«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Өфөлә башҡортса панк-рок яңғыраны



29.03.2013 Өфөлә башҡортса панк-рок яңғыраны

Өфөлә башҡортса панк-рок яңғыраны
йәки сәнғәт төрлөлөгө менән күркәм
Өфөләге «Правда» мәҙәниәт йортоноң «Rock’s cafe» клубында һуңғы осорҙа башҡорт ижадсылары ла йыш сығыш яһай башланы. Исеменән күренеүенсә, был урында рок стилендәге йырҙар яңғырай. Танылған «Бүреләр», шулай уҡ «ҡалъя», «ҡараташ» төркөмдәренең үҙ ижадын тәҡдим иткәне булды. Күптән түгел Сибайҙан йырсы Венер Моратов та ошо кафе сәхнәһенән моңло йырҙарын ишеттергәйне. Концерт «ҡош юлы» проекты ярҙамында ойошторолдо. Ошо проект, шулай уҡ «Шоңҡар» журналы, «БашАрт» компанияһы ярҙамы менән яңыраҡ йәнә бер концерт кисәһе гөрләп үтте. Был юлы Салауат ҡалаһынан «Дәүер» һәм Асҡар ауылынан «Nektoria» төркөмдәре үҙ ижады менән уртаҡлашты.

Ташып торған ижад

Ғөмүмән, башҡа ҡалаларҙа, райондарыбыҙҙа ижад иткән төркөмдәргә Өфөлә сығыш яһарға форсат табылыуы бик шатлыҡлы күренеш. Улар быға лайыҡ, сөнки тамашасы иғтибарына, һөйөүенә күмелеп ижад итеүгә күнеккән Өфө төркөмдәренән башҡарыу кимәле йәһәтенән һис тә түбәнерәк түгелдәр. Ә «Дәүер» менән «Nektoria» ихласлығы, үҙҙәрен сәхнәлә үтә лә иркен тотоуы менән өфөләр­ҙән уҙҙырып та ебәрә, ахыры. Был ике төркөмдөң ижады фонтан кеүек ташып, урғылып тора. Әйтерһең, бар ҡаршылыҡтарҙы емереп, ташҡын кеүек тамашасы күңеленә юл яра. Әлбиттә, баш ҡала төркөмдәренән айырмалы, Өфөнән алыҫ булған егеттәргә ижадын һөйөүселәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыу­ҙар, аралашыу-фекер алышыуҙар, тамашасының йөҙөн күреп, уны бейетеп тигәндәй, сығыш яһауҙар бик тә танһыҡ. Ижадсы өсөн тап шул кәрәк бит. Шуға күрә Өфөгә Салауат һәм Асҡарҙың бөркөттәй егеттәре ашҡынып килеп етте. Йөрәктәрендә бикләнеп, баш ҡала тамашасыһын көтөп, ташып барған ижад ҡомарын, ниһайәт, ошо кистә аса алды башҡарыу­сылар. Сәхнәнән ярһыу хис-тойғолар урғылыуынан байрам кәйефе күтәрелде генә. Бындай байрамдың булырын тамашасы ла күптән һиҙеп, көтөп йөрөгәйне. Клубҡа килеүселәр сағыштырмаса күп булманы. Беренсенән, был төркөмдәрҙе йәштәр, студенттар йыш күрергә күнекмәгән, икенсенән, егеттәрҙең музыка стиле лә барыһы өсөн тәғәйен түгел. Шуға ла әлегә концертҡа тамашасы сифатында күберәк ижадсыларҙың өфөләге дуҫтары, таныштары йыйылды.
Сәхнәләге иркенлек, хатта шаян­лыҡ, юрамал ҡыланып башҡарылған төрлө тән хәрәкәттәре егеттәрҙең башҡарыу стиленә, музыка ағымдарына бәйле. Сәхнәлә ошо рәүешле ниндәйҙер образ тыуҙырыла. Был ике төркөм башҡаларҙан да, бер-береһенән дә айырылып тора.

Йырҙары йөрәккә үтә

Өфөлә башҡортса панк-рок яңғыраны
«Дәүер» төркөмөнөң солисы – Револь Ғималов. Салауат дәүләт драма театры актеры. Әммә ташып торған дәрте театр сәхнәһенә генә һыйып бөтмәй, ахырыһы. Бөгөн Револдең йырҙары ярайһы уҡ киң таралған. Акустика, электрон варианттағы яҙмаларын да табып тыңлар­ға була. Әммә сәхнәлә үҙ төркөмө менән тереләй сығыш яһауы күптәр өсөн асыш булғандыр. Һуҡма ҡорал, электр гитараға ҡушылып йырлағас, бөтөнләй икенсе төрлө асылды солист. Сығышының тәүге өлөшөндә ул ярым акустика менән башҡарыл­ған йырҙарын яңғыратты. «Әсәй», «Уйналмаған роль», «Барыһы ла иртәгә булыр» кеүек йырҙар лирик нескәлеге, яғымлы, моңло, һағышлы булыуы менән әсир итте. Баҡтиһәң, тере тауышта автор тарафынан улар шул тиклем тәбиғи, эскерһеҙ башҡарыла икән. Револдең тауышына Эйнар Вәлиуллиндың соло гитараһы ҡушылып йырлауын ишетеү – үҙе бер ләззәт. Гитарист уйлап тапҡан көй, милизмдар йырҙарҙы ҡабатланмаҫ итеп семәрләй.
Икенсе өлөштә Револь бас-гитараһын ҡулына алды. Солистың бер үк ваҡытта бас-гитарасы булыуы рок-эстрадала һирәк күренеш. Ғәҙәттә, солист ритм-гитарала уйнай. Улай йырлауы ла уңайлыраҡ. Револь бас һуғып та йырлай ала икән, был уның оҫталығы, ритмды нес­кә тойоуы тура­һында һөйләй. Шулай итеп, «Рок-н-ролл», «Аҡ бәхет» кеүек ауырыраҡ стилдәге йыр­ҙарҙы башҡарҙы ав­тор. Тамашасы дәртле, күңелле көйгә һиҫкәнеп китте. Револ­дең тауышы ла көсәйеп, ҡырыҫыраҡ булып үҙгәрҙе һәм сәхнәне башты әйләндерерлек тулҡын сорнаны. Башҡорт эстрадаһында бөгөн бындай ауыр рокты уйнаусылар юҡ тиерлек. Ә бит «Дәүер»ҙең башҡарыу кимәле лә юғары. Айрат Заһи­ҙуллиндың барабаны ритмды үҙенсәлекле итә. ҡалын тауыштарға тарҡалырға ирек бирмәй. Өс егеттең ауыр стилдәге йырҙары нимәһе менәндер легендар «Дәрүиш» төркөмөн дә хәтерләтеп ҡуя. Револдең тауышы, моңо, Эйнарҙың башҡарыу манераһынан тойола кеүек был. Револь ниндәйҙер кимәлдә Дим Мәннәндең юлын дауам итәлер, шул уҡ ваҡытта ҡабатланмаҫ яңылыҡ та индерә.

Уның хардкоры яҡтылыҡ илтә

“Nektoria» ла өс егеттән тупланған. Солисы һәм лидеры Ришат Сөләймәнов бер үк ваҡытта ритм, соло гитарала ла уйнай. Арсен Һөйәрғолов – бас-гитарала, Станис­лав Солодкин – барабанда. Ришат менән Учалы ҡалаһында танышырға насип булды. Ул ваҡытта Учалы сәнғәт училищеһы студенты ине. Рокер булыуы әллә ҡайҙан күренеп тора, арыҫлан ялындай оҙон сәс йөрөтә торғайны. Сығышын да тәүге тапҡыр Учалыла күргәйнем. Бәлки, ул ваҡытта төркөмдә башҡа егеттәр булғандыр – иҫләмәйем, әммә исеме шул уҡ булды. Ришат гитарала үтә лә иркен уйнай, техникаһы шәп, шуға ул төрлө стилдәге музыка тыуҙыра. Концертта был асыҡ күренде. «Хәлдәр нисек?» кеүек талғын лирик йырҙарҙы гитараһының моңло тауышына төрөп йөрәктәргә һалды, «Һабантуй» кеүек дәртле башҡорт рок-н-ролын оҫта уйнап, залды дер һелкетеп бейетте, «Айыу юлы» кеүек ауыр рок стилендәге йырҙары менән күңелдәрҙе бер аҙ үткерләп алды. «Уникешка» кеүек панк-рок йырҙары менән иһә күңелдәрҙең аҫтын өҫкә килтерҙе.
Тап панк стилендә, дөрөҫөрәге, уның бер йүнәлеше булған хардкор ағымында йырҙарын башҡарыуы менән бар башҡорт төркөмдәренән айырылып тора «Nektoria». Әлбиттә, был шартлы атама. Төркөмдөң стилен нисек тә булһа аңлау, таныу өсөн ҡулланыла. Бәғзеләр Ришаттың башҡарыуына шаҡ ҡата ла, музыкаһын аңламайынса, ашығып тәнҡит һүҙҙәрен яуҙыра башлай. Абстракт рәсемде аңлап етмәүселәр кеүек. Бындай аңлашылмаусанлыҡ рок-музыканың ағымдары менән таныш булмауҙан килә. Хардкор – тиҙ, «бысраҡ» панк-рок, Америкала уҙған быуаттың 70-cе йылдарында тыуа. Уның төп сифаты – юрамал моңһоҙлоҡто күрһәтеү. Хардкор аҙаҡ төрлө йүнәлештәргә тарҡалып, гранж һәм башҡа стилдәрҙе барлыҡҡа килтерә. Бына шундайыраҡ йүнәлештәрҙә тәжрибәләр яһай музыкант. Бик үҙенсәлекле килеп сыға.
Ошо стиль аша Ришаттың тәбиғи юморы, дәрте, алсаҡлығы сағыла. Ыңғай энергетикаһы менән шунда уҡ әсир итә ул тамашасыны. Концертта уның сәхнәгә баҫыуы булды, халыҡ бейергә лә әҙерләнде. Ришаттың хардкоры ҡараңғы түгел, киреһенсә, унан яҡтылыҡ, йылы нур бөркөп тора.
Йәш башҡорт барды Андрей Харитонов, Ришаттың яҡташы, интернет селтәрендә төркөм хаҡында шундай фекерен белдергән: «Бындай сара булғаны юҡ ине әле Өфөлә – башҡортса хардкор. Попса, рок, этно-рок… ә бына башҡорт йырҙарын тап панк-рок, пост-гранж йәки хардкор стилендә ишеткәнегеҙ бармы? Ришат Сөләймәновтың ижады күптәргә сәйер, ят тойолһа ла, төркөм лидеры үҙ стиленә, һайлаған ижад юлына мәктәп йылдарынан тоғролоҡ һаҡлай. Әммә ул тик панк, хардкорҙы ғына үҙ итә тип әйтеү ҙә хата булыр. Сөнки уның репертуарында рок, лирик стилдәргә лә ҡараған йырҙар бар… Өфөлә бындай осрашыу тәүгә, шөкөр. Һайлау, баһалап ҡарау мөмкинлеге булған урында ғына мәҙәни офоҡтарыбыҙ киңәйәсәк. Был йүнәлеш иһә – беҙҙең иң бушаҡ урын. Шуға тәнҡитләйбеҙ, әрләйбеҙ, килешәбеҙ».

Тағы ла көтөп ҡалалар

Тәнҡитләйбеҙ, тигәндән, күңелемә шиғриәт тә яҡын булғанға күрә йырҙарҙың һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалыр­ға тырыштым. Йыр текстары юғары поэтикалы, тип әйтеп булмай­ҙыр әлегә. Шулай ҙа Револдең образлы һүҙҙәре уйландыра. Ләкин барыбер егеттәр йыр һүҙҙәренә талапсаныраҡ ҡарап, был йәһәттән ныҡышмалыраҡ эшләһен ине.
Рокты үҙ иткән башҡорт егеттәре, музыканттар күп, ғөмүмән. Тик күптәр үҙ телдәренән ситләшеүе арҡаһында русса ижад итеп йөрөй. Шуныһы үкенес. Өфөлә генә күпме рок-төркөм тупланған. Улар араһында тамырҙарында башҡорт ҡаны аҡҡан егеттәр аҙмы ни? Тик улар башҡа телдәрҙә ижад итә шул.
Тағы бер шәхси фекер: «Rock’s cafe»лағы витриналарҙа хәмер-шарап ялтырап ултырыуы, залда тәмәке еҫе аңҡып тороуы бер аҙ күңелде ҡырҙы. Күптәр, бәлки, шундай шарттар булыуы арҡаһында ла килмәгәндер. Дөрөҫ, рок наҙланыу­ҙы, өф итеп тороуҙы яратмай. Әммә башҡортса рок сәләмәтлек яғында булырға, сәләмәт тормошто пропагандаларға тейеш бит. Хәйер, был концертта бер кем дә эсеп-тартып ултырманы. Йырсыларыбыҙ өсөн киңерәк майҙан да кәрәктер. Бигерәк тә ауыр стилдә яңғыраған музыка өсөн клубтағы акустиканы бер нисек тә яҡшы тип әйтеп булмай.
Әммә, ни тиһәң дә, концерттың булыуы, үтеүе хәйерле. Килгән тамашасы бик оҡшатты ике төркөмдөң сығышын. Уларҙы тағы ла Өфөлә көтөп ҡалалар.

Мөнир ИҡСАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға