«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡортостанда тағы бер халыҡ яҙыусыһы булды



01.03.2013 Башҡортостанда тағы бер халыҡ яҙыусыһы булды

Башҡортостанда тағы бер халыҡ яҙыусыһы булды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән билдәле драматург, Рәсәй­ҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өл­кәһендәге дәүләт премияһы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙан­ған сән­ғәт эшмәкәре Флорид Бүлә­ковҡа “Башҡортостан Респуб­ликаһының халыҡ яҙыу­сыһы” исеме бирелде.
Флорид Бүләковтың “Атылған өйөр”, “ҡанатланып ос һин, Толпарым!”, “Онотолған доға”, “Шай­моратов генерал”, “Бибинур, аһ, Бибинур”, “Мәскәү – Васютки” кеүек драма әҫәрҙәре айырыуса киң танылды һәм сәхнәләрҙә ҡуйылды.
Әйткәндәй, 23 февралдә Флорид Бүләковҡа 65 йәш тулды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға