«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Саҙалыла һәм Иҙәштә Алмаслы төн тылсымы



02.08.2013 Саҙалыла һәм Иҙәштә Алмаслы төн тылсымы

Саҙалыла һәм Иҙәштә Алмаслы төн тылсымыЙәйҙең йәмле мәле әле – июль. Ейәнсура районында Алмаслы төн иғлан ителгән. Нимә һуң ул? Ни өсөн данлы «Ант» төркөмөнөң «йөҙөк ҡашы» Алмас Ғафаров тап Ейәнсурала тыуған көнөн билдәләй? Ошо һорауға яуап эҙләп тә, күптәнге «Ант»ты һағынып та, матур тамашаға өмөт итеп тә эркелде яҡын тирә ауыл халҡы 27 июлдә Саҙалыға, ә 28-ендә − Иҙәшкә. Ә тамаша хайран ине!
Ҡалҡыулыҡта асыҡ сәхнә, төпһөҙ күк, иркенлек һәм йыр-моң. Моңһоҙҙо уятырҙай, моңлоно йәшнәтерҙәй булды был төндәр! «Ант», әҙерләгән программаһынан тыш, репертуарындағы һәр йырҙы ҡабатлап йырларға мәжбүр булды, сөнки халыҡ белә, халыҡ һорай. «Ант» менән аралашып сығыш яһаусылар Алмаслы төндөң яҡты йондоҙҙары булды. «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләт­бәковтың думбырасы, ҡобайырсы һөнәрҙәре күптәр өсөн асыш булып, һөйөндөр­ҙө. Гөлнар Юлдашбаеваның ҡанатлы бейеүҙәре лә һағындырған. Руслан Ниғмәтовтың шансон стилендәге йырҙары ла ҡыҙыҡһындырҙы. Үҙебеҙҙең район ҡурайсыһы Артур Ғайсаровта ла айырым аһәң ишетеп, ғорурландыҡ. Ауылдаш­тарыбыҙ Рә­фис Ишмөхәмәтов, Мөхәммәт Ғү­мәров та өфөләр менән ярышып йырланы.
Саҙалыла һәм Иҙәштә Алмаслы төн тылсымыБыл кисә Нәжип Юлдашбаевтың башлан­ғысы һәм сығымдары менән үткәрелде. Нәжиптең йырҙарын да, гармунын да күпме тыңлаһа ла туймай яҡташтары. Алмас Ғафаровҡа, тыуған көнө менән ҡотлап, Саҙалы ауылы исеменән бүләк – мунса бураһы тапшырыу ҙа Нәжип өлөшөнә төштө.
Йыр ағылды, күктәргә ашты. Тамашаны һағайып ҡына күҙәтә башлаған халыҡ та Алмастың тылсымына бирелде: бергә йырланы, бейене. Аталы-уллы йырлап торғанын да, ейәнсәре менән бейегән өләсәйҙе лә күреп ҡыуандыҡ. Һәр кем кәрәген тапты был сарала. Күптән тере артист күрмәгән өлкән быуын ҡәнәғәтлек алды. Кемдер «Ант» тыуған йылдарға, йәшлеккә ҡайтты. Йәштәр зауығына ла тап килде йырҙар.
Башҡа артистар ҙа килһен. Беҙҙең тылсымлы төндәргә ни өсөн әле Лилиәле, Заһирлы, Рөстәмле булмаҫҡа?

Гөлзирә ЮЛДАШБАЕВА.
Ейәнсура районы,
Саҙалы ауылы.
Рәжәп ЮЛДАШБАЕВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға