«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » ТОРМОШ Үҙе тамаша



31.05.2013 ТОРМОШ Үҙе тамаша

Мәҙәниәт һәм сәнғәт тормошон яҡтыртыусы “Тамаша” республика журналының 3-сө һаны донъя күрҙе
Апрель айының тәүге ун көнөндә Өфө ҡалаһында сираттағы VIII «Театр яҙы» фестивале гөрләне. Фестиваль тураһындағы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәҡәләне уҡығандан һуң уның аралашыу һәм ижад шатлыҡтарын уртаҡлашыу сараһы булыуына инанырһығыҙ. Шулай ҙа «Һарыҡты кем ашаған?» исемле мәҡәлә репертуар йәһәтенән уйланырға урын барлығына ишара яһай.
«Халыҡтың мәртәбәһен арттырыусы» исемле мәҡәлә рухлы, үҙ милләтенә тоғро замандашыбыҙ Әхәт Сәлихов хаҡында.
Опера театры солисткаһы, танылған педагог Баныу Вәлиеванан йыр башҡарыуҙың барлыҡ нескәлектәрен генә түгел, ә тормош һабаҡтарын да үҙләштереп, артабан үҙе лә бик күптәрҙең ярат­ҡан йырсыһы һәм уҡытыусыһы булыуға өлгәшкән, Рәсәй Федерация­һының атҡаҙанған, Башҡортостан Респуб­ликаһының халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаеваның тормош юлы һәм ижадына бағышланған яҙма ла уҡыусыларыбыҙҙың иғтибарын йәлеп итер, моғайын.
Даими авторыбыҙ Мәрйәм Зәкир­йәнова был юлы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләүсе Башкортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева менән әңгәмә тәҡдим итә.
Тыуған ер, тыуып үҫкән ауыл, Башҡортостан хаҡында, Яҡуп Ҡолмой, Рәсих Ханнанов, Ғилемдар Рамазанов, Назар Нәжми, Абдулхаҡ Игебаев кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарына халыҡ күңелендә мәңгегә иҫтә ҡалырлыҡ йырҙар ижад иткән Тәлғәт ағай Шәрипов, үкенескә күрә, үҙе тураһында материал әҙерләнгән көндәрҙә вафат булды. 400-гә яҡын йыр, Рәғиҙә Йәнбулатова либреттоһына яҙылған «Мөхәббәт ялҡындары» музыкаль комедияһы, хор, вокаль ансамбль һәм инструменталь башҡарыу өсөн тиҫтәгә яҡын әҫәр, бер нисә драма спектакленә музыка авторының эскерһеҙ күңеленән урғылған моң-йырҙар халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡланыр...
Театр яратыусылар, бигерәк тә өлкәнерәк быуын тамашасылары, сәхнә өсөн талант ҡанаттары менән тыуған Ғайса Хәсәновты иҫләй һәм онотмаясаҡ. Уның театрҙа, күңелдәрҙә йәшәр үҙ һүҙе, үҙ эҙе бар! Үҙенсәлекле талант эйәһе тураһындағы яҙма «Хәтер» рубрикаһында бирелгән.
Ғаилә ҡороу − етди әҙерлек талап иткән эш. Шуға ла йәштәрҙе ошо оло ваҡиғаға алдан әҙерләү кәрәк. Сценарийҙар конкурсында − Әбйәлил районының Амангилде ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәре Зифа Ҡужахмәтованың «Бирнә һандығы» сценарийы. Уның мәҙәниәт йорттары өсөн кәрәкле ҡулланма буласағына шигебеҙ юҡ. Авторға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм конкурс­тың киләһе ярты йыллыҡта ла дауам итеүе тураһында тағы ла иҫкәртәбеҙ.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, бергә-бергә йәмле йәйгә, йәшел хәтфә үләнгә лә аяҡ баҫтыҡ. Артабан да бергә булайыҡ! «Тамаша»нан айырылмағыҙ!
Индексыбыҙ − 3874. Журналыбыҙҙың электрон вариантына ике айға яҙылыу хаҡы – 30 һум.

Сәриә ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға