«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мөғжизәләр тыуҙы бай күңелле Баймаҡ ерендә



12.03.2013 Мөғжизәләр тыуҙы бай күңелле Баймаҡ ерендә

Күргәҙмәлә
Мөғжизәләр тыуҙы бай күңелле Баймаҡ ерендә
Матурҙың даны – ике, оҫтаның даны ун ауылға таралыр, тиҙәр. Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә уңғанбикәләрҙең ҡул эштәрен ҡарап, был алтын һүҙҙәр­ҙә ниндәй оло хәҡиҡәт ятыуына инандыҡ. Сарала Сибай ҡалаһы, Ейәнсура районының оҫта ҡуллы гүзәл заттары ла ҡатнашты.
Оло йәштәге апайҙар йыйылып, йәнле әңгәмә ҡорған күргәҙмә эштәре янына йүнәлдем. Инәйҙәрҙең ни өсөн нәҡ ошо урын­ға йыйылыуы шунда уҡ аңлашылды. Бында Сулпан Нә­биуллинаның боронғо стилдә эшләгән милли кейемдәре теҙелгән. Сулпан Хәбибнәжәр ҡыҙы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күҙҙең яуын алырлыҡ түшелдеректәр, сигелгән һүрәттәр һ.б. әҙерләй. Уның әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүестәрен әҙерләүҙе һораусылар бик күп.
Софья Әсәнова ла, шатлығы менән уртаҡлашып: “Аллаға шөкөр, заказсылар бик күп. Әлеге ваҡытта Магнитогорск ҡалаһынан һораусыларға әйбер әҙерләйем. Айырыуса милли башҡорт кейемен тегеүҙе үтенгәндәр күп. Тегеп кенә өлгөр!” – тине.
Софья Хәмзә ҡыҙы теккән төрлө түшәк кәрәк-яраҡтарына, ҡорамаларға ҡарап, хайран ҡалырлыҡ. Уның: “Быныһы инде – һигеҙ ожмах биҙәге. Ул һәр йортта булыр­ға тейеш”, – тигән һүҙҙәрен ишеткән йорт хужабикәләренең күргәҙмәгә ҡыҙыҡһыныуы тағы ла арта төштө.
Рифа Шаһиева, Зәлиә Ишморатова, Гөлфинә Һибә­туллина, Зәкиә Сөләймәнова һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәрен дә һәр кем һоҡланып ҡараны. Күргәҙмәгә эштәрен алып килеүселәрҙең үҙҙәренең дә милли башҡорт кейемендә булыуы, халҡыбыҙға хас тормош-көнкүреште күрһәтеп, шул уҡ ваҡытта самауыр янына теҙелгән тәмлекәстәр, буҙа, айран тәҡдим итеүе сараға йәм өҫтәне.
Баймаҡтар Ейәнсура шәлдәре күргәҙмәһен айырыуса шатланып ҡабул итте. Күптән хыял иткән шәлен һатып алып ҡыуаныусылар ҙа булды. Ейәнсуранан килгән Нурия ҡунысбаева, Нәзирә Кәримова, Гөлсиә Илтенбаева райондарында бәйләнгән шәлдәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә бирҙе. “Беҙҙең кәзәләрҙең дебете шул тиклем ныҡ бит ул. Тәү ҡарашҡа нәфис булып күренгән шәлдәребеҙ бик оҙаҡҡа етә. Ябынған һайын иҫкермәй, ә матурая ғына бара”, – тине улар. Ысынлап та, нәфис, йылы, йомшаҡ, иҫ киткес матур биҙәктәр һалып бәйләнгән Ейәнсура шәлдәре республикала ғына түгел, тирә-яҡ өлкәләрҙә лә юҡҡа ғына данланмай.

Үәт, әй! Башҡорт ҡурсаҡтары!
Мөғжизәләр тыуҙы бай күңелле Баймаҡ ерендә

Һуңғы йылдарҙа милли кейемебеҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ генә түгел, башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтарға ла ҙур иғтибар бирелә башланы. Был йәһәттән былтыр районыбыҙҙа үткән “Милли кейемдә – быуаттар сағылышы” тигән конкурс үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған сарала уңған, оҫта ҡуллы ҡыҙҙар һәм ханымдар ҡатнашҡайны. Был көндө ошо конкурсҡа ла йомғаҡ яһалды. Шуға күрә күргәҙмәлә “иң-иң” булып һаналған ҡурсаҡтар­ҙы күреү бәхете лә тейҙе. Ысынлап та, ниндәй генә әкиәт, легенда геройҙары юҡ ине бында! Айырыуса “Ете ҡыҙ”, “Таһир һәм Зөһрә” кеүек ҡурсаҡтар хайран ҡалдырҙы. Бындай уйынсыҡтар зауыҡлылығы менән генә түгел, тәрбиәүи яҡтан да оло әһәмиәткә эйә. ҡурсаҡтарҙа халҡыбыҙҙың бай тарихы, күңелде үҫтереүсе әкиәт, риүәйәт, легендалары сағыла бит. Юғиһә кескәй ҡыҙҙар ярат­ҡан Барби кеүек уйынсыҡтарҙың тәрбиәүи яҡтан бер ниндәй дә әһәмиәте юҡ, улар хатта ниндәйҙер кимәлдә балаларҙы ололар тормошона ваҡытынан алда этәргес тә булып тора.
Милли башҡорт ҡурсаҡтарын әҙерләү буйынса Гөлнара Мостахетдинова, Зөлфиә Биктина, Гөлнур ҡарамырҙина, Гөлфиә Һибәтуллина еңеп сыҡты. Ысынлап та, уларҙың ҡурсаҡтарында башҡорт халҡының бай үткәне сағылды һәм улар кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп эшләнгәйне.

Гәүһәрҙәй балҡытасаҡ кейемдәр
Мөғжизәләр тыуҙы бай күңелле Баймаҡ ерендә

Кейемде тегер алдынан, уны дөрөҫ моделләү мөһим. Шуға күрә заманса, шул уҡ ваҡытта милли колоритты һаҡлаған кейемдәрҙең эскиздарын әҙерләү һынауын үтеүе еңелдән булманы. Әммә үҙҙәренең хыялында йөрөткән кейемдәрендә сәхнәгә сыҡҡан Надежда Буранбаева, Зөлфинә Низамова, Гөлназ Ғәлиулли­на­ларға тамашасыларҙың һоҡланыуының иге-сиге булманы. Күп ҡатын-ҡыҙ, әгәр бындай кейемдәр һатыуға сығарылһа, мотлаҡ һатып аласаҡтарын белдерҙе.
Үҙенсәлекле сарала заманса милли кейем тегеүселәр араһындағы ярыштың йомғаҡтары иғлан ителде. Ләлә Ғәлимова, Зөлфиә Биктина, Гөлдәр Хисмәтуллина, Гөлфиә Рәхимова, Алина Байсарина, Зифа Кадаева, Мәхмүзә Исламғолова, Гөлдәр Хисмәтуллина, Анастасия Ва­сильцова, Алина Байсарина, Раушания Закирова тәҡдим иткән зауыҡлы, һоҡланғыс кейемде һәр кем үҙ итте. 2-се мәктәптең технология уҡытыусыһы Зифа Кадаева теккән күлдәк-камзулдар барыһын да хайран итте. Башҡорт милләтенә борондан хас зауыҡты хәҙерге заманға шул тиклем оҫта итеп бәйләп тә була икән!
Мәртәбәле конкурста ир-егеттәр­ҙең дә еңеү яулауы ҡыуандырҙы. 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың кейемен тарихтан тайпылмайынса сағылдыра алған Айҙар Мәжитов (Өмөтбай) менән Айбулат Бай­ғотлин (ҡолсора) лайыҡлы рәүештә көслө алҡыштарға күмелде. Уларҙың кейеме 200 йыл элек булған ваҡиғаларҙы сағылдырып ҡына ҡалмай, хатта шул йылдарға хас туҡыманан тегелгән булып сыҡты. Был аҫыл ир-егеттәр 2012 йылдың 1 − 2 сентябрендә Бородино яланында 200 йыл элек булған ҡанлы алышты сәхнәләштергән тамашала Башҡортостан делегацияһы составында ҡатнашты. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙары тап улар сәхнәгә сыҡҡан кейемдә булған.

Хәтерләйбеҙ һәм баш эйәбеҙ...
Мөғжизәләр тыуҙы бай күңелле Баймаҡ ерендә

2012 йыл Рәсәй тарихы йылы булараҡ ҡына түгел, ә Баймаҡ райо­нында үткән үҙенсәлекле конкурсы менән дә хәтерҙә ҡаласағына иманыбыҙ камил. Сөнки “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” тигән эстафета республикала ғына түгел, илебеҙҙә лә тәүге тапҡыр үткәрелде. Унда район китапханаһы янында уңышлы эшләп килгән “Аҡһаҡалдар” һәм “Ағинәйҙәр” клубтары ҡатнашты. Халыҡ ижады үҙәгендә “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһын йомғаҡлауға арналған аҡһаҡалдар һәм ағинәй­ҙәр йыйыны ла үтте. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр, Белорет, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһынан мәртәбәле делегациялар ҡатнашыуы айырыуса әһәмиәтле булды.
Баймаҡ аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре фәһемле кисәгә ныҡлап әҙерләнгәйне. Айырыуса көндәлек тормошобоҙҙан ҡартатай, өләсәй һәм ейәндең һөйләшеүен сәхнәләштереү тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Уларҙың оло быуын кешеләренең йәмғиәттә тотҡан урынын билдәләп, йөрәккә үтеп ингән һүҙҙәр әйтеүе һәр тамашасыны уйға һалғандыр. Ысынлап та, кем һуң ул аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр? Баймаҡ райо­ны ағинәйҙәре рәйесе Хөрмә Мөхәммәт ҡыҙы Биктимерова әйтеүенсә, һәр ҡатындың, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ-үҙен ҡәҙерләп, сериал ҡарап, бәйләм бәйләп, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа ғына йөрөгөһө киләлер. Әммә оло быуын кешеләре алдында мөһим бурыс – йәш быуынды тәрбиәләү, уларға башҡорт халҡының тарихын һәм хәҙергеһен еткерергә, туған телебеҙҙе һаҡлау өсөн бар көстө һалыр­ға кәрәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Рәфҡәт улы Күсәбаев: “Киләсәк быуын, йәшәйешебеҙ, телебеҙ тураһында хәстәрлек күрелә икән, тимәк, халҡыбыҙ үҙ-үҙен быға тиклем һаҡлап ҡалған кеүек артабан да һаҡлаясаҡ. Беҙҙең бергә ниндәй ҙур көс булыуыбыҙҙы һәр кем аңлайҙыр. Сөнки тарихыбыҙҙы сағылдырған милли кейемдәге оло һәм йәш быуын вәкилдәренең күҙҙәрендә сағылған шатлыҡ осҡондары ла тыуған еребеҙгә һәм телгә булған һөйөүҙе билдәләй ул”, – тине.
Был көндө сығыш яһаусылар беҙҙең тарихи үткәндәргә туҡталды һәм алдағы яҡты көндәргә ышанысын белдерҙе. Милли кейем тегеү, уның эскиздарын әҙерләү, ҡурсаҡтар конкурсында еңеүселәр бүләкләнеп, көслө алҡыштарға күмелде. Эйе, йөрәгендә тыуған еренә, халҡына оло мөхәббәт тойғолары йөрөткән, булмышына һоҡланып ҡараған кешеләр генә ошондай мөғжизәне тыуҙыра алалыр. Шуға күрә “халҡыбыҙ, телебеҙ бөтә” тигән бәғзе кешеләргә ошондай саралар­ҙа ҡатнашырға, янып эшләгән аҡһаҡал, ағинәйҙәр, алдынғы ҡарашлы йәштәребеҙ менән аралашырға кәрәктер. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре лә, бай тарихы ла, уның өсөн ғүмерен биргән яугирҙарҙың исемдәре һәм яҙмышы ысын башҡорттар­ҙың йөрәгенә яҙылғанлығын иҫбатланы был йыйын.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға