«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ат эсерәм йылыуҙан



02.08.2013 Ат эсерәм йылыуҙан

Фәрүәз Урманшин репер­туарынан
Р. Ғарипов шиғыры
Ат эсерәм йылыуҙан
1. Ат эсерәм йылыуҙан,
Күҙ алмайым һылыуҙан,
Һыҙғырып та ебәрәм,
Әллә йөрәк ярһыуҙан.
Ҡушымта:
Их, һыуға барыуҙарың,
Һыу һирпеп алыуҙарың,
Тик баҫа алмай һыуҙарың
Йөрәгем ярһыуҙарын.
2. Һыҙылып таңдар
атҡанда,
Һыуҙар алып ҡайтҡанда,
Түгелмәне һыуҙарың –
Түгелде күҙ нурҙарың.
Ҡушымта:
Түгелде күҙ нурҙарың,
Түгелде күңелемә.
Һыу ташымай, ут
ташыйһың –
Әллә еңелме миңә?
3. Ат эсерәм
йылыуҙан,
Күҙ алмайым
һылыуҙан,
Һыҙғырып та
ебәрәм,
Әллә йөрәк
ярһыуҙан.

Ҡушымта:
Ал таңдың атыуҙары,
Аҡ томан ятыуҙары,
Ат эсереп, һыу күтәреп,
Аһ, бергә ҡайтыуҙары!..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға