай энергия тыуҙыра, пластика яҡшыра, гимнастиканың тик ыңғай эҙемтәләргә генә килтерәсәге барыһына ла билдәле.
Һәр артистың үҙ тамашасыһы булырға тейеш. Бының өсөн һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә, репертуарҙы байытырға кәрәк. Беҙҙең «Каруанһарай» төркөмөндә быйыл состав яңырыуы көтөлә, йәш музыкант егеттәр киләсәк.

Илшат ИШМОРАТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы:
– Юбилей миҙгеленә ҡарата әҙерләнгән концертты «солянка» тип атарға ла мөмкин. Коллективҡа был проект бик оҡшай, барыһын да һөйләп тормайым, сер итеп кенә, килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ, тип әйтергә теләр инем. Йыл да тамашаларҙы төрләндереп тороу кәрәк, тип иҫәпләйем. Киләсәктә әлеге ҙур тамашаны филармония сәхнәһе менән генә сикләп ҡалмаҫҡа, күрше республика-өлкәләргә алып сығып күрһәтергә ине. Сөнки концертта ҡатнашыусы артистар күберәк булған һайын, ул тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлыраҡ. Гастролдәрҙә йөрөгәндә, йыш ҡына, теге йырсы ҡайҙа, был артист ҡасан беҙгә килә, тигәнерәк һорауҙар бирәләр. Күҙ алдына килтерегеҙ – барлыҡ артистар бер юлы килеп төшһә, халыҡтың ҡыуанысының иге-сиге булмаясаҡ.

Гөлзәмиә СИТДИҠОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, нәфис һүҙ оҫтаһы:
– Бергәләшеп балет залы буйлап йүгерешеп йөрөүе, эй, күңелле, яңы миҙгелгә талпынып, ашҡынып әҙерләнәбеҙ. Ғөмүмән, һәр миҙгелде асыу алдынан оло тулҡынланыу кисерәһең, шул уҡ ваҡытта күңел, хас та бала ише, әллә ниндәй мөғжизә көтә һымаҡ. Шейпинг, заманса бейеүҙәр менән шөғөлләнә торғас, студент саҡтарым иҫкә килеп төштө хатта. «Сәхнә хәрәкәте» тигән дәрестә тап ошолай ҡылана инек.
Йәй буйы рәхәтләнеп ял итеп, тулыһынса талыҡһырап килгәйнек – буй-һыныбыҙ тартылып, матурайып китте. Был репетициялар беҙҙе йыйнаҡландыра, яҡшы формаға килтерә.

Миңзифа ИСҠУЖИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, йырсы:
– Былтыр миҙгелде джаз концерты менән асҡайныҡ. Быйыл да барыһы ла үҙенсәлекле тамаша әҙерләү менән мәшғүл.
Мин йәш йырсы, бик күп йыр бәйгеһе лауреаты Марсель Ҡотоев менән 30 октябрҙә ҡуясаҡ концертыма ла әҙерләнәм. Ни өсөн тап Ҡотоев, тиһегеҙме? Беҙҙең ғәзиз тыуған еребеҙ – Баймаҡ районына ла 75 йәш. Шуға күрә яҡташым менән «Күк Ирәндек буйында» тип аталған тамаша менән ҡыуандырмаҡсыбыҙ. Был концертта, әлбиттә, йәнтөйәк, Тыуған илгә һөйөү темалары күп яңғыраясаҡ. Тәүге бүлеге халыҡ йырҙарынан – оҙон көйҙәр, таҡмаҡтар һәм башҡаларҙан торһа, икенсе бүлек эстрада йырҙарына арналасаҡ.

Лилиә ХӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға