«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Ер менән күк араһында»



31.05.2013 «Ер менән күк араһында»

14 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре буйынса (Рәлиф Кинйәбаев инсценировкаһы) “Ер менән күк араһында” спектакленең премьераһы була.
Спектаклдә Фирғәт Ғарипов, Гүзәл Маликова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Әхәт Хөсәйенов, Илдар Ғүмәров, Илфат Булатов, Айһылыу Йомағолова, Фирҙәүес Ғиззәтуллина, Ринат Баймырҙин, Руслан Ғәлимов, Эмиль Әмиров ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы тарихы меңәрләгән журналист, яҙыу­сы һәм тарихсы тарафынан яҙылған, билдәле совет полководецтары, фронт, армия, дивизия командирҙары мемуар­ҙарында һүрәтләнгән. Әммә үҙҙәре яуҙа ҡатнашҡан, һуғыш утын күргән яҙыусылар ғына яу йылдарының бар ғазабын, һалдаттарҙың ауыр һәм ҡурҡыныс хеҙмәтен дөрөҫ һәм объектив рәүештә тасуирлай алалыр. Армияға саҡырылғанда Талха Ғиниәтуллинға ун һигеҙ йәш була. Йәш һалдат һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ иңендә татый. Хәрби прозала автор үҙе күргән-белгәндәрҙе, үҙе менән булған хәлдәрҙе яҙа. Уның әҫәрҙәренең күбеһе автобиографик йөкмәткеле.
Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре буйынса (Рәлиф Кинйәбаев инсценировкаһы) “Ер менән күк араһында” спектаклендә йәшәү менән үлем араһында ғазапланған Ильяс исемле егеттең яҙмышы һүрәтләнә. Үлемгә дусар әҙәм балаһының йәнен алыр өсөн Хоҙай уға Ғазраил фәрештәне ебәрә. Ғазраил, әгәр егет йәшәүҙе һайлаһа, алда уны ниндәй тормош көтәсәген тәфсирләй. Ярлылыҡ, кәмһетелеү, һыҙланыу − барыһын да күреп, һалдат үҙ ҡарарын ҡабул итә.
Ошо премьера спектакле менән театр 14 июндә сираттағы, 93-сө ижад миҙгелен ябасаҡ.
Спектаклдең жанрын режиссер Гөлдәр Ильясова “өндәге күрәҙәлек” тип билдәләгән. Рәссамы − Альберт Нестеров, композиторы − Илшат Яхин, хореографы − Сулпан Асҡарова.

Рәмилә ЙӘҺҮҘИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға