«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Грант алып ҡыуандылар



02.08.2013 Грант алып ҡыуандылар

Республика өсөн имиджлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар бүленде.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Р. Ноғоманов театр, музыка, хореография сәнғәте һәм кинематография өлкәләрендә әһәмиәтле ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса БР Президенты гранттарын биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Рөстәм Хәмитов үҙенең 2012 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлде. Республика башлығы тарафынан йыл һайын төрлө ижади коллективтар өсөн йәмғеһе 100 миллион һумлыҡ гранттар бүлеү тураһында әйтелде.
− Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар­ҙа күрһәтерлек сәхнә сәнғәтен булдырыу өсөн юғары техник кимәлдәге үҙенсәлекле спектаклдәр, рок-опералар, мюзиклдар һәм башҡа заманса тамашалар кәрәк. Киләһе йылдан алып тап ошондай 10 – 15 концерт программаһы, спектаклдәр өсөн конкурс нигеҙендә 100 миллион һумлыҡ гранттар бүлергә тәҡдим итәм. Юғиһә беҙ артабан да иҫке мәҙәни багаж менән йәшәйәсәкбеҙ, − тине Президент.
Шулай итеп, конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттарҙы республика комиссияһы ҡараны һәм асыҡ тауыш биреү юлы менән түбәндәге коллективтарҙың эштәре грантҡа лайыҡ тип табылды.
15 млн һумлыҡ гранттар – “Аманат студияһы” ЯСЙ-е, БР Милли симфоник оркестры; 10 млн һум –“Нефтсе” мәҙәниәт йорто, шәхси эшҡыуар П. Бар­базюк, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, “Родина” кинотеатры; 5 млн һум – Рус дәүләт академия драма театры, “Башҡортостан” киностудияһы; 2 млн һум – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, “Р. И. Продакшн” ЯСЙ-е, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм “Башҡор­тостан” телерадиокомпанияһына бүленде.
Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға