26.03.2013 Моңло байрам, тәмле байрам
Өфөлә Наурыз байрамы үтте
Үткән йәкшәмбелә Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында республика кимәлендә Наурыз байрамы үтте.
Төрки һәм иран телле халыҡтарҙы берләштергән Наурыз байрамы быйыл да беҙҙе дәртле бейеүҙәре, моңо, тәмле-татлы һыйҙары менән ҡаршы алды. Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт кешеләре “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында йыйылып, яҙҙы ҡаршы алыу байрамын гөрләтеп үткәреп ебәрҙе.
Әллә ҡайҙан күренеп, ылыҡтырып тормаған байрам байрам буламы инде − мәҙәниәт һарайы эргәһе был көндө сағыу төҫтәргә мансылды, шау-шыулы, дәртле көй-моңға сорналды. Башҡорт, татар, әзербайжан, тажик, төркмән, ҡумыҡ, ҡаҙаҡ, үзбәк, төрөк мәҙәниәтен күрһәткән матур сығыштар, сағыу бер гөлләмәгә әүерелеп, төн менән көн тигеҙләшеүен символлаштырған байрамды тағы ла күркәмерәк итте. Байрам күрергә килеүселәр араһында РФ Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ла бар ине. Ул, байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, республикабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәренең меңәр йыл буйына татыу һәм аралашып йәшәүен билдәләне. Байрамға Наурызды билдәләгән һәр милләт вәкиле – Башҡортостандың милли-мәҙәни үҙәктәре, концерт программаларынан тыш, матур итеп табын әҙерләгәйне.
Билдәле булыуынса, Наурыз байрамы яҙын көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта ойошторола. 2010 йылдан был матур байрам ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫтары исемлегенә индерелгән. Хәҙер 21 март Халыҡ-ара Наурыз көнө тип билдәләнә. Беҙҙең республикала ул матур һәм бик дәртле үтә, унда теләгән һәр кем үҙ мәҙәниәтен, аш-һыуын күрһәтә, рәхәтләнеп йырлап-бейеп күңел аса ала. Был көндә лә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы сәхнәһен башҡорт йыры, Кавказ халыҡтарының дәртле бейеүҙәре, мандолина, гармун, ҡумыҙ моңдары, афған, дағстан телендәге шиғырҙар һәм башҡа бик күп концерт номерҙары яҙ ҡояшына күмде.
Иран ҡояш календары буйынса тап Наурыз байрамы йылдың беренсе көнө тип иҫәпләнә. Ысынлап та, тап ошо ваҡытта тәбиғәт ҡышҡы һалҡындарҙан арынып, уяна башлай, ағастар бөрөләнергә әҙерләнә, ҡоштар ҡайта. Шуға ла был көндө бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыулыҡта ҡаршылау зарур.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.