«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йыр-моңдарыбыҙ уртаҡ



30.10.2010 Йыр-моңдарыбыҙ уртаҡ

Санкт-Петербург ҡалаһының «Баш­ҡортостан» йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә «Ирәндек» башҡорт ансамбле эшләй. Ул бик күп ҙур мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе халҡын бына инде нисәмә йыл башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра һәм халҡыбыҙҙың милли асылын Башҡор­тостандан ситтә лә асып биреүгә өлгәшә.
Ижади тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында 31 октябрҙә «Ирәндек» фольклор ансамбле Өфөгә киләсәк. Улар өсөн филология фәндәре докторы Ә. Сөләймәнов һәм Баш­ҡор­тостандың халыҡ артисы Р. Хәй­руллин ҡатнашлығында ижади лаборатория булдырыласаҡ. Республика халыҡ ижа­ды үҙәге белгестәре халыҡ ижады бу­йынса мастер-кластар ойошторасаҡ.
Ә 1 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Кустар урамы, 17-се йорт адресы буйынса ҙур байрам-концерт ойоштороласаҡ. Унда, ҡунаҡтар менән бер рәттән, башҡорт эстрадаһы «йондоҙ»ҙары ла сығыш яһаясаҡ.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға