«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Арғаяшта – халыҡ фестивале



23.04.2013 Арғаяшта – халыҡ фестивале

Фестивалгә 65 ҡатнашыусы килде. Сәхнәлә балалар һәм өлкәндәр коллективтары сығыш яһаны. “Уралым”дың тарихы 1998 йылда башлана. Ул саҡта өлкә кимәлендә халыҡ ижады үҙәге тарафынан Ҡоншаҡ райо­нының Дружный ҡасабаһында төрки халыҡтарының “Аманат” байрамдар һәм йолалар фестивале ойошторола. Шул уҡ йылда Мейәс ҡалаһында “Аҡмулланың алтын көҙө” өлкә фестивале үтә.
2000 йылда фестиваль өлкәләге боронғо коллектив исемен алып, тамыр йәйеп китә. “Уралым” конкурс ҡына түгел, урындағы мәҙәниәтте таныу, һаҡлау сығанағы ла ул. “Фестиваль йәшәрә, башҡорт башҡарыусылары, коллективтары араһында яңы исемдәр күренә”, − тип билдәләй Баш­ҡортостан Республика­һы­ның Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин.
Балалар араһында Ҡолой ауылының “Палитра” ансамбле гран-при алды. Ҡуйсары ауылынан Артур Сөнәғәтуллин башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн Арғаяш районы башлығының махсус призына лайыҡ булды. Өлкән башҡарыусылар араһында Бәжекәй ауылынан Гүзәл Фазлыеваға иҫ киткес йырлауы өсөн гран-при бирелде. Шулай уҡ Мейәстән “Алтын ай” башҡорт йыр коллективы һәм Ишәле ҡасабаһынан “Умырзая” бейеү ансамбле төп приз менән бүләкләнде.

Мөхәммәт ХӘБИРОВ.
Силәбе ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға