«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мөхәббәт йәшкә ҡарамай



12.07.2013 Мөхәббәт йәшкә ҡарамай

Мөхәббәт йәшкә ҡарамайБоронғо рус йырҙарын оҫта башҡа­рыу­сы Прохор Шаляпин өйләнергә уйлаған. Һөйгәне – Лариса Копенкина, улар инде ярты йыл самаһы осраша.
Лариса – бай ҡатын, уның байлығы миллиондар менән иҫәпләнә. Был пар, йәш айырмаһына ҡарамай, бер-береһенә ҡарата тойғоларын асыҡтан-асыҡ белдерергә бер ҡасан да тартынманы. Лариса йәш йырсының оло сығымдарын ҡаплап ҡына ҡалманы, 18 миллион һумға фатир ҙа бүләк иткәйне, тик ҡатындың малайы, оло ғауға ҡуптарып, милекте үҙенә тартып алды. Ошо көндәрҙә Прохор Ларисаға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Бының өсөн тотош карапты ҡуртымға алған һәм яҡын дуҫтарын саҡырған. 28 йәшлек егет, ҡунаҡтар алдында буласаҡ кәләше алдында тубыҡланып, уға ҡиммәтле балдаҡ кейҙергән. Ә Ларисаға – 51 йәш. Бына бит мөхәббәт кешене ни эшләтә!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға