19.04.2013 Уйнаһын ғына ҡурайҡай
Көйөргәҙе ерендә ҡурай сәнғәтенең бай тарихы бар. Уларҙың байтағы Рәсәйҙә, башҡорт йәшәйешендә булған күренекле ваҡиғаларға бәйле. Әйтәйек, 1913 йылда беҙҙең төбәктә 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең бер быуатлыҡ юбилейына арналған ҡурайсылар бәйгеһенең үтеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Былтыр, ошо оло датаның 200 йыллығына арнап, меңдән ашыу милли музыка ҡоралында уйнаусы ҡатнашҡан 2-се республика йыйынының Көйөргәҙе ерендә уҙғарылыуы ла ҙур ваҡиға булды. Күптән түгел Ермолаев ауылының «Йәшлек» мәҙәниәт йортонда үткәрелгән район ҡурайсыларының сираттағы конкурсын тамашасылар шул данлы ваҡиғаларҙың дауамы булараҡ ҡабул итте. Бына өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған ижади ярышта 23 ҡурайсы, 16 йәшкә тиклемге һәм шунан өлкәнерәктәр төркөмдәренә бүленеп, яңғыҙ һәм ансамблдәр составында сығыш яһаны. Башҡорт халҡының төп музыка ҡоралында уйнауҙы үҙләштереп, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл һаны ишәйеүе һәм географияһы киңәйеүе бик тә һөйөнөслө күренеш. Мәҫәлән, быйыл сарала Яҡут, Мораптал, Яҡшымбәт, Айсыуаҡтан килеүселәр булыуы ошо фекергә дәлил. Мәктәптәрҙә ҡурай түңәрәктәренә йөрөүселәр һаны артыуы ла боронғо музыка ҡоралының киләсәге булыуына ишара. Был тәңгәлдә Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәүеф Әбйәлилов етәкләгән ҡурайсылар түңәрәгенең әүҙем эшләүен билдәләп китеү ҙә урынлы булыр. Уның даими, маҡсатлы эш алып барыуы һөҙөмтәһендә йылдан-йыл үҫмерҙәр милли музыка ҡоралында уйнарға күберәк йәлеп ителә, уларҙың оҫталығы ла камиллаша бара. Түңәрәк ағзалары район, төбәк ярыштарында ла һәр саҡ ҡатнаша. Быйылғы ҡурай байрамына Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан да конкурсанттар саҡырылғайны. Сөнки, баһалама комиссияһы ағзалары белдереүенсә, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау етмәй, ә көслөләр менән ярышыу тик сәмде арттыра ғына.
Көсөргәнешле ижади алыш һөҙөмтәһендә 16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар араһында Көйөргәҙе егете, Күмертауҙа уҡыусы Әлфир Сурин гран-при яуланы. Икенсе төркөмдә Мәләүез ҡалаһы вәкиле Тәлғәт Нуриев иң ҙур баһаға лайыҡ булды.
Ансамблдәр араһында беренсе урын Мәләүездән килгән «Урал» уҡыусылар коллективына бирелде. Ә икенсе урынға «Айсыуаҡ» триоһы сыҡты. Яҡуттан «Аҡтамыр» ансамбле өсөнсө күрһәткескә өлгәште. Шулай уҡ ҡурайсылар төрлө номинацияларҙа ла ярышты. Әйтәйек, иң йәш оҫта башҡарыусы тип 7 йәшлек Илшат Рамазанов, ә иң өлкәне тип Мәләүездән 68 йәшлек Тәлғәт Нуриев билдәләнде. Еңеүселәр Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр алып һөйөндө.
Районда ҡурай сәнғәтен тергеҙеүгә, үҫтереүгә ҙур өләш индергән «Мираҫ» ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Альберт Юлдыбаев йыл һайын милли музыка ҡоралында уйнаусы иң һәләтле балаға үҙенең шәхси премияһын тапшырырға ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе. Быйыл бүләккә – бер умарта бал ҡортона Айсыуаҡ ауылынан Линар Аҙнабаев лайыҡ булды.
Сираттағы конкурс райондың билдәле ҡурайсыһы, балаларҙың остазы Альберт Ғәйфулла улының 65 йәшлек юбилейы менән тап килде. Ошо айҡанлы милли уйын ҡоралын пропагандалау йәһәтенән ҙур маҡсатлы эш башҡарған А. Юлдыбаевҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының миҙалы, БР Мәҙәниәт министрлығының, Башҡортостан ҡурайсылар берлегенең, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм бүләктәре тапшырылды.
Урал ҠӘЙҮПОВ.
Автор фотоһы.