«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ни өсөн Фәдис Ғәниев Татарстанға күсеп китергә теләмәй?



16.04.2013 Ни өсөн Фәдис Ғәниев Татарстанға күсеп китергә теләмәй?

Ни өсөн Фәдис Ғәниев Татарстанға күсеп  китергә теләмәй?Тамашасыларҙың яратҡан йырсылары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән осрашырға теләк белдергәс:
− Төштән һуң ғына күрешмәһәк, беҙ көн дә иртәнсәк уҡыуҙа булабыҙ,− тинеләр. Баҡһаң, улар Өфө дәүләт сәнғәт академияһында көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөй икән, хатта стипендия алып!
– Башҡа берәүҙәр, дәүләттең юғары исемдәренә өлгәшкәс, уҡыр­ға инеп тормаҫ ине, моғайын.
Ф. Ғ.:
– Тәүҙә Лилиә, училище менән генә булмай, мотлаҡ уҡырға инәм, тигән теләк менән яна башланы. Ә мин сәнғәт институтының өс курсынан һуң, бер йыл аҡса эшләп алам, тип киткәйнем. Баҡһаң, был хәлдән һуң 20 йыл ваҡыт үткән. Педагогыбыҙ Фәрзәнә Сәғитоваға оло рәхмәтлемен, «Фәдис, ҡатының юғары белемгә эйә буласаҡ, һин нисек оялмай­һың?» − тип, ҡулымдан етәкләп тигәндәй, яңынан студент эскәмйәһенә ултыртты. Уҡыу оло этәргес көс булды, аспирантураға инергә лә уй юҡ түгел. Лилиә киләһе йылдан уҡ уҡыта башларға теләй, ә мин әлегә ныҡлап хәл итмәгәнмен. Уҡы­тыу­сылыҡ барыһына ла бирелмәй. Бөйөк итальян йырсыһы Карузоны алайыҡ − ул бер тенорҙы уҡыта башлай һәм уның тауышын өҙлөктөрә. Аҙағынан, мин данлыҡлы йырсы булһам да, эшкинмәгән уҡытыусы булып сыҡтым, тип үкенә.
– Башҡортса-татарса ижад иткән йырсылар күберәк Ҡазанға тартыла. Быны улар Татарстан тамашасыһының сәнғәткә нығыраҡ бирелеүе менән аңлата...
Ф. Ғ.:
– Дөрөҫөн әйткәндә, Ҡазанда тамашасылар концертҡа ныҡлап йөрөмәй. Шуға күрә лә Ҡазан артистары гастролгә Башҡортостанға әйләнә лә килә, әйләнә лә килә. Ҡазандыҡы, тип әйтеү ҙә бигүк дөрөҫ булмаҫ, сөнки ундағы йырсыларҙың күбеһе Башҡортостандан. Башҡортостан − ул кадр­ҙар әҙерләү урыны, «йондоҙҙар» фабрикаһы». Беҙҙәге тамашасы − башҡортмо, татармы, сыуашмы, урыҫмы − күпкә ихласыраҡ, ғөмүмән, бында йәшәгән халыҡтың менталитеты шундай − ул һәр саҡ күңелен моң менән һуғара. Башҡортостандың изге еренә бәйлеме был, әллә күп милләттәрҙең ҡушылып, килешеп йәшәүе тәьҫир итәме?
Ҡазанда сәнғәткә ҡараш башҡа төрлө, шул ғына. Бөгөн генә Мәжит Алкин менән «Без татарлар» проекты хаҡында һөйләшеп ултыр­ҙыҡ. Был проект ер йөҙөндә ҡайҙа, ниндәй татар бар, аҡса йәлләп тороу юҡ, шул милләттәшен барып табып, уның тураһында тапшырыу әҙерләй. Хатта ул татарса бер һүҙ белмәһә лә. Ҡыҫҡаһы, бер урында ғына, мин – татар тип күкрәк һуғып ултырмай, эҙләй, таба, хатта ҡайсаҡ татар булмағанын да үҙ ҡаным тип иғлан итеп ҡуя. Бар нәмәне үҙенеке итергә маташыу булһа ла, милләт үҫеше өсөн был бик яҡшы, йәһүдтәрсә ҡараш. Татарстанда бер-береңде тартыу, күтәреү мөнәсәбәте көслө. Сөнки үҙ-ара берҙәм булырға кәрәк, ә батырырға түгел. Тап ошо сәбәп арҡаһында ҡайһы бер йырсылар Ҡазанды һайлай. Тик был Татарстанда яҡшы тигән һүҙ түгел, Башҡортостанда сәнғәт юғарыраҡ кимәлдә. Ҡазанда һуңғы йылдарҙа йырсыларҙың тиҙ артыуы арҡаһында арзан йырҙарға ҡоролған эстрада барлыҡҡа килде.
Беҙ бер ҡасан да милләт айырманыҡ, рәхәтләнеп ике телдә лә йырлайбыҙ ҙа, һөйләшәбеҙ ҙә. Йырҙың милләте юҡ, Урал аръяғына барһаҡ та, татар райондарына килһәк тә, үҙебеҙҙең Лилиә менән Фәдис, тип торалар. Башҡортостанымда мин ошоноң менән бәхетле.
Л. Б.:
− Татарстанға китеү тураһында мин ҡасандыр бер генә тапҡыр һүҙ ҡуҙғатып ҡарағайным, Фәдис: «Мин унда барып, телевизор йәки радионан ҡурай тауышын ишетеү менән, һағыныуымдан һарғайып үләсәкмен», − тип өҙә һуҡты. Хәҙер ул ғына түгел, мин дә Башҡортостан­дан ситтә йәшәй алмаясаҡмын. Ҡазанға барыу менән тиҙерәк Өфөгә ҡайтҡы килә. Был ниндәйҙер феномен, Беренсе каналдан Познер алып барған тапшырыуҙы ҡарағайным. Ул, Рәсәйҙә ниндәй ҡала энергетик яҡтан иң таҙаһы, тигән һорау ҡуйҙы. Ышанаһығыҙ­мы-юҡмы, был ҡала беҙҙең Өфө булып сыҡты!
– Йырҙарҙы нисек һайлайһығыҙ, уларҙың мәғәнәһе һеҙҙең яҙмышҡа тап килеүе мөһимме?
Ф. Ғ.:
– 24 йыллыҡ ижадым дәүерендә йырҙар йөрәк менән һайланды. Ябай ғына йырҙы ла ҡайсаҡ бар күңелең менән ҡабул итәһең, ул һиңә бик ныҡ оҡшай. Үҙең ҡабул иткән йыр тамашасы күңеленә лә хуш киләсәк. Мин һәр саҡ шиғырға айырым иғтибар бүлдем. Хәҙерге эстрадала еңел-елпе йырҙар күбәйҙе. Ҡыҙғаныс, шиғыры буталсыҡ һүҙҙәр йыйылмаһынан торған йырҙар Мәскәүҙән башланып, көндән-көн популярлыҡ яулай бара. Нимә күрәм – шуны йырлайым, тигән кеүегерәк. Тағы Ғәли Ғәлиев һүҙҙәренә Вәли Вәлиев көйө тигәндәрен яратмайым. Ул бит шиғыр, һүҙҙәр генә түгел. Ҡайсаҡ үҙебеҙгә тура килтереп үҙгәртеп тә ебәрәбеҙ. Ошо көндәрҙә Ишембайҙан Мәрйәм апай Солтанова беҙгә үҙенең «Һөйөлөүҙән кем туйған» тигән йырын тәҡдим итте, эй оҡшаттыҡ үҙен. Тик тәүге юлы «Ҡарап торам һүрәтеңә» тип башлана, йыр яңғыҙ ҡалған кеше исеменән башҡарыла. Автор менән килешеп, һүҙҙәрен бүтәнсә яңғыраттыҡ. Сөнки йыр ул – мәғлүмәт еткереү, «йыр» һүҙе йырылыу тигәндән килеп сыҡҡан. Кеше йырҙы төрлө хис-тойғолар менән ҡабул итә: шатлана, илай, бойоға һ.б. Йырҙың шиғыры менән һаҡ булырға кәрәк, уның әһәмиәте көслө, доға ҡылыу менән бер – мәҫәлән, «Йәнем көл булып осһон күктәргә» тип йырлаған йырсылар, шул иҫәптән Райман Ишбаев та, барыһы ла фажиғәле янып үлде. Мистикамы был, әллә осраҡлы хәлме? Йырҙың ғәйрәте көслө, сөнки ул йөрәк аша үтеп, бар күңелде һалып йырлана.
– Өс фамилияны йөрөткән бер ижади ғаилә – Лилиә Биктимерова, Фәдис Ғәниев һәм Гөлназ Асаева яңынан-яңы матур йырҙары менән тамашасыларҙы яулай, бигерәк тә Гөлназдың тауышына ғашиҡ булыусылар һаны арта…
Ф. Ғ.:
– Ҡыҙыбыҙ Гөлназ киләсәктә үҙен тик сәхнә өлкәһендә күрә. Ул Р. Нуриев исемендәге хореография училищеһында белем ала, кластарында иң көслө бейеүселәрҙең береһе. Йырға һәләт уға ҡандан күсһә, бейеүгә үҙе оло тырышлығын һала. Беҙ уны һис тә балет менән ҡыҙыҡһыныр тип уйламаныҡ, ә ул 10 йәшлек сағында, бер көн йоҡоһонан уянды ла, мин балерина булырға теләйем, тип һалды. Уҡырға инеү өсөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – ни бары бер ай аяҡ-ҡулдарын һығылмалыҡҡа тарттырыу күнекмәләренә йөрөнө. Быуындарының һыҙлауына, сыҙап торғоһоҙ ауыртыуҙарға түҙмәй илаған саҡтарында, әллә бүтән бармайһыңмы, тип кире күндерергә маташһаҡ та, кире уйламаны. Бөгөн Гөлназ яҙмышын балет, йә йырға бәйләргә теләй. Йондоҙнамәһе буйынса Игеҙәк, шуға күрә икеләнеүе көслө. Артабан күҙ күрер, ниндәй генә фекергә килеүенә ҡарамаҫтан, игелекле, бәхетле, тыуған илен данларлыҡ кеше булһын.
Л. Б.:
– Аллаға шөкөр, Гөлназыбыҙ бик бәхетле бала, уның өсөн барыһы ла өҙөлөп тора. Фәдистәргә, Борайға барһаҡ та, Гөлназдың атаһы Рөстәм Асаевтың йәнтөйәгенә − Благоварға ҡайтһаҡ та, Гөлназыбыҙҙы өрмәгән ергә ултыртмайҙар. Әйткәндәй, Рөстәмдең ғаиләһе менән бик татыу, аралашып йәшәйбеҙ. Күптән түгел «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында бер концертта сығыш яһаныҡ. Рөстәмдең ҡатыны Гөлназға сәскәләр мендереп бирҙе, күмәкләшеп фотоға төшәбеҙ, ирҙәр үҙ-ара тыныс ҡына гәпләшә − халыҡ беҙҙең ғаиләләргә эй ғәжәпләнеп ҡараны (көлә). Фәдис менән Рөстәм шул саҡ бер-береһенә, был халыҡты аптыратмаҫ өсөн тас та тос һуғышып алайыҡмы әллә, тип шаяртып ҡуйҙы. Ни эшләптер, тамашасы беҙҙе бер-береһен күрә алмай тип уйлай. Ә беҙ бик йыш ҡунаҡлашып, аралашып торабыҙ. Хатта Рөстәмдең улы мине – ҙур әсәй, Фәдисте ҙур атай тип йөрөтә. Донъя бер көнлөк төҫлө генә, ошо гүзәл тормошта ирешеп-талашып йәшәргә кәрәкмәй. Гөлназ бер-береһенә насар мөнәсәбәтле кешеләр араһында үҫһә, йөрәге яраланып бөткән булыр ине. Шөкөр, балабыҙҙың бер яраһы ла юҡ. Шуға күрә лә ҡулынан килмәгән эше юҡ.
– Лилиә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ шуны әйтә алам, концерттарҙа бигерәк тә һинең ҡабатланмаҫ күлдәктәрең иҫтә ҡала...
Л. Б.:
– Уй, ул сәхнә костюмдары менән донъя тулды инде, ҡайҙа ҡуйырға ла белеп булмай (көлә). Бына концертҡа тип Гөлназ менән икебеҙгә тағы күлдәктәр тектереү менән мәшғүлбеҙ. Сөнки төҫ-баш – артистың үҙ-үҙен тамашасыға биреүе, халыҡ һиңә һоҡланып, рәхәтләнеп ҡарап ултырырға тейеш. Һин сәхнәгә килеп сығыу менән, ҡолаҡ ишетеүҙән алда күҙ күрә. Быға тиклем күлдәк­тәр­ҙе үҙемдең дизайн буйынса тектертә инем, хәҙер миңә Лена исемле һәләтле рәссам ярҙам итә. Профессионалдың төплө кәңәштәре ярап ҡалды. Йәшерен-батырыны юҡ, тамашасының зауығына ярар өсөн бөтә тапҡан-таянғаныбыҙ шул костюмдар менән йырҙарға китеп тора. Әле генә студиянан сығып торабыҙ, унда өс йырҙы эшкәртәбеҙ, музыканттарға 25 мең һум аҡсаны биреп тә ҡуйҙыҡ. Тамашасы беҙҙең дуэттарҙы ярата, ә дуэт яҙҙырыу анһат түгел, тауыштарҙы ла тура килтерергә кәрәк.
– Фәдис, һеҙ һәр саҡ йәш, ыҫпай булып ҡала беләһегеҙ. Тауыш та, ҡиәфәт та матур, һеҙҙә ниндәйҙер тартыу көсө бар. Шунлыҡтан һеҙгә ҡатын-ҡыҙ йыш ғашиҡ буламы?
Ф. Ғ.:
– Артист кеше булараҡ, башҡалар өсөн шәхси тормошом ус төбөндәге кеүек. Күптәрҙе минең нисә ҡатыным булыуы ҡыҙыҡһындыра. Лилиә − минең өсөнсө ҡатыным, өсөнсө ҡыҙым Гөлназды тәрбиәләйем. Ҡайһы берәүҙәр, Фәдис, һин өс тапҡыр өр-яңынан ғаилә ҡорҙоң, барыһын да өр-яңынан башлауы ауыр булғандыр, ти. Ауыр минуттарҙа ҡайҙандыр өҫтәмә көс барлыҡҡа килә бит ул, ана шул ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Лилиәне осратҡанда минең ижадым нисектер баҫылып ҡалған, тыныс тулҡындарҙа бәүелгән кеүек ине. Яҙмыш һине төрлөсә һынай, уҙмыштың бер нисә юлын күрһәтә. Уны дөрөҫ һайлай белергә кәрәк, Лилиә менән үҙем дә, ижадым да икеләтә дөрләп яна башланы, йырҙарым өр-яңы аһәң менән яңғыраны. Мин тормошта Лилиәмде осратҡанға Хоҙайға сикһеҙ рәхмәтлемен. Йыр һөйгәндәр ҡартаймай бит ул. Бына-бына ҡулыбыҙға диплом алырға торабыҙ. Көндөҙгө бүлектә нисек уҡып сыҡтығыҙ, тип күптәр беҙгә аптырай, мейене ни тиклем күберәк эшкә егәһең, ул шул тиклем яҡшыраҡ эшләй икән. Күкрәк киреп маҡсатыма табан барам, тип әйтә алмайым, кеше башы аша һикереп тә алға ынтылмайым. Ғөмүмән, тормошомда тик яҡшы кешеләр осрай, үҙемдең дә дошмандарым юҡ, холҡом шундай тыныс минең.
– Тиҙҙән көҙ айында ойошторған концертығыҙҙы тамашасылар һорауы буйынса ҡабатлап күрһәтәсәкһегеҙ. Өфөлә концерт ҡуйыу артистарға финанс яҡтан яҡшы табыш килтерәме?
Л. Б.:
– Баш ҡалала тамаша ойоштороу еңел түгел, сығымдары бик күп. Мәҫәлән, 20 апрелдә Йәштәр һарайында уҙасаҡ концертта барлығы 46 кеше ҡатнаша. Уларҙың барыһына түләүҙән тыш, мәҙәниәт һарайына ҡуртым хаҡы, ут, сәхнә биҙәлеше, реклама − һанай китһәң, осона сығырлыҡ түгел. Аҡса артып ҡалмай тиергә лә була. Бағыусы-фәләнебеҙ юҡ. Әммә беҙ һис тә зарланмайбыҙ, үҙеңде күрһәтәм, яратҡан тамашасы­лар­ҙы сағыу концерт менән ҡыуандырам тиһәң, маҡсат сығымдарҙы аҡлай. Көҙ айында ойошторған концерттан һуң миңә «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирҙеләр, етмәһә.
Концерт ойоштороу бик ҡиммәткә төшә, аҡсам йәл, тип йөрөгән артистар ҙа юҡ түгел. Эйе, Өфөләге тамашалар абруй өсөн генә килеп сыға, аҡса тип кенә ижад итергә ярамай.

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға