01.03.2013 Ҡатын-ҡыҙҙарға «Каруанһарай” концертын бүләк итегеҙ
Үткән быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында барлыҡҡа килгән “Каруанһарай” төркөмө бөгөн дә үҙенең сағыу сығыштары, дәртле, рухлы йырҙары менән сәхнәләрҙе биҙәй. Башҡорт эстрада сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән төркөм ике тиҫтә йылдан ашыу республикабыҙҙа иң абруйлы коллективтарҙан һанала. Улар Башҡортостандың ҡала-райондарында ғына түгел, Рәсәй һәм уның сиктәрендә лә көтөп алынған ҡунаҡ. Силәбе, ҡурған, Мәскәү, Санкт-Петербург, Себер, ҡаҙағстан – теҙеп китһәң, ҡайҙа ғына башҡорттоң йыр-моңон яңғыратмаған улар.
2007 йылда “Каруанһарай” состав яғынан үҙгәреш кисерҙе. Бығаса төркөмдөң нигеҙен тәшкил иткән Рәсүл ҡарабулатов, Әмир Тойғонов, Артур Туҡтағоловтарҙы йәш, дәрт-дармандары ташып торған Эльмир Әбүбәкиров, Рөстәм Шаһыбалов, Заһир Иҫәнсурин, Рифат Йәмлихиндар алмаштырҙы. Йәш “каруансылар”ҙың ниндәй уй-маҡсаттар, пландар менән йәшәүен белеү ниәтендә төркөм етәксеһе Мәхмүт Нәҙершинға мөрәжәғәт иттек:
– Һуңғы ваҡытта төркөмдөң составы йыш ҡына алмашынып тора, был нилектән?
– Йәштәргә үҙҙәрен һынап ҡарау, эҙләнеү хас. Йәш саҡта үҙ-үҙеңде һынап, үҙ юлыңды табыу төп бурысың бит. Был тәбиғи күренеш. Кемдәрҙер беҙҙең төркөмдә үҙҙәрен таба, ә ҡайһы берәүҙәр артабан китә. Быға ҡарамаҫтан, төркөмдөң төп нигеҙен тәшкил итеүсе егеттәребеҙ бар. ҡурайсыбыҙ Илшат Ишморатов, бейеүсебеҙ Ильяс ҡарабулатов, йырсыларыбыҙ Эльмир Әбүбәкиров, Рөстәм Шаһыбалов яңы “Каруанһарай” барлыҡҡа килгәндән бирле эшләй.
– Репертуарығыҙ тураһында һөйләп китһәгеҙсе...
– Репертуарҙа төрлө йырҙар тупланған. Рөстәм Шаһыбалов халыҡ йырҙары, лирик йырҙар менән репертуарыбыҙҙы байыта. Эльмир Әбүбәкировҡа композиторҙарҙың йырҙары килешә. Шулай уҡ ул оҫта итеп сит ил йырҙарын да башҡара. Шулай ҙа, “Каруанһарай”ҙың стиленә ярашлы, күберәк иғтибарҙы халыҡ йырҙарына бирәбеҙ. “Башҡортостан-гөлбостан”, “Ай-һай, Салауат”, “Любезники-любизар” кеүек йырҙар репертуарҙан бер ваҡытта ла төшөп ҡалғаны юҡ.
– “Каруанһарай”ҙың “аҡһаҡал”дары менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
– Эйе, әлбиттә. Элекке төркөм составында эшләгән Рәсүл ҡарабулатов беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Ул күберәк халыҡ йырҙары өҫтөндә эҙләнеүҙәр алып бара торғайны. Әлеге ваҡытта ла беҙ Рәсүл менән кәңәшләшеп торабыҙ. Бөгөн филармонияла музыкаль етәксе вазифаһын башҡарған Олег Жданов та “Каруанһарай”ҙа музыкант булып оҙаҡ йылдар эшләне. Ул беҙгә халыҡ йырҙарын аранжировкалауҙа ярҙамлаша.
– Гастролгә йыш сығаһығыҙмы?
– Сит өлкәләрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы онотмайбыҙ. Һарытау, Һамар, Силәбе, Свердловск, Ырымбур яҡтарына йыл һайын барып ҡайтабыҙ. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа милләттәштәребеҙ үткәргән һабантуйҙарға, сит илдәрҙәге Башҡортостан көндәренә һәр ваҡыт саҡыралар. Рәсәй ҡалаларына ла гастролгә сығабыҙ. Мәҫәлән, үткән йәй Түбәнге Тагил ҡалаһында булдыҡ. Бик йылы ҡаршы алдылар, рәхмәт әйтеп, тағы килеүебеҙҙе һорап оҙаттылар. 7 мартта буласаҡ концерттан һуң тағы ла күрше өлкәләргә юл тоторға иҫәп бар.
– Йыл һайын йәмле яҙ көндәрендә филармония залдарын тултырып концерттар ҡуйыу “Каруанһарай” өсөн йолаға әүерелеп китте шикелле...
– Яҙ миҙгеле “Каруанһарай” өсөн ҡәҙерле һәм яҡын. Сөнки тап яҙ көнө төркөм сәхнәгә беренсе тапҡыр аяҡ баҫты. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған концерт ине был. Был көндө “Каруанһарай”ҙың тыуған көнө тип һанайбыҙ һәм ошо ике байрам айҡанлы тамашасыларыбыҙға өр-яңы программа тәҡдим итәбеҙ. Быйыл иһә 7 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында йырлы-моңло тамашала барыһын да көтөп ҡалабыҙ.
Н. АҘНАБАЕВА.