«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Хыял диңгеҙе ҡайһы тарафта?



01.03.2013 Хыял диңгеҙе ҡайһы тарафта?

Йәшлек хыялын тормошҡа ашырғым килә! Диңгеҙ буйында кем ҡыуыш ҡына булһа ла тәҡдим итә – эйәрәм дә китәм. Билләһи! Биҙеү генә һынлы биҙмәнем дә инде ошо тормоштан!
(«Хыял диңгеҙе» спектакленән).
Күңелдә хыял ярал­һа, кеше уны тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләйәсәк. Күңел түрендә күптән йәшеренеп ятҡан хыялмы ул, әллә бөгөн генә яралғанмы – тиҫтәләгән кәртәгә лә, кеше һүҙенә лә ҡарамайынса, әҙәм балаһы шул маҡсатына төбәп барасаҡ... Мә­жит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрында ошо арала ҡуйыласаҡ «Хыял диңгеҙе» (режиссеры А. Йы­һаншин) спектакле лә төп героиня – Гүзәлдең эскерһеҙ хыялдары, яҡты уйҙары менән тулы.
Бар ғүмерен ауыл ерендә үткәргән, үҙ еренән башҡа донъяны күрмәгән Гүзәл­дең йөрәгендә күптән йәшеренеп ятҡан йәшлек хыялы ҡапыл яңынан уянамы ни – барыһын аптыратып, ул диңгеҙ буйына күсеп китергә әҙер булыуын хәбәр итә. «Бер кемде лә көлдөрөргә йыйынмайым! Минең урыным – диңгеҙ буйында, бөттө-китте, вәссәләм! Шортик менән панамка ла алдым әле, етмәһә!” – тип яуаплай ул күршеһе Мәрфүғәнең уны үҙ аҡылына ултыртып маташыуына.
Гүзәлдең бындай аҙымға ысынлап та әҙер икәнлеген аңлап, ауылдаштары, дөрөҫөрәге, йәш Зилә тырышлығы менән бер нисә ир-егет уның өсөн тотош тамаша ойоштора. Имеш, замана шул тиклем алға киткән, хатта хәҙер 3D ғына түгел, 9D-һын да уйлап сығарғандар икән. Имеш, тап 9D виртуаль донъяла аралашҡан кешеләрҙе тормошҡа ысын кеүек итеп сығара ала: улар менән тере кеше менән һөйләшкән кеүек күҙгә-күҙ ҡарап ултырып гәпләшергә, хатта тотоп ҡарарға мөмкин...
Ә кемдәрҙе генә әҙерләмәгән был 9D тигәндәре... Ул Леонардо ди Капри, ул Фрунзик Мкртчян... Хәс тә әкиәт донъяһы! Тик былар­ҙың ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәгәнен, йәшлек мөхәббәте Илдар менән яңынан ҡауыштырыу өсөн ойошторолған бер уйын икәнен һуңлап ҡына аңлай ауыл ҡатыны. Ә үткән йылдарҙағы үпкәләрҙе юйыр өсөн тотош спектакль ойошторған тәү һөйгән йәрен ғәфү итерме Гүзәл?
Төп ролде Башҡортос­тандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова уйнаясаҡ. Был спектакль Флорид Бүләков тарафынан Гүзәл Маликованың юбилейына арнап яҙылды һәм премьера 1 мартта була.
Яратҡан актрисағыҙҙы алтын юбилейы менән ҡотларға һәм бик шәп спектакль премьераһын ҡарарға теләһәгеҙ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына рәхим итегеҙ!

Рита ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға