«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Театр тураһында закон сығасаҡ



09.04.2013 Театр тураһында закон сығасаҡ

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Башҡортостан Республикаһында театр­ҙар һәм театраль эшмәкәрлек тураһында» закон проекты тәҡдим ителгән. Был документты Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты депутаттары тикшерҙе. Әйт­кәндәй, әлеге законды булдырыу кәрәклеге хаҡында быйыл мартта үткән парламент тыңлауҙарында белдергәйнеләр.
Закон проектына ярашлы, Башҡор­тостанда эшләгән театрҙарҙы иҫәпкә алыу­ҙы тәьмин итеү маҡсатында реестр алып барыу ҡарала. Был реестр театрҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтергә, Башҡор­тостанда физик һәм юридик шәхестәрҙе театраль хеҙмәтләндереүҙә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе, координациялауҙы һәм контроллек итеүҙе ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.
Әгәр закон ҡабул ителһә, республикала театраль эшмәкәрлеккә ярҙам итеүҙең һәм уны үҫтереүҙең хоҡуҡи гарантиялары булдырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға