26.07.2013 Алмастың «Алмаслы төн»өнән ситтә ҡалмағыҙ!
Башҡорт эстрадаһында беренселәрҙән булып барлыҡҡа килгән һәм әлегә тиклем тамашасыһына тоғро ҡалған «Ант» төркөмөнөң етәксеһе, солисы Алмас Ғафаров үҙенең 45 йәшен билдәләй.
20 йыллап сәхнә түренән төшмәгән «Ант» төркөмө төрлө осорҙа маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Шулай ҙа төркөм етәксеһе Алмас Ғафаров тамашасы һөйөүен иң ҙур ҡаҙанышы тип иҫәпләй.
Юбилей уңайынан уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– 45-кә еткән ҡатын-ҡыҙҙы еләккә тиңләйҙәр, ә ир-атты нисек атарға?..
– Ир-егеттең дә еләкле ваҡыты ул – 45 йәш! (Көлә). Ысынлап та, ирҙең иң матур, аҫыл осоро тип әйтер инем. Сөнки был йәштә көс тә, дәрт тә бар. Быларға абруй һәм тәжрибә өҫтәлә. Эше лә, Аллаға шөкөр, китеп бара. Самай маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра торған мәл ул.
– Бала саҡта кем булырға хыялландығыҙ?
– Бала сағымда телевизорҙан тәү тапҡыр Демис Руссос исемле грек йырсыһын күреп ҡалғас, тыныслығымды юғалттым. Тап уның кеүек моңло тауышлы йырсы булырға теләнем. Шулай итеп, сәхнә – минең бала саҡ хыялым. Мәктәпте тамамлағансы дзюдо менән дә шөғөлләндем, спорт та минең тормошомда оло әһәмиәткә эйә, тимәксемен. Артабан Өфө сәнғәт училищеһында, параллель рәүештә БДУ-ла тарих факультетында белем алдым.
– Һеҙ ҡасандыр нисек сәхнәгә етди костюм-галстук-күлдәктә килеп сыҡҡанһығыҙ, һаман да ошо уҡ «форма»ла сығыш яһайһығыҙ. Башҡа артистар кеүек ялтыр-йолтор кейемдәрҙә йырлау теләге юҡмы ни?
– «Ҡыш бабай» йырын башҡарғанда Ҡыш бабай кейемендә сыҡҡаным булды! (Көлә). Уйлауымса, кейемгә ҡарағанда йырсынан тамашасыға ниндәй энергия сыға – шул мөһимерәк. Өҫ кейеме лә ҙур мәғәнәгә эйә, әлбиттә. Урыҫтар әйтмешләй, кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылға ҡарап оҙаталар. Халыҡҡа һин ниндәй мәғлүмәт еткерәһең, ниндәй күңел менән башҡараһың – быларҙы мин костюмға ҡарағанда күпкә өҫтөн тора тип һанайым.
– Тыуған көнөгөҙҙә лә тамашасыларға бүләк әҙерләгәнһегеҙ, ти бит…
– Тыуған көнөмдө Ейәнсура районында билдәләмәксемен. Ни тиһәң дә, был яҡтарҙа дуҫтарым бик күп. 27 июлдә – Саҙалыла, 28 июлдә Иҙәштә «Ант», «Ҡышҡы йәйғор», «Уралтау» төркөмдәре, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре, дуҫтарым, урындағы һәүәҫкәр артистар менән ҙур концерт менән сығыш яһаясаҡбыҙ, тамашанан һуң барыһын да дискотекаға саҡырабыҙ.
– Ә үҙегеҙ ниндәй бүләк алырға теләр инегеҙ?
– Минең өсөн әсәйемдең, яҡын туғандарымдың, дуҫтарымдың иҫән-һау булыуынан да ҙурыраҡ бүләк юҡ.
Л. ТАШБУЛАТОВА.