«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йыр-моңдо юлдаш итеп



31.05.2013 Йыр-моңдо юлдаш итеп

Йыр-моңдо юлдаш итепУчалы районының Баттал ауылы егете Илмир Бирғәлин сәнғәт аша кешеләр күңеленә матурлыҡ өләшә
Йыр-моң – ул халыҡ күңеле, халыҡ йөрәге тыуҙырған, ижад иткән мәңгелек сихри донъя хазинаһы. Йыр кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә йәм өҫтәй, күңелгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам бирә. Һағышлының һағыштарын үҙенә тарта, шатлыҡтарҙы, уй-тойғоларҙы йөрәктәрҙән йөрәктәргә еткерә.
Һүҙем йыр-моңдо үҙенең ғүмерлек юлдашы итеп һайлаған Илмир Бирғәлин ха­ҡында. Ул Учалы районының Баттал ауылы егете. Ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән малай бәләкәйҙән йырларға ярата. Быға, әлбиттә, атаһының гармунда оҫта уйнауы, йырға маһир булыуы ла булышлыҡ иткәндер. Үҙенең биш кенә йәшлек сағында тәүге тапҡыр ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһенә сығып, сығыш яһағанын яҡшы хәтерләй егет. Тап ошонан һуң башлана ла инде уның йырлы-моңло ғүмере. Тыуған ауылындағы мәктәптең беренсе синыфына уҡыр­ға барғас, Илмир белем усағында үткән бөтә сара­лар­ҙың да биҙәгенә әүерелә. Моңло тауышлы егеттең сығышын һәр ваҡыт яратып ҡабул итәләр. Үҙен көслө алҡыштарға күмеп, тағы ла йырлауын һорайҙар. Әлбит­тә, тик йырлап ҡына йөрөмәй ул. Бейеү түңәрәгендә лә ихлас шөғөлләнә. Уҡыуҙа ла һынатмай, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Йортта ата-әсәһенең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы була. Бәләкәйҙән ағаһы менән бергә эшкә өйрәнеп, хеҙмәт һөйөп үҫә.
Мәктәптә уҡыған саҡта Илмир район кимәлендә үткән төрлө йыр-моң һөйөүселәр конкурсында ла теләп ҡатнаша. Яулаған еңеүҙәренең һөҙөмтәһе булған бихисап диплом, маҡтау ҡағыҙы быға асыҡ дәлил. Ә шулай ҙа егет өсөн мәктәп йылдарында ҡатнашҡан конкурстар араһынан иң ҡәҙерлеһе һәм иҫтәлеклеһе − район кимәлендә үткәрелгән «Учалы йондоҙсоҡтары»нда беренсе урын яулауы һәм Абдулла Солтанов исемендәге премия лауреаты булыуы. Халҡыбыҙҙың ғорурлығы һаналған бындай мәшһүр талант эйәһенең премияһына лайыҡ булғас, күптәрҙә, был егет халыҡ йырҙарын да йырлаймы икән ни, тигән һорау тыуғандыр. Эйе, Илмир, эстрада йырҙары менән бер рәттән, «Ильяс», «Азамат», «Уйыл», «Абдрах­ман» кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын да яратып, еренә еткереп башҡара. Ысынлап та, Хоҙай һәләтте йәлләмәгән егеттән. Киләсәк тормошон йыр-моңһоҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған Илмир тыуған ауылындағы мәктәптә IX класты тамамлағас, бер ниндәй икеләнеүһеҙ Учалы сән­ғәт һәм мәҙәниәт училищеһында артабан белемен камиллаштырырға ҡарар итә. Һынауҙарҙы бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, уңышлы үтеп, был уҡыу йортоноң вокал бүлеге студенты булып киткәс, Илмир Бирғәлин өсөн тағы ла яңы мөмкинлектәр асыла. Бында ла һынатмай ул. Уҡытыусыһы Сулпан Ис­мә­ғи­леваның хеҙмәте ярҙамында, йыр-моң серҙәрен тағы тәрәнерәк, бөтә нескәлегендә үҙләштереү менән бергә, төрлө конкурс, һабантуйҙарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Алдына ҡуйған маҡсатынан тайпылырға яратмаған, үҙ-үҙенә талапсан, ныҡыш егетте тырышлығының һө­ҙөм­тәһе лә оҙаҡ көттөрмәй. Уңғандарға уңыш юлдаш, тигәндәре дөрөҫтөр. Ул йәш йырсыларҙың «Учалы моңдары» бәйгеһендә икенсе урын яулай, «Яҙғы тамсылар» конкурсы лауреаты була.
Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында дүрт йыл уҡығандан һуң Илмир Бирғә­линды йырлы-моңло тормош юлдары баш ҡалабыҙҙың М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның музыка бүлегенә (музыкаль компьютер технологиялары) алып килә. Шаулап-гөрләп торған Өфө күңелендә һандуғас һайраған моңло егеттең уй-хыялдарын тағы ла байыта, уларҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек кенә биреп ҡалмай, ә рухи көс, дәрт, илһам өҫтәй, ҡанат ҡуя. Беренсе курста уҡыған сағында уҡ «Дарман» телевизион конкурсында ҡатнашып, үҙен һынап ҡарай. Артабанғы йылдар уға тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр алып килә. Өфө ҡалаһының Киров районы ойошторған «Ҡайнар йөрәктәр» конкурсында халыҡ йыр­ҙарын башҡарыусылар ара­һында 2-се урын яулай. Ҡазан ҡалаһында үткән III Волга буйы йәштәре конкурсының «Национальное дос­тоя­ние» фестивалендә халыҡ йырын башҡарып, 1-се урын­ға лайыҡ була.
Юғары уҡыу йортонда үткән һәр сараның уртаһында ҡайнаған Илмир Бирғәлин быйыл III курста белем ала. Бар тырышлығын уҡыуға һала. Алсаҡ, аралашыусан, изге күңелле егет киләсәккә матур, яҡты хыялдар ҡороп, янып-балҡып йәшәй. Йырҙан тыш, бейергә, сәйәхәт итергә лә ярата. Унан, тормош девизың ниндәй, тип һорағас, ысын башҡорт егеттәренә хас булғанса, ғорур тауыш менән:
– Хаталар ҙа булыр
тормошоңда,
Тик тормошоң хата
булмаһын!
− тип яуап бирҙе. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Рәми Ғариповтың шиғыр юлдарынан алынған был һүҙҙәрҙе йырсы егет Илмир Бирғәлин, һис шикһеҙ, аҡ­лар. Сөнки күңеле йыр-моңдан мөлдөрәмә тулған кешенең тормошо башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Әлшәй районы,
Теүәтәй ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға