«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәт яңылыҡтары



20.09.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары

Ҡурайсылар флешмобы

Иртәгә баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында ҡурайсыларзың беренсе дөйөм флешмобы үтә.
Барыһын да ошо ҙур сарала әүҙем ҡатнашырға һәм ҡарарға саҡырабыҙ. Профессионалдар һәм ҡурайҙа уйнарға яратыусыларға флешмобта ҡатнашыу өсөн сараның «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә әңгәмәләрҙә заявка ҡалдырырға кәрәк.
Бындай ваҡиға әле бер ҡайҙа ла булғаны юҡ, ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
«Ҡурайсылар флешмобы!» төркөмөнөң адресы — https://vk.com/kuraiflesh

Әбйәлилдә музей асылды

Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы мәктәбендә билдәле әҙиптәр Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм Рәмил Ҡол Дәүләттең ижад һәм тормош юлына арналған музей барлыҡҡа килде.
Экспозицияла яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәре, ҡыҙыҡлы документтар һәм һирәк осраған фотоһүрәттәр урын алған.

Силәбелә – «Сәләм, Sтудент Party»

26 сентябрҙә Силәбе ҡалаһында «Сәләм, Sтудент Party» исемле башҡорт йәштәре дискотекалары миҙгеле башланасаҡ.
Унда Ян Лира, Илмир Моталов, Айнур Мансуров, Розалия Шәрәфетдинова, Линар «Дүрткүҙ» Хәлилов, DJ Наил_Башстайл һәм башҡа артистар сығыш яһаясаҡ.

«Самрау» йәш таланттарҙы көтә

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендә «Самрау» балалар театры студияһы үҙенең эшен башлай.
Студияға 10 – 17 йәшлек балалар ҡабул ителә, уҡытыу рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыласаҡ. 21 һәм 22 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем театр бинаһында кастинг уҙғарыла.
Уҡыу программаһында актер, нәфис һүҙ оҫталығы, йыр, бейеү дәрестәре ҡаралған. Шулай уҡ уҡыусылар аң даирәһен үҫтереү маҡсатында музей, күргәҙмәләр һәм башҡа тамашалар менән яҡындан танышасаҡ.
Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙе сәнғәт донъяһында күрәһегеҙ икән, рәхим итегеҙ!

Утлы шоуға килегеҙ!

29 сентябрҙә «Аҡбуҙат» ипподромында бөтә донъяны хайран ҡалдырған Линда Фаркас һәм «Фаер мэжик», «Феникс», «Vasana», «Tэндэва», «К.О.Т.» ут театрҙары тамаша ҡуя.
Ул киске сәғәт 7-лә башлана, инеү бушлай.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
сайтын файҙаланып,
Л. ҺИҘИӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға