«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Сәхнәлә мин уйнамаған хайуан ҡалманы»



10.05.2013 «Сәхнәлә мин уйнамаған хайуан ҡалманы»

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республикабыҙҙың Милли йәштәр театры актеры, телевидение алып барыусыһы Нәғим Нурғәлин 50 йәшен билдәләй
«Сәхнәлә мин уйнамаған хайуан ҡалманы»Ҡарап тороуға актер бына-бына алтынсы тиҫтәне ваҡлай башлаясаҡ, тип һис тә уйламаҫһың, Нәғим ағай кәмендә ун йәшкә йәшерәк тойола. Хәйер, юмор һөйгән, ихлас шаяртҡан һәм эс бушағансы көлдөрә белгән кеше шулай күренергә тейештер ҙә ул.
Әҙерләнгән һорауҙарға иҫе китмәйенсә һөйләне лә һөйләне актер. Әлбиттә, ярты һүҙ тыуған ауылының матурлығы, халҡының булдыҡлылығы, ерле менталитет, тәбиғәтенең гүзәллеге хаҡында барҙы. Бәй, шулай булмай ни, беҙ бит ауылдаштар! Әбйәлил районының Ташбулат ауылы халҡының был талантлы шәхесенә оло хөрмәт менән ҡарауы хаҡында яҙа башлаһам, үҙе бер хикәйә булыр. Хатта Нәғим ағайҙың бала һәм үҫмер сағында ауылда үсекләмәгән кешеһе ҡалмаһа ла. Барыһын да ҡағыҙға теркәп тороп булманы, актерҙың үҙенә ҡағылған һорауҙарға туҡтап үтәйек.

– Тәү тапҡыр мин һеҙҙе борон-борон заманда “Ауыл эте Аҡбай” спектаклендә эт сүрәтендә күргәйнем…
– Тимәк, ул борон-борон заманың 90-сы йылдарҙың башы була инде. Беҙҙең театр тәүҙә Йәш тамашасылар театры булараҡ асылды, күберәген әкиәттәр ҡуя инек. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уйнамаған хайуан ҡалмағандыр ул – эт, йылан, төлкө, сысҡан һәм башҡаһы. Ҡасандыр йәш актерҙар үҙ-ара: “Ҡартайып, аҡ сәсле бабайға әйләнгәндә лә ҡуян булып һикереп йөрөрбөҙмө икән?” − тип һөйләшә торғайныҡ. Юрауыбыҙ дөрөҫкә сығып бара. Бөгөн дә балалар өсөн әҫәрҙәрҙә йыш уйнала.

– Тамашасылар һеҙҙе күберәк комик тип белә, сәхнәгә килеп сығыу менән шарҡылдап көлә башлай. Был ҡамасауламаймы?
– Әйтмә лә инде, аңын-тоңон аңламайынса шырҡ-шырҡ көлөшөп, мине образдан сығарған мәлдәре лә булды. Халыҡтың материал­ға инеп киткәнен, көлөшөүҙән туҡтағанын көтөүе ауырыраҡ кәнишне. Ҡалай итәһең, мин бик күп төп комик ролдәрҙә уйнаным – “Ауылға ҡыҙҙар килде” спектаклендә Әхтәм, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ҙә Амур, “Ҡыҙ урлау”ҙа Шөкөр, “Ике байға бер шомбай”ҙа Труффальдино, “Алты егеткә бер ҡыҙ”ҙа Рәхмәтулла, ҡыҫҡаһы, ошо көнгә тиклем 100-ҙән ашыу роль башҡар­ҙым, шуларҙың 80 проценты − комик образдар. Башта, Нурғәлиндың амплуаһы шул, тип бер ҡалыпҡа һала башлағайнылар, аңлап ҡалып, драматик образдарҙа уйнарға теләк белдерҙем. Драма әҫәрҙәрендә лә бик йыш уйнаным, етди образдарым етерлек.
– Шулай ҙа һеҙ Йәштәр театрының иң колоритлы артистарының береһе, юморға бик тиҙ инеп китеүегеҙ менән алдыраһығыҙ…
– Шулайҙыр, бәлки. Ә бит комик ролдәр – улар иң ауыры, комедия – иң ауыр жанр. Ләкин шундай кешемен, юмор миңә еп-еңел бирелә, аҙ ваҡыт эсендә шарт-шорт эшләп тә ҡуям.
Элек, шул ролде тыуҙырҙым, образды сәхнәгә сығарҙым, тип һөйләй торғайныҡ. Хәҙер заманға ярашлы образдар тыуҙырыу ысулдары ла башҡа. Сөнки бөгөнгө режиссерҙар штамп менән эшләргә ярата, күберәк әҙер материал­дар­ҙы алырға тырыша. Элек драматургтар ролдәр­ҙе һәр актерға тиерлек төбәп яҙһа, беҙҙең көндәрҙә режиссер актерҙарҙы барлап сыға ла, әһә, был ролде мин быға бирәм, тегеһен теге актерға, тип тотона. Һөҙөмтәлә күберәген амплуа буйынса ҡыуалар. Ә бына Исрафилов кеүек режис­серҙар актерҙы һындырырға ярата. Мәҫәлән, берәү ғүмер буйына ажғырып тор­ған ролдәрҙе башҡар­ған икән, уны бөтөнләй башҡа образға индереп яңылыҡ яһай. Уның уҡыусыһы Азат Нәҙерғолов та шулай. Минеңсә, актер үҙ ғүмерендә барлыҡ ролдәрҙе лә йөрәге аша үткәрергә тейеш. Уйнағы килгән ролдәр ҙә була бит, ә һуңынан артис­ты һындырыуы еңел түгел. Ниндәй һалдат генерал булырға хыялланмаған кеүек, ниндәй актер Гамлетты уйнарға теләмәгән? Киләсәктә булыр әле, Гамлеты ла, башҡаһы ла, минең алда уйнаясаҡ ролдәрем күп, тип иҫәпләйем, һаулыҡ бирһен Хоҙай.

– Театрҙа барлыҡ спектаклдәрҙә, телевидениела тапшырыуҙарҙа мәшғүлһегеҙ. Тамашасыларҙы ялҡытыуҙан ҡурҡмайһығыҙмы?
– Мин былай ҙа бик күп нәмәнән баш тартам! Театрҙың һуңғы премьераһы – “Автобус”тан да баш тарттым. Мәйтәм, 50 йәшкә етеп, моғайын, үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр, юҡ тип әйтергә хоҡуғым барҙыр. Хоҙай был белекһеҙлегемде кисермәне – сәсрәп ауырып киттем. Режиссер Линас Зайкаускас, һинең һауыҡҡаныңды көтәм, тиһә лә, юҡ, тип яуапланым. Был режиссер менән беҙ “Ҡорон” спектаклен ҡуйҙыҡ, унда Джюдженоглу роле өсөн Астана ҡалаһында уҙған театр фестивалендә миңә “Иң яҡшы ир-ат роле” тигән Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды, ә коллектив, Санкт-Петербург ҡалаһыныҡылар менән бер рәттән, иң яҡшы театр исеменә лайыҡ булды.
Ҡайҙа ғына саҡырмайҙар, төрлө проекттар тәҡдим итәләр, тик барыһына ла өлгөрөп булмай. Ошо арала, юбилей тип, журналистар баҫтыра башланы, улар менән осрашыуҙан баш тартам, һин һиҙмәҫтән генә килеп эләктерҙең. Был эрелек билдәһе тип уйларға кәрәкмәй. Сәхнә кешеһе булыуға ҡарамаҫтан, мин барыһын да ”афиша”ға яҙып элергә тартынам. “Йондоҙ” ауырыуы миңә хас түгел, булманы ла, шуға күрә бер ҡасан да тамашасымды юғалтыуҙан ҡурҡманым. Эшемде күрә беләләр, яратҡан артисыбыҙ Папанов: “Бер эш хаҡына ғына йәшә”, − тип иң насар теләген еткерә бит әле, бер нисә урында эшләү – ул замана талабы, кешесә донъя көтәм тиһәң, төптән егелергә тура килә.

– Сирек быуат самаһы бер үк театрҙа ялҡытып та китә торғандыр…
– Мин театр факультетын тамамлауға ҡарай Йәш тамашасылар театры асылды, тиҙҙән ул Милли йәштәр театры тип үҙгәртелде, ҡыҫҡаһы, театрҙың тәүге көндәренән алып бындамын. Беләһеңме, мине республикалағы барлыҡ театр­ҙарға ла саҡырҙылар, тик бер урында ғына батып эшләүҙе хуп күрҙем.
Һуңғы йылдарҙа театрҙың кимәле күтәрелә, береһенән-береһе һәләт­ле йәштәр эшкә килә. Бигерәк тә, яҡташтарым күбәйҙе – “әбйәлилдәр мафияһы” тип үҙ-ара көлөшөп тә алабыҙ. Ағай ҙа ағай, тип ауыҙға ғына ҡарап торалар, кәңәштәрҙе тыңлайҙар, шөкөр. Ғөмүмән, йәштәрҙең уйнау оҫталығына бер һүҙем дә юҡ, ә бына тел мәсьәләһе эсте бошора. Өндәр артикуляцияһы, дикция түбән кимәлдә. Күп осраҡта тормоштағы бығырлау­ҙарын сәхнәгә сығаралар. Шулай ҙа дөрөҫөн әйткәнгә үсекмәйҙәр, тәнҡитте күтәрә беләләр, хаталарын төҙәтергә тырышалар. Актерлыҡҡа уҡып сығыу ул оҫта артист булып китеү түгел. Хатта академияла курста иң яҡшы, талантлы студент булғандар, театрға килгәс, үҙ урынын таба алмай юғалып ҡала. Сөнки театр һине йә ҡабул итә, йә юҡ. Бер театр­ҙан икенсеһенә лә күскәндә шулай – труппа йә ҡабул итә, йә юҡ.

– Һеҙ өс фильмда − “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, “Медведь” картиналарында төшкән актер. Уйлауығыҙса, баш­ҡорт киноһына үҫешергә нимә етмәй?
– Ой, белмәйем! Беҙҙән артта килгәндәр бөгөн алға һикерҙе, нилектәндер башҡорт киностудияһы бер урында тапана. Күрше республикалар беҙҙә фонограмма, клиптар яһатты, ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөү, сит ил фильмдарын башҡорт теленә тәржемә итеү ҙә тап беҙҙә башланды. Студияһын да астылар, етәкселәрен дә алмаштырып ҡаранылар. Хөкүмәт ҙур ҡалаларҙа белгестәр уҡытып алды, тик ниңәлер үҫеш ошоноң менән тамамланды. Бер нисә матур фильм төшөрөп ҡалдыҡ, “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, мәҫәлән, Төркиәлә бик күп наградаға лайыҡ булды. “Медведь”, сценарист саҡыртып, замана талабы буйынса сериал итеп эшләнде, унда наркотик, социаль ҡатламдар кеүек проблемалар сағылдырыла.
Әллә режиссер-операторҙарҙың фекере етәкселәрҙеке менән килешмәүе аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙырҙы. Компромисс табылманы, уҡып ҡайтҡан белгестәр кире китте, һуңғы йылдарҙа йүнәлтмә буйынса киткәндәр бөтөнләй ҡайтманы. Ә хәҙер унда Башҡортостан егеттәре ниндәй матур фильмдар төшөрә, минең белеүемсә, Мәскәү­ҙә, Санкт-Петербургта талантлы йәш операторҙар араһында баш­ҡорт егеттәре бик күп. Сәнғәт академияһы театр һәм кино актерҙары тигән диплом биреп сығара, кадр­ҙар етерлек, тик беҙ юҡ хәленә ҡалдыҡ, ваҡ-төйәк менән генә хушһынабыҙ. Шәхси студия асып, үҙ аҡсаһына кино төшөрөп, был көрсөктән сығыу юлын эҙләгәндәр маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ, әлбиттә.

– Актерҙар иң яратҡан роль тураһында һорауҙы бик ярата, тиҙәр…
– … һәм барыһы ла, тип яуап ҡайтаралар, артабан уйнаған барлыҡ образдарының исемлеген теҙеп алып китәләр. Юҡ, минеке улай түгел, яратҡаным берәү генә – К. Гольдониҙың “Ике байға бер шомбай” комедияһында Труффаль­дино роле. Хәт-тәр яратып, йөҙөп уйнаным мин уны! 2003 йылда “Иң яҡшы ир-ат роле” өсөн “Алтын ай” премияһын да бирҙеләр хатта. Труффальдино үҙем кеүек шаян, шуҡ герой булғанға үтә яҡын. Мин дә бала саҡтан кешене төп башына ултыртып, шаталаҡланып йөрөргә яраттым. Ләкин был барыһы ла ниндәйҙер этлек түгел, ә эскерһеҙ шаяртыу булды. Колхозда эшләгән осорҙа төшкө ашҡа туҡтау менән кешеләрҙе ситтән күҙәтеп ултырыр­ға ғәҙәтләндем. Эй, ҡыҙыҡ бит ул кеше күҙләү! Бының һуңынан оло ярҙамы тейҙе, күп спектаклдә ауылдаштарымдың холоҡ-фиғелен күрһәтәм. Ә бит, уйлап ҡараһаң, тамашасы спектаклгә тап үҙен ситтән ҡарар өсөн килә.

– 50 йәш самай ир уртаһы тиҙәр, алтын юбилейға ниндәй һөҙөмтәләр менән аяҡ баҫаһығыҙ?
– Барыһына шатмын, ҡәнәғәтмен. Яңы ғүмер кисергәндә ниндәй хаталарыңды ҡабатламаясаҡһың, тип һораһалар, барыһын да шул килеш ҡалдырыр инем, тип яуап­лаясаҡмын. Актер булырға бер ҡасан да хыялланмаһам да, Хоҙай миңә бына тигән сәхнә юлын насип итте. Мәктәпте тамамлағас, әрменән һуң, ауылда эшләй инем. Өйләнгәнмен, ҡатыным – мәктәптә, мин – комсорг, улыбыҙ тыуҙы, атай беҙҙе айырым сығарырға өй хәстәрләй. Башҡорт дәүләт аграр университетына ситтән тороп уҡырға инергә килдем. Бейейһеңме, тип һорайҙар, мәйтәм, эйе, уҡыусы сағымдан уҡ райондың “Йәшлек” ансамблендә. Юбилейҙа маҡтау һүҙҙәре күп була бит инде, уңайынан файҙаланып, мин дә маҡтанып ҡалайым тигәндәй, йәш сағымда оҫта бейенем, ауылда бер мәҙәни сара ла минһеҙ уҙманы. Хатта Фәйзи Ғәскәров ансамбленә саҡыр­ҙылар, тик баш тартырға тура килде, ә бейеү тип талпынған күңелдә бушлыҡ ҡалды. Уҡыу йортонда, көндөҙгө бүлеккә кил, тип ныҡышалар, беҙҙә ансамблдә бейерһең, егеттәр кәрәк, тиҙәр. Юҡ, тим, минең ауылда ғаиләм бар. Ризалашмағас, алманылар. Бер мәл төшкө аш мәлендә гәзит уҡып ултырһам, театр факультетына студенттар йыялар, тигән иғлан күҙгә салынды. Туҡта, барып, бәхетте һынап ҡайтайым әле, тип сыҡтым да киттем. Рәйсә аңламай ҙа ҡалды. Ул, бауыр аҫтынан ел үткәреп ҡайт­һын, барыбер инә алмаясаҡ, тип уйлаған. Бер нисә йылдан, ятаҡтан бүлмә алғас, яныма ғаиләм күсеп килде.
Яҡшы кеше мин, тик бер яман холҡом бар – таныш-тонош, блат, кәрәкле кешеләр менән файҙалана белмәйем. Нәғим, проблемаң булһа, шылтырат ҡына, тип төрлө түрәләр, специалистар визиткаларын тоттора, ярҙам тәҡдим итәләр, ә мин, алйот, ошоноң рәхәтлеген күрә белмәйем.
Шаяртыуһыҙ ғына әйткәндә, ғаиләм бына тигән, Рәйсәм янымда, балаларым Искәндәр менән Ләйсәнде аяҡҡа баҫтырҙыҡ, ейәнем Ғилман менән ейәнсәрем Йәсмин үҫә, хеҙмәтем бар – кешегә бәхет өсөн тағы ни кәрәк?

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға