12.07.2013 Йырсылар ҡайҙа ял итергә ярата?
Йәй – ял мәле, ал-ял белмәй йыл буйына тир түккәндәр өсөн көтөп алынған осор. Тәгәрмәстәге тейен шикелле әйләнгән артистар өсөн бигерәк тә. Яратҡан йырсыларыбыҙ беҙҙе яңынан-яңы матур йырҙары менән ҡыуандырыу өсөн ҡайҙан көс һәм илһам ала икән? Һүҙҙе уларға бирәйек.
Әлфиә Юлсурина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
– Әлегә ял беҙҙең төшкә генә инә, отпуск башланмаған. Июлдең урталарында уҡ Бөрйәнемә ҡайтып китергә иҫәп тотам. Гел көньяҡҡа ынтылғандар өсөн түбәндәгене еткермәксемен – иң яҡшы һауа, иң яҡшы ял тик үҙебеҙҙең Башҡортостанда ғына! Йәнтөйәгемдә йыл буйына етерлек энергия, көс аласаҡмын, төрлө дарыу үләндәренән төнәтмәләр яһаясаҡмын, организмды витаминдар менән байытасаҡмын. Ит ашамаған кеше булараҡ, был миҙгел миңә вегетариан аҙыҡтары осоро булыуы менән дә үтә ҡәҙерле, йәйҙең һәр көнөн һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, организмды таҙартып алыу йыл әйләнәһенә тығыҙ графикта эшләгән артист кеше өсөн ныҡ кәрәк!
Көҙгөлөккә, бәрхәт миҙгел башланыуға, табибым кәңәше буйынса, йылы климатты оҙайтыу маҡсатында Төркиәгә барасаҡмын. Былтыр ҙа Ҡара диңгеҙ буйындағы һауыҡтырыу комплексында дауаландым. Күптәрҙе ҡаты, һыуыҡ ҡыштарға бирешмәй, ауырымай эшләү теләге көньяҡ ҡояшы аҫтына илтә, бигерәк тә һөнәри – тамаҡ-тын юлдары сирҙәре менән интеккән артист халҡын.
Иҙел НУРҒӘЛИН, «Каруанһарай» студияһы солисы, йырсы:
– Быйылғы йәй ҡулыма диплом алыуым менән әһәмиәтле булды. Күҙ асып йомғансы, шаулап-гөрләп студент йылдары үтте лә китте. Июндә, һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультетын тамамлау бәхетенә ирештем. Артист кеше өсөн йәй миҙгеле – ҡыҙыу осор. Был ваҡытта гастролдән гастролгә йөрөйбөҙ, ә гастролдәрҙә, концерттарҙан бушаған арала, ял итергә була, тип иҫәпләйем. Ошо көндәрҙә Учалы, Тәтешле, Ауырғазы райондары халҡын сағыу тамашаларыбыҙ менән ҡыуандырып ҡайттыҡ. Тиҙҙән Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районына юлланырға торабыҙ. Ә июль урталарында ауылға ҡайтырға, әлбиттә, бесән эшләшергә, өйҙәгеләргә ярҙамлашырға план ҡорам.
Лилиә ИШЕМЙӘРОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы:
– Ҡәҙерле ялымды әлегә көтәм, уны нисек уҙғарыу күптән инде планлаштырылған. Иң тәүҙә ауылға, Ейәнсура яҡтарына, юл алырға уйлайбыҙ. Унан һуң ғаилә менән шифалы Тоҙло Илек күленә барырға иҫәп тотабыҙ. Ә август айында Зөлхизә ҡыҙым менән берәй сит илде барып күрергә хыялланабыҙ. Урал ни, сит илдәрҙә йөрөп туйған, бәләкәйҙәр менән өйҙә ултырып торорға ризалашты (көлә). Минең, малайҙар бәләкәй булыу сәбәпле, һуңғы биш йыл эсендә йүнле ял күргәнем юҡ. Эш буйынса Греция һәм Францияға барҙым, тик ул саҡта рәхәтләнеп ил менән танышып, хәл йыйырға мөмкинлек булманы.
Ялы ял менән, шулай ҙа төп эшемде онотмайым – быйыл минең ижадыма 20 йыл, көҙгә матур тамаша әҙерләйем. Көн дә тиерлек йырҙар, материал, композиторҙар эҙләү менән булышам, ваҡытты бушҡа үткәрмәй, бөртөкләп йырҙар яҙҙыртам. Ижад кисәһенә ҡарата ошо көндәрҙә «Иртәләрем» тип аталған DVD-дискым сыҡты, унда яңы йырлай башлаған мәлдән алып бөгөнгөгә тиклем 33 клип һыйған. Ә әҙерләнеп ятҡан МР 3 дискыһында 100 йыр буласаҡ.