20.09.2013 Олоһо ла, кесеһе лә ҡәнәғәт ҡалды
Республикала беренсе тапҡыр Өфөнөң барлыҡ театр сәхнәләрендә ”Театр төнө” тип аталған мәҙәни акция үтте. Был сара ”Музейҙар төнө”, ”Кино төнө”, ”Китапханалар төнө” кеүек акцияларҙың дауамы булып тора. ”Event PRO Уфа” һәм ”Сказка” агентлыҡтары менән берлектә ойошторолған ”Театр төнө” БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында үтте, проектты тормошҡа ашырыу өсөн Президент гранты ла бүленде.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры байрам сараларын иң кескәйҙәр өсөн уйын-көлкө менән асып ебәрҙе. Балаларҙың шат тауыштары яңғырап торған театр алдындағы майҙансыҡ күҙ асып йомғансы тулды ла ҡуйҙы – төрлө әкиәт персонаждары булып кейенгән актерҙар барыһының да күңелен асты.
… Апаһы Самираның арҡан аша һикергәнен күҙәтеп ултырған ике йәшлек Азалия талпынып-талпынып ҡуя. Минең дә уйнағым килә, йәнәһе. Еңеүселәргә хатта тәмлекәстәр ҙә бүләк итәләр, ҡара һин уны!
– Театрға йөрөргә бик яратабыҙ, миҙгелдең башынан алып аҙағынаса спектаклдәрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, – ти ҡыҙҙарҙың әсәһе Лилиә Ғәббәсова. – Был сара хаҡында ҡәйнәмдән ишеттем. Самира бейеү түңәрәгенән арып ҡайтып инһә лә, байрамға барырға теләп ризалашты. Ҡарағыҙ әле, балалар ҡайһылай шат! Театр бындай сараларҙы даими уҙғарһа, балаларҙы йүргәктән үк үҙенә йәлеп итәсәк.
Ысынлап та, донъяларын онотоп йүгерешкән бәләкәстәр әкиәт геройҙары менән ихлас аралашты, йәш актерҙар тәҡдим иткән спектаклде йәше лә, ҡарты ла яратып ҡараны.
Тамашасыларҙың береһе Фәриҙә Авдеева – 28-се коррекция мәктәп-интернатының тәрбиәсеһе байрамға тәрбиәләнеүселәрен алып килгән.
– Беҙҙә насар ишеткән һәм күҙҙәре насар күргән балалар тәрбиәләнә. Сара иҫ киткес шәп, балаларҙың үтә ҡәнәғәт булыуынан да сығып әйтәм. Башҡорт дәүләт академия драма театры һәр ваҡыт үҙенең спектаклдәренә саҡыра, һаулығы насар балаларҙы һис тә онотмай. Беҙ миҙгел буйына даими рәүештә театрға киләбеҙ. Репертуар менән яҡшы танышбыҙ. Бының өсөн театр етәкселегенә һәм актерҙарға ҙур рәхмәт, ошондай мәҙәни сараларҙан балалар ҡанатланып, дәртләнеп ҡайта, – ти педагог.
Ә театр эсендә барлыҡ ҡунаҡтарҙы сюрприз көтә ине. Бында һәр теләүсе үҙенә оҡшаған сәхнә костюмдарын һәм париктарҙы кейеп, грим һалдыртып, иҫтәлеккә фотоға төштө. Фойела төрлө спектаклдәрҙең геройҙары ҡаршы алды, халыҡ яратҡан кумирҙары менән күптәнге таныштар кеүек аралашты, ҡыҫҡаһы, был төндә театр донъяһының бөтөн серле ишектәре асылды. Теләүселәр ижади цехтар буйлап экскурсияға йүнәлде, кулуарҙарҙа шағирҙар Азамат Юлдашбаев, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Мөнир Ҡунафин менән әңгәмәләште.
Ә йырсы актерҙарҙан төҙөлгән концерт сценарийы (режиссерҙары – И. Ҡаҙаҡбаев, С. Асҡарова) – көтөлмәгән осрашыуҙар, сюрприздар, осраҡлы экспромт ваҡиғалар бик һөҙөмтәле тамашаға әүерелде. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы сығыштарҙы ҡарарға килгән халыҡтың күбеһенә залда урын булмауы быға дәлил. Театрға тамашасылар ағымы һуңғы сәғәткә тиклем тынманы. Коллектив әҙерләгән Ә. Ғаязовтың пьесаһы буйынса асыҡ репетиция, театр бүлегенә уҡырға инергә теләүселәрҙән имтихан алыу, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы премьераһына “кассала ҡалған бер генә билет”ҡа аукцион, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының сығышы – барыһы ла аншлаг менән үтте.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ла алма төшөрлөк урын юҡ ине. Тамашасылар яратҡан артистары менән аралашыу өсөн зал ишеген ысын мәғәнәһендә ҡамап алғайны. Урын булмағанлыҡтан баҫып тороусыларҙан бер ҡәнәғәтһеҙлек һүҙе ишетелһәсе! Коллектив әҙерләгән “капустник”та башҡорт һәм рус труппаларының иң һәләтле актерҙары ҡатнашты. Байрам программаһында төрлө театраль миниатюралар, конкурстар, презентациялар тамашалар калейдоскобын барлыҡҡа килтерҙе һәм халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең театрҙарҙың тәүге “ҡоймағы” төйөрһөҙ булды.