«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Тырышлыҡҡа атай-әсәйем өйрәтте»



05.09.2013 «Тырышлыҡҡа атай-әсәйем өйрәтте»

Иглин районының мәҙәниәт һарайында эшләүсе йәш йырсы Ләйсән Хәлиуллина, ижад кешеһенә лә был сифат бик кәрәк, ти
«Тырышлыҡҡа атай-әсәйем өйрәтте» Йәштәр ауылға ҡайтып эшләргә теләмәй. Уларға һәйбәт шарттар кәрәк, тип зарланыусылар күп. Ә минең ҡарашымса, теләге булған, һөнәрен ихлас яратҡан, идеялары ташып торған кешеләр теләһә ҡайһы урында үҙҙәрен аса ала. Иглин районының мәҙәниәт йортона йәштәр теләп ҡайта. Уларға бында бөтөн шарттар ҙа булдырыл­ған: төрлө идеяларын һәр саҡ күтәреп сығалар, башланғыстарына аяҡ салмай­ҙар. Ә был яңы эш башлаусы йәштәр өсөн иң мөһимелер, моғайын.
Ләйсән Хәлиуллина – йәш йырсы. Яңыраҡ ҡына ул Өфө педагогия колледжында музыка уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп ҡайтты. Сәхнә түрендә үҫкән ҡыҙға киләсәккә профессия һайлау ауыр булмаған.
– Бәләкәйҙән уҡытыусы һәм йырсы булырға теләй торғайным. Был ике һөнәр музыка уҡытыусыһы һөнәрендә берләштерелде. Беҙ ғаилә­лә дүрт бала. Мин иң өлкәне, шуға ла бәләкәйҙән туғандарымды ҡарап үҫкәнгә күрә балаларҙы бик ныҡ яратам. Ә йырҙан бәләкәй­ҙән айырылғаным юҡ, – ти йәш йырсы.
Сәхнәлә йырлап йөрөүе күптәргә еңел генә эш тойола. Сыҡтың, йырланың – эшең дә бөттө. Ләйсән, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең һөнәренә бик етди ҡарай. Нин­дәйҙер сарала сығыш яһарға саҡырһалар, башҡарасаҡ йырҙарын алдан уҡ һайлап, ентекләп әҙерләй. Репертуарын һайлағанда ла еңел-елпе генә йырҙарға түгел, ә мәғәнәле, үҙенең күңеленә яҡындарына өҫтөнлөк бирә.
– Сәхнә кешеһе һәр саҡ йылмайырға тейеш. Күңелең ниндәй генә ҡайғы-хәсрәткә батһа ла, концерт ҡарарға йыйылған халыҡ алдына һин йылмайып баҫырға бурыслы, – тип иҫәпләй ул.
Ул үҙенең уҡыусыларын да ошондай юҫыҡта тәрбиәләй. Балаларҙың эстрада-вокаль төркөмө быйыл ғына ойошторолдо. Шулай булһа ла йырларға, матур итеп хәрәкәт итергә, үҙҙәрен сәхнәлә тота белергә өйрәнеүсе балалар бихисап. Л. Хәлиуллина уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табыуҙы, һәр береһенең вокал мөмкинлектәрен асыуҙы бурыс итеп ҡуйған.
– Һинең кеүек һомғол буйлы, оҙон сәсле, иҫ китмәле тауышлы ҡыҙҙың артынан йөрөүсе, иғтибарын яуларға теләүсе егеттәр күптер, моғайын? Һинең иғтибарыңды яулар өсөн улар нимә эшләргә тейеш?
– Ул мотлаҡ ихлас, матур күңелле, ата-әсәһенә ихтирамлы, өлкәндәргә иғтибарлы булһын. Илке-һалҡы, маҡсатһыҙ йөрөгән егеттәр мине ҡыҙыҡһындырмай. Ғөмүмән, минең уйымса, һәр кем үҙенең тормошон үҙе ҡорорға тейеш. Кемгәлер ышанып, нимәлер көтөп ултырыу килешмәй. Минең атай-әсәйем ғүмер буйына бил бөгөп, тырышып донъя көттө. Балаларыма булһын, бөтөн йәшәһендәр, тип тырыштылар. Миндә лә ошо сифаттарҙы тәрбиәләгәндәре өсөн уларға рәхмәтлемен, – ти Ләйсән.
Әле ул популяр йырҙарҙы ғына йырлай, киләсәктә джаз, блюз йырҙарын да башҡармаҡсы.
– Башҡорт илендә йәшәп, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара белмәү – килешмәгән эш. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара белеү-белмәүгә ҡарап, артистың ни тиклем киң диапазонлы икәнен билдәләйҙәр. Шуға ла репертуарымда халыҡ йырҙары мотлаҡ буласаҡ. Беҙҙең коллективта эшләгән тәжрибәлерәк башҡа­рыу­сылар миңә был ауыр эште башҡарып сығырға ярҙам итер, тип ышанам, – ти йәш йырсы.
Миләүшә ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға