23.08.2013 Сәнғәткә һөйөүе нәҫелдән килә
Илнур Рамаҙанов йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡурайҙа ла һыҙҙыра
Булыр бала биләүҙән, ти халыҡ мәҡәле, Илнур 3 – 4 йәшенән үк музыкаға, йырға, бейеүгә тартыла. Әсәһе Йәмилә Сабир ҡыҙы, Күмертау ҡалаһындағы «Дуҫлыҡ» мәҙәни-методик үҙәктә методист булып эшләгәндә, малайҙы мөмкин тиклем үҙе менән алып йөрөй. Кескәй Илнур ҡурай моңон, йыр тыңлап, бейеүҙәрҙе күҙәтеп, нәфис һүҙ ишетеп үҫә. Олатай-өләсәһенең матур йырлауы, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнауы, ата-әсәһенең сәнғәтте мөккиббән китеп яратыуы ла быға тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Нисек кенә булмаһын, дүрт йәшлек малай үҙәктә эшләп килгән «Айым» театр студияһында бик теләп шөғөлләнә башлай. Әсәһе, үҙе Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының режиссерҙар әҙерләү бүлеген тамамлаусы булараҡ, улының ижади һәләтен асыуға, уны камиллаштырыуға айырым иғтибар бүлә. Йәш артист көн дә ныҡышмалы күнегеүҙәр, дәрестәр ала. Илнур спектаклдәрҙә, театрлаштырылған тамашаларҙа йыр-бейеүҙәрҙе, ролдәрҙе уңышлы башҡара. Ҡалала бейеү студияһында, музыка мәктәбенең вокал, ҡурайсылар бүлектәрендә шөғөлләнеүе уның мәктәптәге уҡыуына һис тә ҡамасауламай. Уны тик алдынғы уҡыусы, әүҙем йәмәғәтсе, мәктәптең мәҙәни, спорт тормошонда актив ҡатнашыусы тип телгә алалар.
Ижади һәләтен, уны даими камиллаштырыу Илнурҙы сәнғәттә тәүге уңыштарға килтерә. Салауат ҡалаһында уҙғарылған балаларҙың республика «Яҙғы тамсы» фестиваль-конкурсында йырсы малай беренсе дәрәжә лауреат исемен яулай, Ырымбур өлкәһендә үткәрелгән башҡорт мәҙәниәте байрамында дипломант, «Сулпылар» телевизион конкурсында лауреат исемдәренә лайыҡ була. 2004 йылда Сибайҙа уҙғарылған «Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә лә Күмертау ҡалаһы вәкиле уңышлы сығыш яһай. Ошо уҡ йылда республика «Йәш ғаилә» бәйгеһендә малай ата-әсәһенә – Рамаҙановтар ғаиләһенә лауреат исемен алыуға ҙур өлөш индерә. Ә 2005 йылда йәш йырсы Күмертау ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына арналған «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың гран-прийына лайыҡ була.
Санкт-Петербургта ойошторолған «Европаға тәҙрә» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр фестиваль-конкурсының дипломанты, ҡала кимәлендә уҙғарылған «Йәш музыкант» баянсылар ярышында 3-сө, Ишембайҙа ойошторолған «Вәлиди уҡыуҙары» конкурсында 2-се урындар, Бөтә Рәсәй «Алтын сапсан» йыр конкурсында гран-при, Сочиҙа үткәрелгән «Европа өмөттәре» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсының халыҡ вокалы номинацияһында еңеүгә өлгәште.
Быйыл Илнур 3-сө республика гимназия-интернатының 10-сы синыфын тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Уҡыу алдынғыһы мәктәп парламенты етәксеһе вазифаһын да уңышлы башҡара. Заман менән бергә атлаған егет компьютерҙы ныҡлап үҙләштереп, унда сәнғәткә ҡағылған рекламалар ҙа эшләй икән. Урта мәктәпте тамамлағас, ул Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыуын дауам итмәксе. Минең: «Ә ниңә сәнғәт юлын һайламаясаҡһың?» – тигән һорауыма, Илнур:
– Атайым газ сәнәғәтендә хеҙмәт итте, мин уның эшен дауам итергә теләйем. Ә йыр-моң тормошомда тоғро юлдаш, ярҙамсы, яңы үрҙәргә әйҙәүсе булыр тип уйлайым, унан бер ҡасан да айырылмаясаҡмын, – тип яуапланы.
Үҙ маҡсатына ныҡышмалы барыусы йәш яҡташым теләген бойомға ашырыр ҙа, бында шигем юҡ.
Урал ҠӘЙҮПОВ.