«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Хыялдар тормошҡа ашҡанда



19.03.2013 Хыялдар тормошҡа ашҡанда

Хыялдар тормошҡа ашҡанда
Венер Моратовты хатта үҙешмәкәр тип тә әйтеүе уңайһыҙ. Уның гитарала бик оҫта уйнауы ла, иҫ киткес моңло итеп йырлауы ла, ә иң мөһиме, һайлаған репертуары иң юғары профессиональ кимәлдә.
Уның ижадын яратыусылар Венерҙың үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ композитор Зәбих Мамалимовтың Муса Сиражи һүҙҙәренә ижад иткән «Уралдым моңдарыңа» тигән йырын башҡарыуын яҡшы хәтерләй­ҙер. Салауат Юлаев һәйкәле фонында төшөрөлгән был видеотаҫма Башҡортостан телевидениеһы эфирында йыш ҡына күрһәтелде. Әле лә телевидение архивында һаҡланалыр тигән уйҙамын. Венер йырҙы уға ғына хас үҙенсәлекле стилдә башҡарыуы менән иҫтә ҡалғайны. Бөтәһен дә ҡабатланмаҫ йомшаҡ, тәрән моңло тауышы менән һоҡландырып күренеп кенә ҡалды ла юғалды ул. Хәйер, юғалды, тип әйтеү дөрөҫ үк түгел инде.
Хәләл ефете Руфина менән Баймаҡ райо­нының Иҫке Сибай ауылында гөрләтеп тормош көтөп, ике ул – Ғәйсәр менән Илдарҙы үҫтерҙе. Тормош иптәше менән икәүләшеп район кимәлендәге үҙешмәкәр сәнғәт бәйгеләрендә ҡатнашты. Гитараһын бер ваҡытта ла ташламаны. Ә иң оло хыялы музыкаль төркөм булдырыу ине. Венерҙың был теләге армия сафтарында «Взлет» вокаль-инструменталь ансамблендә уйнап йөрөгән сағында уҡ тыуа һәм уны ғүмер буйына оҙатып йөрөй.
Был турала ҡайҙан хәбәрҙар был, тип уйлай­һығыҙҙыр.
1988 – 1991 йылдарҙа ғаиләбеҙ менән Иҫке Сибай ауылында йәшәп киттек. Венер менән бер сәхнәлә сығыш яһаныҡ. Ир-егеттәр вокаль ансамбле ойошторҙоҡ. Хәләл ефеттәребеҙ Руфина менән Гөлдәр бергәләшеп дөйөм бейеүҙәрҙә ҡатнашты. ҡатын-ҡыҙҙар ансамблендә лә, яңғыҙҙары ла йырланы. «Сибай» совхозының үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары составында район үҙәгендә, Өфөлә лә, хатта Магнитогорск ҡалаһында ла сығыш яһарға тура килде.
Беҙҙең ғаиләнең Өфөгә күсеп килеүенә егерме йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Венер Моратов, ғөмүмән, Иҫке Сибайҙағы дуҫтарыбыҙ менән, бәйләнеш өҙөлмәһә лә, аралар­ҙың яҡын булмауы үҙен һиҙҙерә. Һуңғы арала Венер менән ихласлап ултырып һөйләшкән дә юҡ ине. Дуҫыбыҙҙың күптәнге, үҙе әйтмешләй, 40 йыллыҡ хыялын тормошҡа ашырыуға өлгәшкәнен ишеткәс, уның өсөн ныҡ ҡыуандыҡ. Тәүҙә уның 2012 йылда «Шоңҡар» журналы редакцияһы ойошторған «ҡош юлы» гитарала уйнап йырлаусыларҙың республика фестивалендә ҡатнашып, бөтәһен дә шаҡ ҡатырып гран-при алыуы күңелде йылытып ебәргәйне. Шул саҡта бүләккә тапшырылған электр гитараһы музыкаль төркөмдөң нигеҙенә һалынған беренсе таш булды ла ҡуйҙы.
Өфө джаз-клубындағы тәүге концертын Венер Моратов ике өлөштән ҡорҙо. Тәүгеһендә тамашасыларға гитара оҙатыуында күптән таныш йырҙарҙы тәҡдим итте. Ғилман Иҙрисов һүҙҙәренә Рим Хәсәнов ижад иткән «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит» йырын Венер айырым бер эске тойғо менән яңғыратты. Артабан башҡарылған «ҡыр ҡаҙҙары» (Нур Дауытов көйө, Дилә Булгакова һүҙҙәре), «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов көйө, Назар Нәжми һүҙҙәре), «Аҡ йондоҙҙар» (Рафаэль Шәйхрәзиев көйө, Марат Кәримов һүҙҙәре) йырҙарын үткән быуаттың 70-се йылдарында ошо әҫәрҙәрҙе яратып тыңлап үҫкән быуын вәкилдәре генә түгел, 25 – 30 йәштәгеләр ҙә оҡшатты. Иң мөһиме, әлбиттә, уларҙың заман электрон ҡорамалдары, компьютер программалары тарафынан «боҙолмай», саф килеш, беренсел вариантында тере тауыш менән яңғыратылыуы.
Билдәле композитор Хисмәт Дәүләтовтың Шакир Бикҡолов һәм Рәсимә Ураҡсина һүҙҙәренә яҙылған «Төнө буйы ямғыр яуа» һәм «Яҙғы йыр» тигән йырҙарын Фәрүәз Урманшин башҡарыуында ишетеп өйрәнгәнбеҙ. Венерҙың был йырҙарға ҡарашы икенсерәк. Ул, йырҙарҙың эстрада яңғырашынан баш тартып, ҙур булмаған залдағы аудиторияның талапсанлығын иҫәпкә алып, уларҙы барлыҡ нескәлектәрен еренә еткереп башҡарҙы.
Икенсе өлөштә иһә сәхнәгә «Атайсал-band» төркөмө сығып баҫты. Ғәйсәр Моратов (клавишалы инструменттар), Раушан Хөснөтдинов (бас-гитара), Салауат Илбулов (соло гитара), Алмас Зарипов (һуҡма инструмент) башҡарыуында бер нисә инструменталь көй башҡарҙы. Төркөмдөң репертуары әле ҙур түгел. «Аҡ сәскә» (Рафаэль Шәйхрәзиев көйө, Марат Кәримов һүҙҙәре) йыры ла, Әкрәм Дауытовтың «Тәүәккәллә» тигән йыры ла джаз-клубта йыйылыусылар­ҙың күңеленә айырыуса хуш килде. Улар хатта дәррәү алҡышлап, төркөмдө «бис»ҡа саҡырып сығарҙы.
Венерҙың баш ҡала тамашасыһы өсөн әҙерләгән тәүге «ҡоймағы» тәмле, әммә әҙ булды. Хәҙер уның тауышын яңы репертуар менән филармония, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, Конгресс-холл кеүек ҙур залдарҙа ишетке килә.

Таһир ИШКИНИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға