«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Сәхнәлә үҙе бер дәүләт ине”, –



20.02.2013 “Сәхнәлә үҙе бер дәүләт ине”, –

“Сәхнәлә   үҙе  бер дәүләт ине”, –
ти Башҡортостандың халыҡ артисы Зәйни Иғдәүләтов хаҡында уны белгән өлкән быуын артистары һәм ролдәрен хәтерләгән
тамашасылары
З. Иғдәүләтов 1937 йылда, Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлағас, хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла. Йәш артист мәшһүр сәхнә оҫталары Ғиниәт Ушанов, Ғәлимйән ҡарамышев, Таңһылыу Рәшитова, Хажи Бохарский, Бәҙәр Йосопова, Арыҫлан Мөбәрәков, Ғабдулла Шамуҡов, Вәли Ғәлимов эшләгән данлы театрҙа эш башлай. Оҙаҡ йылдар ошо сәхнәлә береһенән-береһе затлыраҡ төрлө ролдәр башҡара.
Зәйни Иғдәүләтовтың сәнғәткә драма артисы ғына түгел, нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ та килеүе билдәле. 60 − 70-се йылдарҙа радио аша ла, телевидение тапшырыуҙарында ла ул уҡыған сатирик шиғырҙарҙы, көлкөлө хикәйәләрҙе халыҡ кинәнеп тыңлай. Артистың “Нәфис һүҙ оҫталығы” тигән китап яҙып сығарыуы ла ҙур маҡтауға лайыҡ. Был баҫма – танылған актерҙың йәш һәүәҫкәрҙәргә оло бүләге.
Зәйни Иғдәүләтовтың ижадташтары артистың башҡорт теленә, һүҙгә, сәхнә теленә бик талапсан, һаҡсыл булыуын, ошо йәһәттән бик күп эш башҡарыуын әле лә хәтерләй. Уның телмәре ҡойоп ҡуйған саф башҡортса, сәхнә теле юғары дәрәжәлә профессиональ, һоҡланғыс ине, тиҙәр.
Ижады кешелекле ынтылыштар, оло маҡсаттар, яҡты уйҙар менән тулы талантлы артист Зәйни Иғдәү­ләтовтың тыуыуына – ошо көндәр­ҙә 100 йыл. Ошо уңайҙан 19 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Зәйни Сирай улының яҡты рухына Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Нәркәс” мелоромантик трагедияһын бағышлай. Артист пьесаның тәүге ҡуйылышында (1967 й., режиссеры − Л. Вәлиев, рәссамы Ғ. Имашева) Илсеғол ролен уйнаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға