«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Тарих менән киләсәкте бәйләүселәр



09.04.2013 Тарих менән киләсәкте бәйләүселәр

Тарих менән киләсәкте бәйләүселәрӘлшәй районында “Башҡортостан ынйылары” фестивале үтте
“Башҡортостан ынйылары” республика балалар фольклор фестивале быйыл етенсе тапҡыр уҙғарылды. Йыл һайын һәләтле балаларҙы Әлшәй районының Раевка ауылы ҡабул итә. Был конкурс тәүге тапҡыр иғлан ителгәс тә республикабыҙ уҡыусыларын бергә туплауҙа, шәхестәребеҙҙе танытыуҙа, илһөйәрлек, белемгә ынтылыш тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәтле сараға әйләнде.
БР Мәғариф министрлығының ял ойоштороу, тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге, ойоштороусы булараҡ, ҙур тәрбиәүи эш башҡара. Ә проектҡа йән өрөүсе иһә танылған шәхесебеҙ, педагог, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева һәм уның шулай уҡ һәләтле, янып ижад итеүсе ҡыҙы Зөһрә Бураҡаева.
“Башҡортостан ынйылары”ның маҡсаты – ғилми эш менән мауыҡҡан, ошо юҫыҡта тикшеренеүҙәр алып барырға ҡыҙыҡһыныу белдергән уҡыусыларҙы асыҡлау, уларҙың эҙләнеү-табыштарын баһалап, булышлыҡ итеү, урындағы билдәле шәхестәр тормошон өйрәнеү.
Конкурста халҡыбыҙҙың йолаларын, боронғо көнкүрешен, йыр-моңон яҡшы белеү ҙә талап ителә, сөнки бәйге шарты буйынса шәхестең тормошо һәм ижадын, көрәш юлын сағылдырған сәхнә әҫәре күрһәткәндә мотлаҡ шул шәхес йәшәгән заманды, йәшәйеш күренештәрен дә дөрөҫ күрһәтергә кәрәк.
Был сара йыл һайын төрлө исем аҫтында үтә. Тәүге ике йылда ғына дөйөм исеме “Борон-борон заманда...” тип аталған һәм, башлыса, әкиәттәрҙең фәһемле идеяһына иғтибар итеү маҡсат итеп ҡуйылған.
Быйылғы сара “Үҙ заманын данға күмгән уҙаман” тип аталды. Унда Башҡортостан­дың өс ҡалаһынан һәм 13 районынан барлығы 18 команда ҡатнашты, сығыш яһаусы балалар һаны 200-гә етте. Шуныһын да билдәләргә кәрәк – конкурсты үткәреүгә Әлшәй районы ҙур яуаплылыҡ менән әҙер­ләнә. Проект етәк­­сеһе Мәрйәм Бураҡаева әйтеүенсә, фестивалде асыу ба­рышында мотлаҡ ра­йон хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, мәғариф бүлеге етәкселеге ҡатнаша һәм балаларға ярыш сәме, дәрт, яҡшы кәйеф бирә. Раевкалағы пионерҙар һәм уҡыусылар йорто (директоры На­дежда Самойлова) фестивалдең ойошҡанлы үтеүен тәьмин итә.
Әйткәндәй, беҙгә сара тураһында 70 йәшлек юбилейын тап ошо конкурс-фестиваль уртаһында ҡаршылаған Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы үҙе бәйән итте.
Был фестиваль ярыш ҡына түгел, ә балалар өсөн дә, уларҙың етәкселәре өсөн дә бай йөкмәткеле сараға әүерелде. Ни өсөн тигәндә, конкурс сығыштарынан һуң спорт, мәҙәни саралар, экскурсиялар, уҡытыусыларға оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Балаларға аралашыу, танышыу, дуҫлашыу урыны ла ул фестиваль.
Әлшәй районының Раевка ауылындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы командаһы Әлшәй Мәргәндең шәхесен өйрәнеп, ул йәшәгән осорҙо, уның эшмәкәрлеген күрһәтте. Ошо уҡ райондың Шафранов мәктәбе “Курск” һыу аҫты кәмәһе фажиғәһенә бәйле сығыш тәҡдим итте. Улар “Экипаж ушел в бессмертие” тигән композицияһын яҡташтары Наил Хафизовҡа арнаны. Ишембай ҡалаһының “Шоңҡар” коллективы тарихи шәхесебеҙ Ҡаһым түрә образына мөрәжәғәт иткән.
Йәнә бер арҙаҡлы уҙаманыбыҙ Ҡасим Дәүләткилдиевты бер түгел, ике коллектив төп герой итеп алғайны. Өфөлә рәссам исемен йөрөткән республика гимназия-интернаты менән Благовар районының Иҫке Күсәрбай мәктәбе уҡыусылары (“Аманат” коллективы) шәхес тормошоноң төрлө йылдар­ҙағы мәлен сәхнәләштергән. Ла­йыҡлы сығыштары өсөн өфөләр − өсөнсө, благоварҙар икенсе урын алды.
Салауат районының Лағыр мәктәбенән “Йәйғор” берекмәһендә шө­ғөлләнеүселәр “Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!” тигән театрлаштырылған тамашаһы менән беренсе дәрәжә диплом яуланы.
“Сәхнәгә сығып баҫҡан 12 үҫмер яҡташтары, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев образын башҡасараҡ юҫыҡта күрһәтте. Ун минутлыҡ ҡына сығышта тетрәндергес мәлдәр етерлек булды”, − ти Мәрйәм Бураҡаева.
Гран-приҙың да Салауат ролен башҡарған Илвир Яҡуповҡа тапшырылыуы бушҡа түгел. Хәҙер Илвир “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сигендә ил Президенты премияһын алыуға дәғүә итә.
Әйткәндәй, Салауат районы уҡыу­сыларының ғилми эшенең дә юғары кимәлдә башҡарылыуы билдәләнде. Лағыр мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡовтың конкурста ҡатнашыу һәм еңеү яулауға күп көсө һалынған.
Лауреаттар араһында тағы Ишембай районының “Шоңҡар” коллективы (беренсе урын), Әлшәй районы Раевка ауылының М. Бу­ранғолов исемендәге башҡорт лицейының ”Аманат” (икенсе урын) коллективы бар.
Благовар районының Иҫке Кү­сәрбай мәктәбе һәм Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡыусыларының ғилми эштәре лә һоҡланыу уятҡан.
Фестивалдең исеменән үк күренеүенсә, ынйылай аҫыл күренеш ул был сара. Уҡыусыларҙың тырышлығын, үткәнебеҙгә ихтирамын, шә­хестәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрә­нергә, хәтерҙәрендә һаҡларға тырышыуын тағы нимә менән сағыштыраһың?! “Башҡортостан ынйылары”нда тағы-тағы бик күп һәләтле бала менән осрашырға яҙһын киләһе йылдарҙа ла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға