«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Сериал төп актрисаһыҙ ҡалды



12.07.2013 Сериал төп актрисаһыҙ ҡалды

Сериал төп актрисаһыҙ ҡалдыТөркиәнең «Великолепный век» исемле популяр сериалын яратып ҡараусылар һаны көндән-көн арта. Был фильмды төшөрөү һаман да дауам итә, уның ҡасан, нисек тамамланасағы билдәһеҙ.
Ошо көндәрҙә сериалдың меңәрләгән фанатын Хюррем Солтан ролен башҡарыусы Мәрйәм Узерлиҙың артабан сериалда төшөргә баш тартыуы хафаға һалды. Актриса, продюсерҙар уның ҡуйған шарттарын үтәмәйенсә, Хюррем роленә кире әйләнеп ҡайтмаясағын белдергән. Ә төп шарты – гонорарҙы икеләтә арттырыу. Бындай белдереүҙән һуң, продюсерҙар Сөләймән Солтандың яратҡан йәриәһен башҡарыу өсөн Вәхиҙә Гердюм исемле актрисаны саҡырған. Ләкин тамашасылар, яңы актрисаны ҡаты тәнҡитләп, Мәрйәмде кире ҡайтарығыҙ, тигән талап ҡуйған.
Әлегә Мәрйәм Узерли Германияға күсеп киткән һәм унда һаулығын нығыта. Һылыу, талантлы актриса төрлө продюсерҙарҙан бик күп тәҡдимдәр алған, шулай ҙа ул, эш хаҡын арттырырға ризалашһалар, «Великолепный век» сериалына кире ҡайтырға иҫәп тота.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға