15.02.2013 Француз телендә – спектакль
“Сәнғәт күпере” студенттар коллективы франкофон театрҙар фестивалендә ҡатнашырға әҙерләнә. Француз телендә ҡуйылған үҙешмәкәр спектаклдәр конкурсының төбәк-ара туры быйыл март айында Силәбе ҡалаһында үтәсәк. Башҡортостандан унда өс коллектив сығыш яһай: Өфөнөң 155-се лицейы, 39-сы гимназия һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана эргәһендә булдырылған театр. Һуңғыһы инде бер нисә йыл француз уҡыу залы базаһында эшләй. Йыл да үтеп торған фестивалде Екатеринбург ҡалаһының Француз альянсы һәм Франция илселеге ойоштора.
Былтыр заман драматургы Жоэль Помрҙың “Был бала” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль Екатеринбургта икенсе урынға сыҡты. Төп роль – йәш әсәне уйнаусы Катя Алымова, БДПУ студенты, ”Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңде һәм, ике аҙналыҡ тур менән бүләкләнеп, Францияла ял итеп ҡайтты. ”Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында Асҡар Ниғәмәтйәнов еңеүсе булды. Бөгөн ул БДУ студенты, китапхананың театр студияһында шөғөлләнә, хыялы – профессиональ актер булыу.
Бер коллективҡа тупланған йәштәр республика Рус дәүләт драма театры режиссеры ярҙамсыһы Юлиә Рудакова етәкселегендә шөғөлләнә. Былтырғы уңыш мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы (актерҙар 25 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш) илһамландырып ебәрҙе. Шуға быйыл да конкурсҡа ҡатнашырға булдылар. Морис Петерлинктың “Изге Антоний мөғжизәһе” пьесаһын сәхнәләштерәләр. Был әҫәрҙе билдәле театрҙар ҙа бик һирәк ҡуя. Коллективҡа консультант сифатында француз гражданы Матье Пометан ярҙам иткән. Конкурс шарттары буйынса сәхнәлә декорациялар күп булырға тейеш түгел. Йәғни йөкмәткене актерҙар үҙ һүҙҙәре, тойғолары аша еткерергә тейеш.
Франкофон театры француз телен өйрәнеү, ижади һәләтте үҫтереү өсөн бик ҡулай. Труппала теләгән һәр йәш кеше шөғөлләнә ала. 22 февралдә Милли китапхананың икенсе корпусында спектаклдең премьераһы буласаҡ, ә 26-һында актерҙар Силәбегә юл тотасаҡ.
М. ИҡСАНОВ.