«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » ЗӨҺРӘ МОҢО



19.04.2013 ЗӨҺРӘ МОҢО

ЗӨҺРӘ МОҢО Йәшәйешебеҙ тик борсолоу, юҡһыныу, мәшә­ҡәт­тәрҙән генә тормай. Унда күңел үҫтерерлек ваҡиғаларҙың да шаҡтай урыны бар. Бына шундай бер ваҡиға хаҡында һүҙем.
Һеҙ Зөһрә моңон ишеткәнегеҙ бармы? Ул йөрәк төпкөлөнән урғылып сығып, башҡаларҙы ла моң донъяһында бәүелтә. Был моң изгелеккә, яҡтылыҡҡа сорнай, күңелгә өмөт осҡондарын һала, дәрт-дарман өҫтәй. Автор һүҙҙәре менән әйткәндә:
Ул яралған былбыл йырҙарынан,
Урман шауы, тулҡын ҡағышынан,
Бөркөт сыңы, ҡурай тауышынан,
Батырҙарҙың хәтер тарихынан,
Ҡатындарҙың сабыр
һағышынан...
Был моң Зөһрәнең хис-тойғоларына тынғылыҡ бирмәй, берсә өйөрмә һымаҡ әллә ҡайҙарға осороп алып китерҙәй була, берсә тарих төпкөлөнә, ата-бабаларҙың шәжәрә ағасы хаҡында уйланырға мәжбүр итә. “Шағәли Шаһман”, “Арҡайым”, “Шакирйән” йырҙары ошолай тыуып, “Каруанһарай” эстрада-йыр төркөмө, Гөлсөм Бикбулатова башҡарыуында тамашасыға барып етә. Был әҫәрҙәрҙең һүҙҙәре тарих һөйләп кенә ҡалмай, ябай ғына боролоштар менән халыҡты яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ла әйҙәй, хатта набат булып та яңғырай:
Ер һәм күкте тоташтырған
Арҡанмы һин, Арҡайым?!
Бөлөп барған был халҡыма
Ҡалҡанмы һин, Арҡайым?!
Аҡ өмөтлө хыял менән
Бар ғаләмде байҡайым.
Бер теләгем: бәндәләргә
Иман күндер, Арҡайым...

Был һүҙҙәрҙең авторы – шағирә, композитор, драматург, уҡытыусы Зөһрә Фәйзуллина. Ә минең өсөн ул бары Зөһрә апай. Мине аңлаусы, яңы башланғыстарыма әйҙәүсе, ауыр саҡта иң тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙыусы, әхирәт һәм серҙәш. Ә балаларым өсөн “Зөһрә өләсәй”. Бишектә ятҡандарында уҡ уның йырҙарына бәүелделәр, мөғжизәле көйҙәренә ҡушылып моңланырға, йыр яратырға ла өйрәнделәр. Үҙемә генә хас эгоизм менән уны: “Минең Зөһрә апайым”, – ти инем. Баҡһаң, минең ишеләр бик күп булып сыҡты. Быны үткән аҙнала уның концертында булғанда күрҙем. Шығырым тулы зал Зөһрә Фәйзуллинаның ғына йырҙарынан торған “Моң бүлешеп йәшәйек!” тип исемләнгән илаһи кисәгә йыйылғайны.
“Каруанһарай” эстрада-йыр төркөмө, танылған йырсылар Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Гөлсөм Бикбулатова, Әлфиә Әмирханова, Сәид Билалов, Лилиә Ишемйәрова, Радмир Хәсәнов, Баязит Байназаров, Әлфиә Юлсурина, Гөлдәр Ишҡыуатова, Юнир Һағынбаев Зөһрә апайҙың йырҙарын ихлас башҡарҙы. Концертты алып барыусылар – Башҡортостан­дың атҡаҙанған артистары Нәсимә Ғиззәтуллина һәм Фәрүәз Урманшин тамашасы менән сәхнә берлеген тоташтырыусылар ролен оҫта башҡарҙы. Шулай булмай ни, улар ҙа бит композиторҙы “минең Зөһрә апайым” тип белеүселәр.
Беҙ, Сибай интернатында белем алыусылар, яратҡан уҡытыусыбыҙҙың “Мәктәп вальсы”н оло ғорурлыҡ менән осрашҡан һайын һаман йырлайбыҙ. Ә бит ул йыр республикабыҙҙағы сығарылыш синыфтарының гимнына әүерелгән. Ошо ғына ла Зөһрә апайҙың ижадының ни тиклем емешле, ырыҫлы булыуы хаҡында һөйләй түгелме?
Эйе, әҙәм балаһының күңелен үҫтереү өсөн бер һүҙ, ҡайһы саҡта дөрөҫ һайланған бер нота ла етә. Бер тынала ғына уҙып киткән концерттың ахырында ҡайһы берәү­ҙәр­ҙең күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуын күреү моң илсеһе Зөһрә Фәйзуллинаның моңло тормошобоҙҙағы роленең иҫ китерлек икәнлегенә ишара булды. Бында килгән һәр кем ижадсының янына килеп рәхмәт һүҙҙәре әйтергә ашыҡты.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға