09.04.2013 Санкт-Петербург сәхнәһен дер һелкетеп
Баймаҡ сәнғәт мәктәбенең “Уралочка” бейеү ансамбле халыҡ-ара конкурста II урын яуланы
Яныбыҙҙа өмөтлө, төрлө яҡлап һәләтле йәш быуын үҫеп килеүе һәр кемде ҡыуандыралыр. Башҡорт балаларының үҙ төбәге кимәлендә генә түгел, ә сит өлкә, ил буйынса еңеүҙәр яулауы шатландыра. Баймаҡ сәнғәт мәктәбенең “Уралочка” бейеү ансамбле ҡыҙҙарының Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Алтын Пальмира” халыҡ-ара конкурсында II урын яулауы айырыуса һөйөнөслө.
Рәсәй һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр йыйылған конкурсҡа баймаҡтар ике башҡорт бейеүен алып бара. Ансамбль етәкселәре Әлфирә Нуретдин ҡыҙы Аҡсарова менән Эльвира Ирек ҡыҙы Ғәйетбаева юғары кимәлдә ойошторолған бәйгегә оло тулҡынланыу менән йыйыныуын йәшермәне. “Беҙҙә бик һәләтле ҡыҙҙар шөғөлләнә. Шулай ҙа халыҡ-ара кимәлдәге һынауҙарҙы әлегә үткәнебеҙ юҡ ине. Шундай оло сәхнәлә бейеү, ҡыҙҙарға боронғо, матур Санкт-Петербург ҡалаһын күрһәтеү теләге менән барҙыҡ. Әлбиттә, тулҡынланыу, борсолоуҙар күп булды. Шулай ҙа икенсе урынды яулауыбыҙҙы ишетеп, сикһеҙ ҡыуандыҡ. Сөнки унда төрлө төбәк, илдәрҙән бик һәләтле балалар йыйылғайны”, – тине улар, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Еңеүселәргә икенсе дәрәжә диплом бирелгән һәм шулай уҡ уларҙы Чехияла үтәсәк “Пражский звездопад” конкурсында ҡатнашырға саҡырғандар. Бынан тыш, Баймаҡ ансамбленең Прага ҡалаһына барыуға китәсәк юл хаҡының күпмелер өлөшөн ҡапларға ла вәғәҙә иткәндәр.
Балаларҙы оҙатышып барған Миңлегөл Мөхәмәтшина ла конкурстың юғары кимәлдә үтеүен һәм ҡыҙҙарҙың сәйәхәттән онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтыуын билдәләне. “Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең хореографтар балалар менән шөғөлләнеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Ҡыҙҙарыбыҙҙың уңышы өсөн беҙ, ата-әсәләр, тәү сиратта, уларға рәхмәтлебеҙ”, – тине.
“Башҡорт сувениры”, “Ҡурай тауышына” бейеүҙәрен башҡарып, Санкт-Петербург сәхнәһен дер һелкетеп, райондың ғына түгел, республикабыҙҙың да данын арттырып ҡайтҡан бейеүсе ҡыҙҙарға киләсәктә лә тик уңыштар йылмайыуын теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.