13.09.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары
Иң оҫта ҡурайсы 100 мең һум аҡса аласаҡ
Октябрьский ҡалаһында үтәсәк республика Ҡурай байрамына заявкалар йомаға тиклем ҡабул ителде.
Солистар һәм ансамблдәр бәйгелә ҡатнашыу өсөн юғары башҡарыу оҫталығына эйә булырға һәм көйҙөң легендаһын, тарихын белергә тейеш. Ә һирәк яңғыраған көйҙәргә айырым иғтибар бүленә.
Бөгөнгә тиклем 16 йәшкә тиклем номинацияға – 31, 16 йәштән өлкәндәр араһында 26 заявка ҡабул ителгән. Ансамблдәргә килгәндә, 16 йәшкә тиклем – 8, 16 йәштән өлкән ҡурайсыларҙан торған 7 коллектив конкурста үҙен һынап ҡарарға теләк белдергән. Төп еңеүсене быйыл ҙур бүләк – 100 мең һум аҡса көтә.
Ҡурай байрамында музыканттар һәм ҡурайсылар ансамблдәре етәкселәре өсөн ижади лаборатория ла эшләйәсәк. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡала округы хакимиәте, БР Ҡурайсылар союзы ойоштора.
Кавказға – гастролГӘ
21 – 28 сентябрҙә РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Ҡабарҙы-Балҡар иленә гастролгә юллана.
Сираттағы ижад миҙгеле алдынан Кавказ халҡына театрҙың башҡорт труппаһы ике спектаклен тәҡдим итә. Балалар өсөн Д. Родариҙың «Чиполлино»һын һәм Флорид Бүләковтың «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа» фольклор комедияһын Нальчик, Баксан, Тырныауз, Майский, Прохладный ҡалалары тамашасылары ҡараясаҡ. Бер йыл элек Ҡабарҙы-Балҡар иленә А. Приставкиндың «Ночевала тучка золотая» спектакле менән театрҙың рус труппаһы барып ҡайтҡайны. Был әҫәрҙе рус труппаһының баш режиссеры, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында тыуып үҫкән Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерҙе.
Ике туғандаш республика араһында мәҙәни күперҙе нығытыусы театр коллективына уңыштар теләйек!
Л. Һиҙиәтова.